Урта Припять
Урта Припять | |
---|---|
белор. Сярэдняя Прыпяць | |
Категория МСОП — IV (Территория управления видами или местообитаниями) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 93062,15 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1999 йыл |
Урынлашыуы | |
52°15′00″ с. ш. 27°00′00″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Лунинец |
Урта Припять (бел. Сярэдняя Прыпяць) — Белоруссияла 1999 йылда Брест өлкәһе Столин, Пинск, Лунинец райондары һәм Гомель өлкәһе Житкович районы[1]территорияларында барлыҡҡа килгән республика ландшафт заказнигы. Заказник Европала уйһыу һаҙлыҡтарының, йылғаларының, ҡылымыҡтарының һәм һыубаҫар туғайҙарының һуңғы ҙур тәбиғи комплексы, төп орнитологик территорияһы һәм Рамсар биләмәһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник Беларусь Республикаһы Министрҙар Советының 1999 йылдың 19 июлендәге 1105-се һанлы ҡарары буйынса «Низовье Ясельды», «Устье Лани» һәм «Низовье Случи» дәүләт биологик заказниктары базаһында дөйөм майҙаны 90447 гектар территорияла булдырылған. Министрҙар Советының 2013 йылдың 22 ноябрендәге 1008-се ҡарарына ярашлы, заказник майҙаны 2615,15 гектарға ҙурайтылып, 93062,15 гектарға тиклем арта[2].
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник Полесьеның төп һыу артерияһы — Припять йылғаһының (Ясельда тамағынан Ствиги тамағына тиклем) урта ағымында булдырылған. Участканың оҙонлоғо яҡынса 120 километр, киңлеге 4 километрҙан 14 километрға тиклем.
Төп биотоптары: урмандар — 35 %, ҡыуаҡтар — 8 %, болондар—30 %, уйһыу һаҙлыҡтар— 20 %, йылғалар һәм уларҙың яр буйҙары— 4 %, ауыл хужалығы ерҙәре— 2 %, күлдәр һәм башҡа тәбиғи һыу ятҡылыҡтары— 1 %[3].
Үҫемлек донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Территорияның яҡынса 92%-н тәбиғи үҫемлектәр биләгән майҙандар тәшкил итә. Заказник территорияһында һыубаҫар урмандар һәм болондар күп. Урмандар араһында ҡара ереклек һәм имәнлектәр өҫтөнлөк итә. Заказник территорияһында болондарҙың бөтә төрҙәрен дә табырға мөмкин: бик һаҙланғанынан алып структураһы буйынса далаларға яҡынлашҡан ҡороларына тиклем. Шулай уҡ һыубаҫар туғайҙа типик уйһыу һаҙлыҡтар бар, улар Европала юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған биотоптар барлыҡҡа килтерә. Иң ҙур һаҙлыҡтар Припять йылғаһының ҡушылдыҡтары Ясельда һәм Стыр (элекке атамаһы Стырь) тамаҡтарында тупланған
Заказник территорияһында 725 төр үҫемлек үҫә, шуларҙың 11 төрө Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник территорияһында һирәк осрай торған һыу эргәһендәге имеҙеүселәр һанын һаҡлау өсөн яҡшы шарттар бар. Бында ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең 16 төрө осрай, улар араһында: европа һаҙлыҡлы ташбаҡаһы (Emys orbicularis), ябай ағас тәлмәрйене — квакша (Hyla arborea), ҡамыш әрмәндеһе (Bufo calamita).
«Урта Припять» заказнигы майҙанында Припяттә һәм иҫке үҙән-күлдәрҙә йәшәүсе балыҡтарҙың 37 төрө осрай. Припять йылғаһы Европала һирәк осрай торған һәм юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған күп кенә ҡош төрҙәренең популяцияһын һаҡлау өсөн халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Ҡоштарҙың 182 төрө билдәләнгән, шуларҙың 52 — һе Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән, ә 5 төрө глобаль юғалыу ҡурҡынысы аҫтында: алабаш ҡурҙай (Acrocephalus paludicola), ҙур ҡарағош- подорлик (Aquila clanga), тартай (Crex crex), зырҡыуыт- дупель (Gallinago media), мәрйенгүҙ-белоглазый нырок (Aythya nyroca) һәм сәңкелдәк ҡаҙ- пискулька (Anser erythropus). Оя ҡороу ваҡытында 155 төр ҡош күҙәтелә, шуларҙың 39-ы һаҡ аҫтына алынған[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров Республики Беларусь от 19 июля 1999 г. № 1105 «Об образовании республиканского ландшафтного заказника „Средняя Припять“» . Дата обращения: 21 март 2018. Архивировано из оригинала 25 март 2018 года.
- ↑ Республиканский ландшафтный заказник «Средняя Припять» увеличился на 2,6 тыс.га . Дата обращения: 21 март 2018. Архивировано 22 март 2018 года.
- ↑ Тэрыторыі важныя для птушак 2018 йыл 22 март архивланған. (белор.)
- ↑ Захаваць «Сярэднюю Прыпяць» для птушак 2013 йыл 14 май архивланған. (белор.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сахвон, В. В. Роль пойменных лесов ландшафтного заказника «Средняя Припять» в сохранении редких и малочисленных видов птиц 2019 йыл 28 май архивланған.