Эстәлеккә күсергә

Тасмания

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тасмания
ингл. Tasmania
палава-кани lutruwita'
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Австралия

Статус

Штат

Административ үҙәк

Хобарт

Эре ҡалалары

Хобарт

Башҡа эре ҡалалары

Лонсестон, Девонпорт, Берни

Губернатор

Кейт Уорнер

Премьер

Джереми Роклифф[en]

Рәсми тел

инглиз теле

Халҡы (2016)

534 457[1]

Майҙаны

68 401 км² (7 урын)

Диңгеҙ
кимәленән бейеклеге
 • Иң бейек нөктәһе
 • Уртаса бейеклеге



 1617 м
 800 м

Тасмания на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC+10

Код ISO 3166-2

AU-TS

Рәсми сайты
Һуңғы дүрт саф тасманиец фотоһы, 1860 йылдар. Уң яҡ — Труганини, ул иң һуңғыһы һанала

Тасмания (ингл. Tasmania, палава-кани lutruwita) — Австралия штаты, ул шул исемдәге утрауҙа урынлашҡан, Австралия ҡитғаһынан көньяҡта, 240 км алыҫлыҡта, континенттан Басс боғаҙы менән айырыла. Шулай уҡ хакимиәт составына яҡындағы утрауҙар — Кинг, Флиндерс һәм алыҫ утрау Маккуори инә. Халҡы — 534 457 кеше (2020 й.). Майҙаны — 401 68 км². Хобарт — баш ҡалаһы, эре ҡалаларҙың береһе[2]. Башҡа эре ҡалалары — Лонсестон, Девонпорт һәм Берни.

Тасмания утрауының майҙаны — 68 401 км² «ревущие сороковые» киңлектәрҙә тотороҡло дауыллы көнбайыш елдәре юлында урынлашҡан. Һинд һәм Тымыҡ океандар тарафынан йыуыла һәм Австралиянан Басс боғаҙы менән айырыла. Тасмания Виктория штаты менән Австралияның иң ҡыҫҡа ҡоро ер сигенә эйә. Виктория менән Тасмания араһындағы рәсми ҡоро ер сиге Басс боғаҙындағы Баундари-Айлет буйы утрауы аша 39°12 киңлегендә 85 метрға һуҙыла.

Тасмания утрауы — материктағы утрау, Австралияның Ҙур Һыу айырғыс һыртының структур дауамы булып тора. Ярҙары күп һанлы ҡултыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә (Маккуори, Шторм, Бөйөк Ойстер ҡултығы һ. б.).

Геологияһы. Рельефы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тасмания утрауы һуңғы боҙлоҡ дәүере аҙағына тиклем (яҡынса 10 000 йыл элек) Австралияның материк өлөшө булған тип иҫәпләнә. Утрауҙың күпселек өлөшө юра диабазаһының башҡа тау тоҡомдарына үтеп инеүенән (магмаларҙан) тора, ҡайһы берҙә киң колонналы ҡоролмалар барлыҡҡа килә. Тасмания — донъяла диабаз таралыуының иң ҙур өлкәһе, бында бик күп үҙенсәлекле тауҙар һәм тау тоҡомдары барлыҡҡа килгән. Башлыса утрауҙың үҙәк яҫы таулығынан һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөнән тора. Хобарт янындағы Веллингтон тауы үҙенең колонна формаһы менән «Орган торбалары» тип атала. Көньяҡ өлөшөндә, яҡынса Хобарт кимәлендә, диабаз ҡомташ ҡатламдары һәм шуға оҡшаш ултырма тоҡомдар аша үтә. Көньяҡ-көнбайышта бик боронғо диңгеҙ ултырмаларынан докембрий кварциттары үткер һырттар һәм тауҙар барлыҡҡа килтерә, мәҫәлән, Федерейшен-Пик (Федерация түбәһе) һәм Френчмес-Кал. Төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Австралия материгының яр буйы граниттарына оҡшаш континенталь граниттарҙы күрергә мөмкин. Төньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа файҙалы ҡаҙылмаларға бай вулкан тоҡомдары хас. Көньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта шулай уҡ мәмерйәләре булған эзбизташтар бар.

