Эстәлеккә күсергә

Солдатов Юрий Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солдатов Юрий Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Асбест[d], Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Жанр Скульптура

Солдатов Юрий Фёдорович (9 март 1940 йыл) — скульптор. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).

Юрий Фёдорович Солдатов 1940 йылдың 9 мартында РСФСР-ҙың Свердловск өлкәһе Асбест ҡалаһында тыуған.

1975 йылда Ленинградта И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтының (Санкт-Петербург дәүләт академияһы; 1975) скульптура факультетын тамамлай.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Колхоз рәйесе Р. Ф. Еникеев[1], А. С. Пушкин һәйкәлдәре. Бөйөк Ватан һуғышы геройы М. Ғ. Гәрәев бюсы (1985, Өфө), сәйәси репрессия ҡорбандарына монумент (2000, Өфө), Советтар Союзы Геройҙарының 14 портрет скульптураһы серияһы (1998, Бәләбәй районы), Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Мирный ауылында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә арналған иҫтәлекле билдә авторы. Эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Нефтекама ҡалаһындағы «Мираҫ» картиналар галереяһында, Милиция музейы коллекцияһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Юрий Федорович Солдатов — 1975 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
  1. hero.asp