Пуатье

46°34′55″ с. ш. 0°20′10″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пуатье
франц. Poitiers
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Poitiers[1]
Дәүләт  Франция
Административ үҙәге Вьенна[d], Пуату — Шаранта[d], canton of Poitiers-7[d], Пуатье (округ)[d], Пуату[d], canton of Poitiers-4[d][2], canton of Poitiers-6[d], canton of Poitiers-5[d][2], canton of Poitiers-3[d][2], canton of Poitiers-1[d][2] һәм canton of Poitiers-2[d][2]
Административ-территориаль берәмек Пуатье (округ)[d], canton of Poitiers-6[d], canton of Poitiers-7[d] һәм Вьенна[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область aire d'attraction de Poitiers[d] һәм Q3551106?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Клен[d] һәм Boivre[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Poitiers[d]
Хөкүмәт башлығы Alain Claeys[d]
Халыҡ һаны 90 240 кеше (1 ғинуар 2021)[3]
Ир-егеттәр 40 419[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 47 872[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 75 метр
Туғандаш ҡала Яссы[d], Марбург[d], Нортгемптон[d], Коимбра, Ярославль, Лафейетт[d] һәм Мунду[d][5]
Сиктәш Biard[d], Bignoux[d], Buxerolles[d], Croutelle[d], Fontaine-le-Comte[d], Ligugé[d], Mignaloux-Beauvoir[d], Migné-Auxances[d], Montamisé[d], Saint-Benoît[d], Sèvres-Anxaumont[d] һәм Vouneuil-sous-Biard[d]
Алыштырған Лимонум[d]
Майҙан 42,11 км²[6]
Почта индексы 86000[7]
Электронная почта contact@poitiers.fr[8]
Рәсми сайт poitiers.fr
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Q3252165?
Ссылка на страницу обратной связи poitiers.fr/contact[8]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q23892099?
Карта
 Пуатье Викимилектә

Город
Пуатье
Poitiers
Герб
Герб
Ил

Франция

Район

Вьенна

Координаталар

46°34′55″ с. ш. 0°20′10″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице

Башлыҡ

Alain Claeys[d]

Халҡы

89 253 кеше

Агломерация

126 651

Почта индексы

86000

Рәсми сайт

mairie-poitiers.fr
 (фр.) (инг.) (нем.)

Пуатье (Франция)
Пуатье
Пуатье

Пуатье (франц. Poitiers [pwaˈtje]?, лат. Pictavium) — Францияның Вьенн департаменты баш ҡалаһы, Пуату өлкәһенең тарихи үҙәге. Эзбиздән торған яйлала урынлашҡан, уны көнсығыштан һәм төньяҡтан Клэн йылғаһы һәм көнбайыштан Буавр йылғаһы уратып аға. 11 ҡала яны районынан торған агломерацияның үҙәге

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың атамаһы, борон шул ерҙәрҙә йәшәгән галлий ҡәбиләһенә ҡараған пиктондарҙан алынып, Пиктавий исемен йөрөтә. Беҙҙең эраға тиклем II быуатта ҡалаға нигеҙ һалына. Беҙҙең эраға тиклем 51-се йылда уны Цезарь яулап ала. IV быуаттан Аквитанияның эре сиркәү үҙәгенә әйләнә, унда данлыҡлы дин белгесе епископ Иларий Пиктавийский эшләй. 507 йылда Франкия короле Хлодвиг I вестготтар короле Аларих Икенсенең армияһын ҡыйрата, шунан һуң ҡаланы франктар дәүләтенә ҡуша.

Ғөмүмән, Арморикан ҡалҡыулығы һәм Үҙәк массив араһында ятҡан Пуатевин яйлаһы Францияның көньяғын һәм теньяғын бәйләүсе тәбиғи коридор булып хеҙмәт итә. Шуға бәйле төрлө ваҡытта Пуатье аша бик күп баҫҡынсы армиялар үтә.

732 йылғы һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәптәр Испанияны яулап алғандан һуң, Пиреней үткәле аша үтеп, Галлияға баҫып инә, Аквитанияны һәм Нейстрияның бер өлөшөн биләй. Христиан донъяһына ҡот осҡос хәүеф янай. Ошо киҫкен мәлдә франкыларҙы һәм христианлыҡты франк майордомы Карл Мартелл яҡлап сыға. Карл Абд ар-Рахман ибн Абдаллаһтың юлын киҫә (октябрь, 732 й.). Икеһенең ғәскәре лә көслө була. Карл беренсе булып һөжүм итмәй: улар 6 көн буйы дошмандың һөжүмен көтөп ята. Етенсе көндө ғәрәптәрҙең һәм берберҙарҙың һыбайлы яугирҙәре франкыларҙың ҙур ҡылыстар һәм башҡа ауыр ҡоралдар менән ҡоралланған ғәскәренә килеп ҡаҡлыға. Карлды мөғжизәгә тиңлайҙар; уны «Martellus» — ҙур сүкеш, тип атайҙар. Ғәрәптәр еңелә. Шулай итеп, Европала исламмы йәки христиан дине еңерме тигән һорау — христиан дине файҙаһына хәл ителә.