Бейек тауҙарҙа кварцит һәм долерит зоналары боҙланыу эҙҙәрен һаҡлай, бигерәк тә үҙәк яҫы таулыҡта һәм утрауҙың көньяҡ-көнбайышында. Мәҫәлән, Крейдл тауы элек боҙ менән (нунатак) ҡапланған булған. Был төрлө тау тоҡомдарының ҡушылыуы уникаль пейзаждар тыуҙыра. Штаттың көньяҡ-көнбайыш осонда ҡая тулыһынса тиерлек кварциттан тора, был тамашасыға тау түбәһендә йыл әйләнәһенә ҡар ҡалҡыулығы тураһында ялған тәьҫораттар бирә.

Һуңғы ваҡытта утрауҙа (геологик масштабта) вулкан әүҙемлеге булмағанлыҡтан, рельефта 600—1000 м бейеклектәге текә яҫы таулыҡ һәм ҡалҡыулыҡтар өҫтөнлөк итә. Тасманиян — Австралияның иң таулы штаты .Башлыса ауыл хужалығы ихтыяждарында ҡулланылған, сағыштырмаса тигеҙ рельефлы, Маккуори й. (Саут-Эскиға, һуңынан Теймарға ҡойусы ағымы буйындағы Мидлендс уйһыулығы Көнсығыш тауын (иң бейек нөктәһе — Легс-Тор тауы, 1572 м) Үҙәк ялпы таулыҡтан айыра (иң бейек нөктәһе — Осса тауы, 1617 м).

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары: полиметалл һәм тимер мәғдәне, ҡурғаш, баҡыр, алтын һ. б.

Климат төньяҡта — субтропик, көньяҡта — уртаса дымлы. Хобартат июлдә уртаса температура — +8 °С булһа, февралдә — +17 °С . Ялпы таулыҡта һәм тауҙарҙа ҡышҡы айҙар температураһы — 0 ° — дән түбәнерәккә төшә. Утрауҙың көнбайышында йылына яуым-төшөм 1000 мм (Маккуори ҡултығында — 2800 мм), көнсығышта — йылына уртаса 600 мм яуым-төшөм тура килә. Яуым-төшөмдөң миҙгелле булыуы күҙәтелә, уларҙың иң күбе ҡышҡы айға тура килә. Ғинуар һәм февраль айҙарында яуым-төшөмдөң 30-40 проценты ғәҙәттә июль һәм август кимәленән төшә, ләкин иң ҡоро айҙарҙа көн аралаш ямғыр яуа. Тасманияла йылына ямғырлы көндәр Австралияның материк өлөшөнә ҡарағанда күберәк.

Үҙәк Тасманияның бер нисә зонаһы, шулай уҡ Флиндерс утрауы 2007 йылда дәүләт власы тарафынан ҡоро район тип иғлан ителә[3].

Тасманияла абсолют максималь температура +42,2 °C 2009 йылдың 30 ғинуарында Скамандер ҡасабаһында теркәлгән. Минималь температура −13 °C 1983 йылдың 30 июнендә Тарралия ҡасабаһында теркәлгән[4].

Тасманияла тау йылғалары күп, уларҙың күбеһендә ГЭС быуалары төҙөлгән, был дәүләттең электр энергияһына ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә.

Ҙур йылғалары — төньяҡта Теймар һәм Маккуори көньяҡта — Дерзунт. Улар мул һыулы, көслө ағымлы, шуға күрә суднолар түбәнге ағымда ғына йөрөй. Үҙәк яҫы таулыҡта боҙлоҡтарҙан барлыҡҡа килгән күлдәр күп.

