Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы
Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы | ||||
Тыуған ваҡыты: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылы | |||
Вафат ваҡыты: | ||||
Вафат урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы | |||
Һөнәре: |
актёр | |||
Гражданлығы: | ||||
Әүҙем йылдары: |
1932-1981 | |||
Театр: | ||||
Наградалары: |
|
Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы (14 март 1909 йыл — 7 ноябрь 1981 йыл) — театр актёры. 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы Туҡаев 1909 йылдың 14 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.
1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (М. А. Мәһәҙиев, В. Мортазин-Иманский курсы) тамамлай.
1930 йылда һәм 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 1930—1935 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Театрҙа йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, тәбиғәт күренештәрен, предметтәрҙе һүрәтләп, импровизация һәм яңы кәүҙәләнеш алыу оҫтаһы амплуаһына эйә була, ғәжәйеп образдар ижад итә.
Өфө ҡалаһында 1981 йылдың 7 ноябрендә вафат була.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрамғол («Ағиҙел ярында» — «На берегу Агидели» Р.Ниғмәти), Зәкирйән («Дауылға табан» — «Буре навстречу» Р. Ф. Ишмурат), Ябағаев («Айгөл иле»); рус.: Земляника («Тәфтишсе» — «Ревизор» Н. В. Гоголь), Телегин («Ваня ағай» — «Дядя Ваня» А. П. Чехов), Шадрин («Мылтыҡлы кеше» — «Человек с ружьём» Н. Ф. Погодин), Кәрим бай һәм Вафа («Башмағым»), Ҡалмантаев («Аҡ сирендәр» — «Белая сирень» Н.Асанбаев), Бальзаминов («Бальзаминовтың өйләнеүе» — «Женитьба Бальзаминова» А. Н. Островский), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөлә артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 март 2022)
- http://cult.vslovar.org.ru/5242.html 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
- 14 мартта тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дәүләкән районында тыуғандар
- 7 ноябрҙә вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар