Тауыш
Тауыш | |
Ҡайҙа өйрәнелә | акустика[d], фонология һәм аудиология[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | тишина[d] |
Тауыш Викимилектә |
Тауыш — механик тирбәлеүҙәрҙең ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге мөхиттә тығыҙ тулҡын рәүешендә таралыуынан хасил булған физик күренеш. Тар мәғәнәлә тауыш атамаһы ошо тирбәлеүҙәрҙең хайуандар һәм кешенең һиҙеү ағзалары тарафынан нисек ҡабул итеүен аңлата[1].
Һәр төрлө тулҡын кеүек, тауыш та амплитуда менән характерлана. Ғәҙәти кеше 16—20 Гц-тан алып 15—20 кГц-ҡа тиклемге йышлыҡ диапазонындағы тауыш тирбәлеүҙәрен ишетергә һәләтле[2]. Кеше ишетерлек диапазондан түбәнерәк булған тауыш инфратауыш (инфразвук); юғарыраҡтары: 1 ГГц-ҡа тиклеме — ультратауыш (ультразвук), 1 ГГц-тан күберәге — гипертауыш (гиперзвук) тип аталып йөрөтөлә. Тауыштың көсө нәтижәле тауыш баҫымы, йышлыҡ һәм тирбәлеү формаһына, ә тауыш юғарылылығы — йышлыҡҡа ҡына түгел, ә тауыш баҫымының кимәленә лә бәйле.
Ишетелгән тауыштар араһынан бигерәк тә фонетик, һөйләү телмәрен тәшкил иткән телмәр тауыштарын һәм фонемаларҙы, шулай уҡ музыка нигеҙендә ятҡан музыкаль тауыштарҙы айырып ҡарарға кәрәк. Музыкаль тауыштар бер генә түгел, ә бер нисә тонды, ҡайһы саҡта киң йышлыҡтағы диапозондарҙа булған шау-шыу өлөштәрен дә үҙ эсенә ала.
Тауыш тураһында төшөнсә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыш тулҡындары тирбәлеш процессы өлгөһө булып тора. Һәр төрлө тирбәлеш системаның тигеҙлек хәлен боҙоу һәм тигеҙлек хәленә кире ҡайтыуы менән сағыла. Тауыш тирбәлеше өсөн бындай характеристика — мөхит нөктәһендә баҫым, ә уның тайпылыуы тауыш баҫымы булып тора.
Әгәр тығыҙ мөхит өлөшсәләре бер урында, мәҫәлән, поршен ярҙамында, ҡырҡа күсерелһә, был урында баҫым күтәрелә. Өлөшсәләрҙең тығыҙ бәйләнеше арҡаһында баҫым күрше өлөшсәләргә күсә, улар, үҙ сиратында, киләһе өлөшсәләргә йоғонто яһай һәм юғары баҫым өлкәһе һығылмалы мөхиттә күсеп йөрөй. Юғары баҫым өлкәһенән һуң түбән баҫым өлкәһе килә, шул рәүешле, мөхиттә тулҡын рәүешендә таралған бер нисә ҡыҫылыу һәм һирәкләнеү өлкәһе барлыҡҡа килә. Был осраҡта һығылмалы мөхиттең һәр өлөшсәһе тирбәлеү хәрәкәттәре яһаясаҡ.
Шыйыҡ һәм газ һымаҡ мөхиттәр өсөн акустик тулҡындар буйлы тулҡындар булып хәрәкәт итә, йәғни киҫәктең бер өлөшө тулҡындар күсеүгә тура килә. Ҡаты есемдәрҙә, шыуышыу деформацияһы арҡаһында тулҡын барлыҡҡа килә; был осраҡта таралыу йүнәлешенә перпендикуляр була. Буйлы тулҡындарҙың таралыу тиҙлеге шыуышыу деформацияһы тулҡындарына ҡарағанда ҙурыраҡ була.
Фәлсәфә, психология һәм экологияла тауыш фекерләүгә йоғонто яһаусы булараҡ өйрәнелә (һүҙ, мәҫәлән, электорон акустик саралар ярҙамында булдырылған тауыш арауығы).
Тауыш тиҙлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыштың тиҙлеге — мөхиттә тауыш тулҡындарының таралыу тиҙлеге.
Ҡағиҙә булараҡ, газдарҙа тауыш тиҙлеге шыйыҡсаларҙа ҡарағанда аҙыраҡ.
Һауала тауыш тиҙлеге температураға һәм ғәҙәти шарттарҙа яҡынса 340 м/с тәшкил итә.
Һәр мөхиттә тауыш тиҙлеге түбәндәге формулаға ярашлы иҫәпләнә:
- ,
бында — мөхиттең адиабатик һығылмалылығы; — тығыҙлыҡ.