Тупраҡ көнбайышта — һоро урман, тауҙарҙа — көлһыу һәм тау-болон, төньяҡта һәм көнсығышта — һары һәм ҡыҙыл тупраҡ. Көньяҡ-көнсығыш Тасманияның аллювиаль райондарында тупраҡ алма үҫтерергә мөмкинлек бирә. Тасмания «Aлма утрауы» тип атала башлай, сөнки оҙаҡ йылдар ул донъяла иң эре алма етештереүселәрҙең береһе була. Алма әле лә күпләп үҫтерелә, бигерәк тә Көньяҡ Тасманияла[5].

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тасманияның хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы бик үҙенсәлекле — күбеһе эндемиктар.

Тасманияла территорияның 44 проценты ямғырлы урмандар менән ҡапланған, өҫтәүенә 21 процентын милли парктар биләй. Күлдәре бағыр балыҡҡа бай, йылғалары һәм шарлауыҡтар яуым-төшөм һәм ҡар һыуҙары менән тулыланыла, урмандарында тирукалли һөтлөгәне, батша һәм Ганна эвкалипты, ҡара акация, сассафрас, филлокладус, антарктида диксония һәм Франклин дакридиумы. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлаусылар әле булһа таусылао, ҡағыҙ етештереүселәр һәм гидроэлектростанция төҙөүселәр менән «көрәшә». Тау сәнәғәте ҡалаһы Куинстаундың яланғас сүллеге тәбиғәт ресурстарын уйламай тотоноу эҙемтәләре хаҡында иҫкәртә.

Ошо урындарҙың фаунаһы ла, бигерәк тә тилацин, йәғни муҡсалы бүре, зыян күргән . Утрау гербында төшөрөлгән этте хәтерләткән һоро-һары төҫтәге хайуан. Арҡаһындағы һәм һигеҙгүҙ һөйәгендәге ҡара һыҙаттар өсөн уны юлбарыҫ тип тә атаған. Был йыртҡыс йорт ҡоштарын һәм һарыҡтарына һөжүм иткән, шуның өсөн уларҙы күпләп аулағандар, 1936 йылға бөтөнләй юғалған.

Башҡа уникаль муҡсалы Тасмания иблисына юғалыу онкологик ауырыу — бит шеше арҡаһында янауы ихтимал.[6] Әлеге ваҡытта Австралия ғалимдары Тасмания иблистәре араһында ошо ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн әүҙем эш алып бара.

Тасман диңгеҙенә осоп күтәрелә һәм Тымыҡ океанды урап тиерлек, дауыл хәбәрсеһе йыл һайын үҙенең ҡомло ояларына әйләнеп ҡайта.

Йоҡа суҡышлы дауыл хәбәрселәре ояларынан алыҫ түгел, ҡыҫҡа суҡышлы осмай торған ҡош — бәләкәй пингвиндар йәшәй. Уларҙың тән ауырлығы бесәйҙекенән артыҡ түгел[7].

Атаманың этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙы 1642 йылда Абель Тасман аса, ул уны Ост-Һиндостанда Голландия колонияларының генерал-губернаторы Антони ван Димен, яңы ерҙәр эҙләү буйынса экспедиция ойоштороусы, хөрмәтенә Вандименова Ере тип атай. Ә быуат уртаһында (1856 йылдың 1 ғинуары) утрауҙы Тасмания тип атайҙар[8].

Аборигендар осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Тасманияға тасманий аборигендары урынлашҡан.Һуңынан утрауға әйләнгән был төбәктә уларҙың булыуҙары тураһында шаһитлыҡ иткән табылдыҡтарҙың йәше 35 меңдән дә кәм түгел[9]. Диңгеҙ кимәленең күтәрелеүе Тасманияны яҡынса 10 000 йыл элек Австралияның материк өлөшөнән киҫә[8].

1803 йылда урындағы халыҡ һаны 5 меңдән алып 10 меңгә тиклем тәшкил итә. Европалылар килтергән йоғошло ауырыуҙар арҡаһында 1833 йылға утрауҙың ерле халҡы 300 кешегә тиклем кәмей. Аборигендарҙың барыһын да тиерлек Джордж Август Робинсон Флиндерс утрауына күсерә.

