УГАТУ-САТ
УГАТУ-САТ | |
Масса | 40 килограмм |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Начало пути | Площадка № 31[d][1] һәм Байконур |
Ракета-носитель | Союз-2.1б[d][1] |
Хеҙмәтләндереүсе | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Дата запуска космического аппарата | 17 сентябрь 2009[1] |
УГАТУ-САТ — Өфө дәүләт авиация техник университетының 2009 йылда осоролған күнекмә микроюлдашы.
Эшләнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«УГАТУ-САТ» микроюлдашы Өфө дәүләт авиация техник университетының «Инфокосмос» студенттар бюроһында эшләнә. Уның бортына бер пикселгә 50 метр рөхсәте булған күп каналлы мультиспектрлы камера урынлаштырыла[2].
Университеттың белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу барышында булдырылған Йыһан уҡыу-фәнни лабораторияһы, «УГАТУ-САТ» ярҙамында тирә-яҡ мөхитте тикшерә, файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыу параметрҙарын анализлай, урта кимәлдәге һәм урман янғындарын, һыу баҫыуҙарҙы, температура аномалияларын, атмосфераға химия ҡалдыҡтарын ташлауҙы, авария һөҙөмтәһендә нефть ағыуын күҙәтер, тип күҙаллана[2][3].
«УГАТУ-САТ» микроюлдашының ауырлығы 40 килограмм була[3].
Проект университеттың «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә яулаған грантының бер өлөшө иҫәбенә[3] тормошҡа ашырыла һәм уның дөйөм хаҡы 120 миллион һум тәшкил итә («Полёт» производство берекмәһендә эшләнгәне 30 миллион һум тора).
Йыһанға осороу һәм эшләүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 17 сентябрендә Мәскәү ваҡыты менән киске 8 тула 5 минутта Байконур космодромынан ракета йөрөтөүсе «Союз-2» карабы йыһанға «УГАТУ-САТ» фәнни-белем биреү микроюлдашын осора. Ваҡыты 15 сентябргә билдәләнгән булһа ла, һауа торошона бәйле, дата күсерелә. Юлдаштың тәүге сигналдары Өфө дәүләт авиация техник университетының Йыһан мәғлүмәтен тотоу һәм эшкәртеү үҙәгендә ҡабул ителә. Шулай уҡ «УГАТУ-САТ» менән бергә М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының «Татьяна-2» микроюлдашы ла осорола. Был баш ҡала вузының икенсе тәжрибәһе була, тәүге юлдашы улар уҡыу йортоноң 250 йыллығы уңайынан 2005 йылда осора[2]. Өфө дәүләт авиация техник университеты — Рәсәйҙә йыһанға үҙ микроюлдашын сығарған икенсе вуз.
Уҡыу йорто студенттары шулай уҡ йыһан программаһында ҡатнашырға тейеш була[2].
2010 йылдың 13 февралендә УГАТУ-САТ микроюлдашы бәйләнешкә сыҡмай[4]. Орбитала бер нисә ай эшләп, Ер тирәләй 157 тапҡыр әйләнгәндән һуң, юлдаш 2009 йыл һуңында сафтан сығып, Рәсәйҙең орбиталь төркөмөнән алына[5].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Задачи спутника и его изображение
- Городецкий И. И., Султанов А. Х. УГАТУ-САТ // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Макдауэлл Д. Jonathan's Space Report — 1989.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Газета «Поиск» — «Вдвоём на орбите: МГУ и УГАТУ покоряют околоземное пространство» . Дата обращения: 2 июнь 2010. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 «Российская газета» — «Знания улетели в космос: Студенты запустили спутник» . Дата обращения: 2 июнь 2010. Архивировано 19 ноябрь 2011 года.
- ↑ Новости космонавтики: 12-18 февраля 2010 г.
- ↑ Случаи отказов российских спутников. Досье