Эстәлеккә күсергә

Рәсәйҙә Яңы йыл байрамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл Майҙанда Яңы йыл шыршыһы, 2007-2008, Мәскәү
Рәсәйҙә Яңы йыл байрамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
постсоветское пространство[d]
 СССР
Йылдың көнө 1 Сентябрь, 1 Ғинуар, 2 ғинуар, 3 ғинуар, 4 ғинуар, 5 ғинуар, 6 ғинуар һәм 8 ғинуар
 Рәсәйҙә Яңы йыл байрамы Викимилектә

Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә— Рәсәй байрамдарның береһе, 31 декабрҙә 1 ғинуарға күсеү байрамы. Пётр I-нең 1699 йылдың 20 декабрендәге «Яңы йылды байрам итеү тураһында» 1736 һанлы Указы менән 1700 йылдың 1 ғинуарынан башлап билдәләнә.

XV быуатҡа тиклем Рәсәйҙә Яңы йылды Юлиан календары буйынса 1 мартта, баҫыу эштәре башланған ваҡытта, изге Пасха көнөнән билдәләгәндәр. 1348 йылғы Мәскәү Соборы Яңы йылды 1 сентябрҙән башларға ҡарар сығара. Был ваҡытта халыҡтан яһаҡ, пошлина, оброктар йыйыу тамамлана. Пётр I-нең махсус Указы менән, Юлиан календары буйынса башҡа Европа илдәрендәге кеүек үк, Яңы йыл Рәсәйҙә 1700 йылдың 1 ғинуарынан башлана.

Петр I-нең 1699 йылдың 20 декабрендәге «Яңы йылды байрам итеү тураһында» 1736 һанлы Указы
« … Яңы йылды 1 сентябрҙән түгел, ә быйылғы 1700 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләргә. Ошо яҡшы башланғыс уңайы менән байрам иткәндә бер-береңде Яңы йыл менән ҡотларға… Данлы һәм күп кеше йөрөй торған урамдарҙың йорттарын, ҡапҡаларын ҡарағай, шыршы һәм артыш ботаҡтары менән биҙәргә. Мылтыҡтарҙан һәм ҙур булмаған пушкаларҙан атырға, мөмкинлеккә ҡарап уттар тоҡандырырға..»

Петр I-нең 1699 йылдың 20 декабрендәге «Яңы йылды байрам итеү тураһындағы» 1736 һанлы Указы. [1]

»
  1. Хрестоматия по русской истории / Сост. М. Н. Коваленский. — 3-е изд. — М.: Гос. издательство, 1923. — Т. II.