Труганини исемле ҡатын (1812—1876) һуңғы саф Тасмания ҡатыны тип һанала. Ләкин һуңғыһы Вайбаленда тыуған һәм 1905 йылда вафат булған Фанни Кокрейн Смит тигән дәлилдәр бар.

Беренсе европалылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Xix быуат аҙағында Тасмания

Тасманияны беренсе булып 1642 йылдың 24 ноябрендә голланд сәйәхәтсеһе Абель Тасман күрә, Тасман Блэкман ҡултығына килеп ултыра. 1773 йылда Тобиас Фурнау Адвент ҡултығында Тасмания ярҙарына килгән беренсе инглиз була. Марк Джозеф Марион-Дафресн етәкселегендәге француз экспедицияһы 1772 йылда Блэкман ҡултығындағы утрауға килә.

Капитан Джеймс Кук бортында йәш Уильям Блай менән 1777 йылда Адвенч ҡултығында туҡтай. Уильям Блай бында 1788 йылда (Баунти карабында) һәм 1792 йылда (йәш Мэттью Флиндерс менән Провиденс карабында) яңынан килә. башҡа европалылар ҙа килә. Үҙҙәренән һуң топографик объекттарҙың исемдәрен ҡалдырып китәләр. Мэттью Флиндерс һәм Джордж Басс беренсе тапҡыр 1798—1799 йылдарҙа Тасманияның утрау булыуын иҫбатлай[10].

Беренсе Рисдон-Коув инглиздәр тарафынан 1803 йылда Дервент йылғаһы тамағының көнсығыш ярында нигеҙ һалына. Сиднейҙан Джон Боуэн етәкселегендәге ҙур булмаған күскенселәр партияһы француздарҙың утрауға дәғүәләрен булдырмау өсөн ебәрелә. Салливанс Коувтың альтернатив тораҡ пунктына капитан Дэвид Коллинз 1804 йылда нигеҙ һала. Һуңыраҡ ҡасаба Хобарт тип ул ваҡыттағы колониялар буйынса дәүләт секретары лорд Хобарт хөрмәтенә бирелә. Һуңыраҡ Рисдон ҡасабаһы ташландыҡ хәлдә була.

Тәүге күскенселәр башлыса хөкөм ителгәндәр һәм уларҙың ҡораллы һаҡсылары булалар. Уларға ауыл хужалығын һәм сәнәғәтте үҫтереү бурысы ҡуйыла. Утрауҙа күп тораҡ пункттар барлыҡҡа килә, шул иҫәптән көньяҡ-көнсығышта Порт-Артурҙағы төрмәләр һәм көнбайыш яр буйындағы Маккуори ҡултығы. 1803 йылдан алып 1853 йылға тиклем 50 йыл эсендә яҡынса 75 000 хөкөм ителгән кеше Тасманияға оҙатыла.[11] Ван Димен Ере Яңы Көньяҡ Уэльстан айырыла һәм 1825 йылдың 3 декабрендә үҙ суд системаһы һәм закондар сығарыу советы менән бойондороҡһоҙ колония тип иғлан ителә[8].

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тасмания штаты территорияһы урындағы үҙидараның 29 районына бүленә: 6 ҡала (ҡала) һәм 23 муниципаль берәмек (муниципалитет). Район Советтары төрлө функциялар башҡара: ҡала төҙөлөшө, юл инфраструктураһы, сүп-сар йыйыу һ. б.

2011 йылда Тасмания халҡы 495 354 кеше тәшкил итә. Халыҡтың күпселек өлөшө — инглиз-австралиялылар (83,6 %). Был милләтте башлыса Бөйөк Британиянан һәм Ирландиянан килгән иммигранттарҙың нәҫелдәре ойошторған. Улар 1788 йылдан, утрауға тәүге колониясылар килгән ваҡыттан, үҙ тарихын һанап сығарырға ғәҙәтләнгән. Сығышы менән ҡатнаш (европеоид-австралоид) халыҡтың яҡынса 1 % үҙен абориген-тасманийҙарға, Тасманияның төп халҡына ҡарай. Шулай уҡ бында ҡытайҙар, һиндтар һәм башҡа халыҡтар бар.

