Эстәлеккә күсергә

Тальк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тальк
Рәсем
Тығыҙлыҡ 2,75 ± 0,05 грамм на кубический сантиметр
Минерал онтағы төҫө аҡ
Кристаллик система гексагональная сингония[d]
Кристаллографик төркөм space group C2/c[d][1]
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ 1[2][3]
IMA-статус унаследованный минерал[d][4]
IMA Mineral Symbol Tlc[5]
Strunz 8 VIII/E.04[6]
Nickel-Strunz 9 9.EC.05
Nickel-Strunz 10 9.EC.05
 Тальк Викимилектә
Тальк кристалдары.

Тальк — Mg3Si4O10(OH)2 — силикаттар класы, ҡатлы силикаттар аҫкласына ҡараған минерал. Кристаллик матдә, тотҡанда майлы булып тойолған аҡ (һирәгерәк йәшел) төҫтәге онтаҡ. Тальктың сифатын уның аҡлыҡ дәрәжәһенә ҡарап билдәләнә. Сәнәғәт маҡсаттарында онталған тальк, микротальк һәм башҡалар ҡулланыла.

Төҫө аҡтан алып йәшелгә тиклем. Майлы кеүек ялтырай, ҡатламдары мәрүәтле. Ҡатламдары бик камил. Талькты ғалим Майкл Фарадей асҡан. Мосс шкалаһы буйынса минималь (1—2 балл) ҡатылыҡҡа эйә — тырнаҡ менән сыйыла, гипс менән эшкәртеүгә бирелә. Тотоп ҡарағанда майлы кеүек.

  • миннесотаит (Fe миҡдары 50—80 ат. %);
  • виллемсеит — ярайһы уҡ никелле;
  • стеатит (майлыҡас) — тығыҙ массив;
  • агалит — йоҡа ҡатлаулы;
  • затлы тальк — үтә күренмәле аҡһыл .
  • Талькохлорит — 40—50 процентҡа тальктан торған тоҡом.

Балалар өсөн онтаҡ дарыу компоненты булып тора. Көнкүрештә бер-береһенә тейеп торған өҫлөктәрҙең ышҡылыуына ҡаршы ҡулланыла (резина бирсәткәлә, аяҡ кейемендә, камера менән вело/мото-покрышка араһында), шулай уҡ оҙаҡ һаҡлана торған резина әйберҙәрҙең йәбешеүен булдырмай.

Тальк,ышҡылыуҙы кәметкәнлектән, ограниченно юғары ҡаҙаныштар спортында — ауыр атлетикала, спорт гимнастикаһында һәм ҡаяға үрмәләүҙә (тәү сиратта, спортта) ҡулланылғылай. Спортта тальк башлыса күнекмәләр ваҡытында (һөйәлдәргә һәм тире ышҡылыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн) тотонола, ә ярыш ваҡытында ҡул снаряд менән яҡшы берекһен өсөн ҡоро йә шыйыҡ магнезиялы ҡатнашмалар — 4MgCO3*Mg(OH)2*4H2O файҙаланыла.

Косметикала пудра ингредиенты булып тора.

Резина, ҡағыҙ, лак-буяу, медицина (таблеталарҙа), парфюмерия-косметика һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтарында тултырғыс итеп ҡулланыла.

Файҙаланыуҙың мөһим өлкәһе — керамика (айырыуса радиоизоляцион).

В аҙыҡ сәнәғәтендә E553b аҙыҡ өҫтәмәһе сифатында теркәлгән.

Пластмассалар сәнәғәтендә нуклеатор (нуклеирлаусы өҫтәмә) итеп ҡулланыла, ул полимерҙарҙың кристаллашыу циклын ҡыҫҡарта һәм уларҙың физик-механик үҙенсәлектәрен яҡшырта. [источник не указан 1729 дней]

Табыу һәм етештереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР ваҡытында Урта Уралда Шаброво тальк-магнезият ятҡылығы һәм Көньяҡ Уралда Мейәс талькит ятҡылыҡтары, стеатит тальктың Онот ятҡылығы (Көнсығыш Саян), Учалы ҡалаһы янында Кирәбе ятҡылығы эшкәртелә, Көнбайыш Байкал буйы тальклы провинцияһына геологик разведка яһала.

Тальктың эре ятҡылыҡтары — Канадала (Мейдок), АҠШ-та (Гавернур), Францияла (Люзенак).

  • Тальк. catalogmineralov.ru. Дата обращения: 11 август 2014.
  • Talc Mineral Data. Mineralogy Database. Дата обращения: 11 август 2014.