Феодаль тарҡаулыҡ осоро башланғас, яҡынса 9 быуат аҙағында, ҡала графтар де Пуатьеларҙың резиденцияһына әйләнә. Элеанора Аквитанская 1152 йылда инглиз короленә кейәүгә сыҡҡандан һуң Пуатье Плантагенеттар биләмәһе составына инә. 1199 йылда ҡала коммуна хоҡуғын ала. 1204 йылда уны француз короле Филипп II баҫып ала. 1269 йылда Англия менән Франция араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлгәс, Пуатье рәсми рәүештә король домене өлөшөнә әйләнә. Йөҙ йыллыҡ һуғыш осоронда ул күп тапҡырҙар ҡулдан ҡулға күсә. 1429 йылда ошо ҡалала Жанна д ' Арктан һорау алалар.

1356 йылғы һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йөҙ йыллыҡ һуғыш дәүерендә була был һуғыш. Эдуард Ҡара Принц — Креси янындағы алышта ҡатнашыусы — Бордонан француз короллегенә һуғыш менән барыу планын төҙөй. Июль айында Парижға табан хәрәкәтен башлай. Француз короле Иоанн II Мәрхәмәтле 50 меңлек ғәскәре менән Луареға сыға. 19 сентябрҙә алыш башлана. Атлы ғәскәрҙең уңышһыҙ һөжүменән һуң йәйәүле француз рыцарҙарының планлаштырылған һөжүме уларҙың төрлө яҡҡа һибелеп ҡасыуы менән тамамлана. Иоанн һәм уның кинйә улы Филипп Батыр әсиргә төшә. Иң яҡшы француз рыцарҙары һәләк була. Франция менән 2 йылға солох килешеүе төҙөлә.

1569 йылдағы дини һуғыштар ваҡытында гугеноттар ҡаланы ҡамауҙа тота, әммә уңышҡа өлгәшмәйҙәр. Пуатье Католик лигаһына инә, 1594 йылда король Генрих Дүртенсенең легитим булыуын таный. XХ быуат башланғанға тиклем Пуатье провинциаль ҡала булып ҡала. Икенсе донъя һуғышы осоронда оккупациялана, Союздаштар уны бомбаға тота, 1944 йылдың 5 сентябрендә азат ителә. 1970 йылда Пуатьела бер нисә эре предприятие эшләй башлай, һөҙөмтәлә бер ни тиклем иҡтисади әүҙемлек күҙәтелә.

Мәҙәниәт һәм мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарль де Голль майҙанында фахверк йорттар

Пуатьела Пуатье университеты урынлашҡан, ете факультетта 24 000 кеше уҡый (2009). Был уҡыу йортон 1431 йылда Карл VII аса, ул Францияның иң оло университеттарының береһе. Уның составына 6 институт, 2 юғары инженер мәктәбе, юғары иҡтисад һәм менеджмент мәктәбе инә.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пуатье — Францияның архитектура йәһәтенән иң бай ҡалаларының береһе. франциялағы ҡала. Рим һыу үткәргесе емереклектәре әлегә тиклем һаҡланған, ә 1857 йылда Рим аренаһын да күрергә мөмкин булған. Клэн яғында «Pierre levée» — дольмен (ерләү, ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмаһы) һаҡланған, борон уның менән бәйле бик күп риүәйәттәр һәм хөрәфәттәр тыуған.

Төп иҫтәлекле урындарының береһе — урта быуаттағы Суд һарайы, тәүҙә был бина граф Пуатьеның резиденцияһы була. Урта быуатта ҡала башнялары булған диуарҙар менән уратып алынған була; бөгөнгө көндә бер башня һәм диуар ҡалдыҡтары ғына һаҡланған. Пуатьела фахверк йорттар байтаҡ, шулай уҡ бер нисә аристократ йорто, неоренессанс ратушаһы, префектура бинаһы (Людовик XIII стилендә 1864 —1868 йылдарҙа төҙөлә) һаҡланып ҡалған.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Пуатьела матур сиркәүҙәр байтаҡ.

Тарихи парктар һәм баҡсалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Блосак паркы 1753 йылда королдең Пуатьелағы Интенданты тарафынан булдырыла. Паркты скульпторҙар Антуан Эте, Ипполит Мендрон, Рэймон Сюдраның статуялары, шулай уҡ Уорик Кубогының күсермәһе һәм Барбединниҙың бронза миниатюралары биҙәй.
  • Ботаника баҡсаһы, 1869 йылда ҡала хәстәханаһы урынында пейзаж паркы стилендә булдырыла.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климат Пуатье
Күрһәткестәре Дек. Два. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Тирәсте. Йыл
Абсолют максимум, °C 17,7 20,8 24,0 26,6 30,7 36,0 37,4 37,5 34,8 29,2 21,6 18,8 37,5
Һауа температураһы, °C 7,3 9,1 11,8 14,9 18,4 22,2 25,1 24,5 21,9 17,2 11,0 7,8 15,9
Уртаса температура, °C 4,2 5,4 7,3 9,8 13,3 16,6 19,1 18,6 16,3 12,4 7,3 4,7 11,3
Ул кәм тигәндә, °C 1,1 1,7 2,7 4,8 8,1 11,1 13,0 12,7 10,7 7,6 3,6 1,6 6,6
Абсолют минимум, °C -17,9 -14,1 -8,2 -4 -1,1 2,9 6,0 3,4 1,7 -2 -9,6 -16,5 -17,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 67 59 56 53 73 48 47 49 51 60 74 67 704
Сығанағы: Infoclimat

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  3. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  4. 4,0 4,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  5. https://www.poitiers.fr/c__70_208__Poitiers_et_ses_villes_jumelles.html
  6. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  7. Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  8. 8,0 8,1 https://lannuaire.service-public.fr/nouvelle-aquitaine/vienne/mairie-86194-01

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]