Тауыш ҡатылығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыш ҡатылығы — тауыштың көсөн субъектив ҡабул итеү (ҡолаҡ тойоуының абсолют дәүмәле). Тауыш ҡатылығы башлыса тауыш баҫымына, амплитудаға һәм тауыш тирбәлеше йышлығына бәйле. Шулай уҡ тауыш яңғырашына уның спектраль составы, арауыҡта локалләшеүе, тембрҙар, тауыш тирбәлеүе тәьҫиренең оҙайлығы, кешенең ишетеү анализаторының индивидуаль һиҙгерлеге һәм башҡа факторҙар йоғонто яһай[3][4].
Тауышты генерациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыш генерацияһы өсөн, ғәҙәттә, төрлө тәбиғәтле тирбәлеүсе есемдәр ҡулланыла, улар тирә-яҡ һауаның тирбәлеүенә килтерә. Бындай генерацияның өлгөһө булып Тауыш ярылары, репродуктор-динамиктар йәки камертон ҡулланыу хеҙмәт итеүе мөмкин. Уларҙың күпселеге (музыкаль инструменттар) шул уҡ принципҡа нигеҙләнгән. Ғәҙәттә тауыш генерацияһы өсөн һауа тирбәлеүен булдырыусы тирә- Тауыш ярылары, динамиктар йәки камертон бындай генерацияның миҫалы булып тора. Музыка ҡоралдарының күбеһе шул принципҡа нигеҙләнгән. Тынлы инструменттарға был ҡағиҙә ҡағылмай, тынлы инструменттарҙа һауа ағымы инструменттың тигеҙ булмаған өлөшө менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе аша генерациялана. Когерент тауыш булдырыу өсөн тауыш йәки фонон лазеры ҡулланыла.[5].
Техникала сигналдар йәки тауыш генераторҙары ҡулланыла.
Ультратауыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ультратауыш — юғары йышлыҡтағы һығылмалы тирбәлеүҙәр. Кеше ҡолағы мөхиттә 16 ГкГц-20-гә тирбәлеүҙәрҙе тауыш тип ҡабул итә; юғары йышлыҡтағы тирбәлеүҙәр ультратауыш (ишетеү һәләтенән ситтә) тип атала. Тауыш тулҡыны газлы, шыйыҡ йәки ҡаты хәлдәге матдәлә бер йүнәлештә тарала, был матдә киҫәксәләренең күсеше булғанда, йәғни мөхиттең деформацияһына килтерә. Деформация — ул мөхиттең айырым дәүмәлдәренең эҙмә-эҙлекле һирәкләнеүе һәм ҡыҫылыуы, йәнәшәләге ике өлкә араһындағы алыҫлыҡ ультратауыш тулҡынының оҙонлоғона тап килә. Мөхиттең үҙенсәлекле акустик ҡаршылығы ни тиклем ҙурыраҡ булһа, тирбәлеүҙәр амплитудаһында мөхиттең ҡыҫылыу һәм һирәкләнеү дәрәжәһе лә шул тиклем ҙурыраҡ була. Тулҡын энергияһын тапшырыуҙа ҡатнашҡан мөхит киҫәксәләре уларҙың тигеҙ торошо янында тирбәлә. Киҫәксәләрҙең тирбәлеү тиҙлеге тирбәлеү тиҙлеге тип атала. Тауыш тудҡындары таралғанда юлдағы ҡаршылыҡтарҙың ҙурлығы менән дифракция күренештәре, интерференция һәм тауыштың кире ҡайтарылыуы мөмкин. Ультратауыш диагностикаһы кире ҡайтарылыу күренешенә нигеҙләнә. Ультратауыш тулҡындарын йотолоуы: ультратауыш таралған тирә-яҡ мөхит һуҙылыусанлыҡ, йылы үткәреүсәнлеккә эйә һәм эске ышҡылыуҙың башҡа сәбәптәре булғанлыҡтан, артабан тулҡын таралыу ваҡытында йотолоу, йәғни сығанаҡтан алыҫлашҡан һайын ультратауыш тирбәлештәренең амплитудаһы һәм энергияһы кәмей бара. Ультратауыш тараған мөхит уның аша үткән энергия менән үҙ-ара тәьҫир итешә һәм уның бер өлөшөн үҙенә һеңдерә. Йотолған энергияның күп өлөшө йылылыҡҡа әүерелә, бәләкәйерәк өлөшө тапшырыусы матдәлә кире ҡайтмаҫлыҡ структур үҙгәрештәренә килтерә.