Дәүләт теле — халыҡтың 91,7 % һөйләшкән инглиз теле. Күпселек халыҡ, шул иҫәптән аборигендар, христиандар (англикан сиркәүе мәхәлләләренең күпселеге — 20,4 %, унан һуң католиктар — 15,6 %, Берләшкән сиркәү вәкилдәре — 3,8 %, дингә ҡарамағандар һәм атеистар — 37,8 %.

Көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш Тасманияның 1865 йылдағы файҙалы ҡаҙылмалар карталары

Тасманияның традицион сәнәғәт тармаҡтары булып тау (баҡыр, цинк, ҡурғаш һәм тимер), ауыл хужалығы, урман әҙерләү һәм туризм тора. Балыҡ һәм диңгеҙ продукттары (атлантик һөмбаш, галлиотис) экспорттың мөһим предметы булып тора.

Һуңғы 15 йылда Тасмания дәүләт өсөн яңы ауыл хужалығы продукцияһы: шарап, сафрон, шамомил, сейә етештереүҙе әүҙем үҫтерә.

1990-сы йылдарҙа Тасмания сәнәғәте бөлгөнлөккә төшә, был ҡайһы бер квалификациялы эшселәрҙең материкҡа, башлыса Мельбурн һәм Сидней кеүек эре сәнәғәт үҙәктәренә сығыуына килтерә. Ләкин 2001 йылдан Австралия иҡтисадында хәл яҡшыра башлай. Бөтә Австралияла уңайлы иҡтисади климат, авиация тарифтарының түбән булыуы һәм ике яңы паромды файҙаланыуға биреү утрауҙа туристик үҫеш өсөн шарттар тыуҙыра.

Бөгөнгө көндә Тасмания халҡының төп өлөшө дәүләт ойошмаларында эшләй. Башҡа эре эш биреүселәр иҫәбенә Федераль төркөм, бер нисә ҡунаҡхана һәм ике казино хужаһы, шулай уҡ штаттың иң эре ағас әҙерләү компанияһы Ганнс Лиметед инә. 1990 йылдар аҙағында, киң һыҙатлы Австралия компаниялары үҙҙәренең колл-үҙәктәрен Тасманияға күсерә.

  • Фюрно утрауҙары;
  • Бруни;
  • Гордон плотинаһы
  1. Tasmania (Federal State, Australia) - Population Statistics, Charts, Map and Location. Дата обращения: 26 июнь 2020. Архивировано 28 июнь 2020 года.
  2. Тасмания // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Midlands Drought area. Tasmanian Government. Дата обращения: 1 март 2011. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2016 года. 2016 йыл 1 ғинуар архивланған.
  4. Rainfall and Temperature Records: National Bureau of Meteorology. Дата обращения: 1 март 2011. Архивировано 9 октябрь 2019 года.
  5. Apple Industry. Дата обращения: 14 май 2021.
  6. Тасманийский дьявол 2010 йыл 24 июль архивланған., Devil Facial Tumour Disease (DFTD)
  7. Наша Ботаничка / Электронный ресурс/ Тасмания/ Растительность
  8. 8,0 8,1 8,2 В. Кабо «Прошлое тасманийцев в свете архологических исследовании»
  9. Tasmanian Aboriginal People and History. Aboriginal Art Online. Дата обращения: 5 февраль 2011. Архивировано из оригинала 9 апрель 2011 года. 2011 йыл 9 апрель архивланған.
  10. The Early History of Tasmania, R.W.Giblin 1928
  11. «Заключённые и британские колонии в Австралии. Архивировано 12 октябрь 2007 года. 2007 йыл 12 октябрь архивланған.». Culture.gov.au.
  • Тасмания // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Кабо В. Р. Тасманийцы и тасманийская проблема. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1975. — 200 с.: ил.
  • Меч С. Австралия и Тасмания. — М.: Тип. И. Н. Кушнерёва, 1898. — 3-е изд. — 150 с.