Ультратауыштың үтеп инеү тәрәнлеген көсөргәнешлектең ике тапҡырға кәметеү тәрәнлеге тип аңлайҙар. Был дәүмәл йотоуға кире пропорциональ: мөхит ультратауышты күберәк йотҡан һайын, ара ла шул тиклем кәмей.
Әгәр мөхит бер төрлө булмаһа, тауыш сәселеүе барлыҡҡа килә, был ультратауыш таралыуын һиҙелерлек үҙгәртә ала һәм, ахыр сиктә, тулҡындың тәүге таралыу йүнәлешендә лә кәмеүенә сәбәпсе була.
Мөхиттәр сигендә ультратауыш тулҡындар һынылыуы күҙәтеләсәк.
- Таралыусы һәм таралмаусы ультратауыш тулҡындары
Мөхиттә ультратауыш тулҡындары таралыу ваҡытында уларҙың кире сағылышы булмаһа, хәрәкәт итеүсе тулҡындар барлыҡҡа килә. Энергия юғалтыуҙар һөҙөмтәһендә мөхит өлөштәренең тирбәлеү хәрәкәттәре яйлап һүнә бара, һәм киҫәксәләр нурланыу өҫлөгөнән ни тиклем алыҫыраҡ булһа, тирбәлеүҙәренең амплитудаһы ни тиклем бәләкәйерәк.
Ультратауыш тулҡындарының эләгеүе һәм сағылыуы таралмай торған тулҡындар барлыҡҡа килтергә мөмкин. Таралмай торған тулҡындар барлыҡҡа килеп сыҡһын өсөн, тауыш сыҡҡан ерҙән ҡайтарыусы йөҙҙәргә тиклемге алыҫлыҡ тулҡын оҙонлоғоноң яртыһынан күпкә күп булырға тейеш.
Тауыш таралыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауыш таралыу — арауыҡта һәм ваҡытта тауыш тулҡындарының таралыуы. Тауыш тулҡыны газ, шыйыҡ йәки ҡаты хәлдә булған матдәләрҙә тарала, ошо матдәләрҙә тауыш деформация тыуҙыра һәм матдәнең өлөшсәләре күскән яҡҡа тауыш тарала. Мөхиттә эҙмә-эҙлекле өлөшсәләрҙең һирәкләнеүе һәм ҡыҫылыуы алышынып тора, күрше өлкәләр араһындаға ара тауыш оҙонлоғона тиң.
Инфратауыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инфратауыш (лат. infra — түбәндә, аҫта) — кеше ҡолағы ҡабул иткән йышлыҡтарҙан түбән йышлыҡҡа эйә булған тауыш тирбәлеүе. Инфратауыштың йышлыҡ диапазонының өҫкө сиге ғәҙәттә 16—25 Гц тәшкил итә. Уның диапазонының түбәнге сиге шартлы рәүештә 0,001 Hz тип билдәләнә. Ундан бер өлөшөнән һәм хатта герцтың меңдән бер өлөшөнән тирбәлеүҙәр, йәғни ун секундлыҡ осорҙар ғәмәли ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы мөмкин. Инфратауыш тирбәлеүҙәренең барлыҡҡа килеү характеры ишетелгән тауышҡа тиң булғанлыҡтан, инфратауыш бер үк закондарға буйһона, уны тасуирлау өсөн ябай яңғырашлы тауышты иҫәпләгән шул уҡ математик аппарат (тауыш кимәленә ҡағылышлы төшөнсәләрҙән тыш) ҡулланыла. Инфратауышты мөхит насар йота, шуға күрә ул сығанаҡтан байтаҡ араға тарала ала. Тулҡын оҙонлоғо бик оҙон булғанға, юлда осраған ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡтарҙы уратып, ситләтеп үтә ала.
Диңгеҙҙә барлыҡҡа килә торған инфратауыш экипаж тарафынан ташланған караптарҙы табыу мөмкинлектәренең береһе тип атала[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Книга: Физическая энциклопедия||автор=И. П. Голямина|статья=Звук|ссылка=http://www.femto.com.ua/articles/part_1/1222.html%7Cстраницы=(недоступная ссылка)
- ↑ Слух — общая информация 2013 йыл 12 ғинуар архивланған.
- ↑ Архив журнала «Звукорежиссёр», 2000, #8 2007 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ Архив журнала «Звукорежиссёр», 2000, #9 2007 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ Jacob B. Khurgin. Phonon lasers gain a sound foundation (инг.) // Physics. — 2010. — Т. 3. — С. 16.
- ↑ Мезенцев В. А. В тупиках мистики. М.: Московский рабочий, 1987.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Звук // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Радзишевский А. Ю. Основы аналогового и цифрового звука. — М.: Вильямс, 2006. — С. 288. — ISBN 5-8459-1002-1.