Эстәлеккә күсергә

Файрушин Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файрушин Иван Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Бахтыбай, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 июль 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Ерләнгән урыны Бахтыбай
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт матбуғат университеты

Файрушин Иван Сергеевич (15 декабрь 1950 йыл4 июль 2006 йыл) — график. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Мәскәү халыҡ‑ара китап күргәҙмә‑йәрминкәһе (1981), бөтә Рәсәй “Китап сәнғәте” (“Искусство книги”; 1987), миниатюр китаптар (1991) конкурстары дипломанты[1].

Иван Сергеевич Файрушин 1950 йылдың 15 декабрендә БАССР‑ҙың Бөрө районы Бахтыбай ауылы тыуған. 1980 йылда Мәскәү полиграфия институтының баҫма продукцияның нәфис-техник биҙәү факультетын уңышлы тамамлағандан һуң “Китап” нәшриәтендә биҙәүсе булып эшләй башлай.

1993 йылдан алып “Восток” нәшриәтендә эшләй.

1994—95 йылдарҙа “Светлячок” журналында, 1998—2006 йылдарҙа “Бельские просторы” журналының художество мөхәррире булып эшләй.

Башлыса китап графикаһы өлкәһендә эшләй. Уның ҡатнашлығында С.Алексеевтың “Урыҫтар тарихынан йөҙ хикәйә” (“Сто рассказов из русской истории”; 1980), Ғ.Й.Рамаҙановтың “Байраҡ хаҡында поэма” (1987) китаптарын, “Сәләм һиңә, Башҡортостан" шиғырҙар йыйынтығын, “Башҡортостан халыҡтарының әкиәттәре” (“Сказки народов Башкортостана”; 1993), И.М.Гвоздикованың “Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы тикшереү” (“Салават Юлаев. Исследование документальных источников”; 1992) һәм “Башҡортостан Е.И.Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында һәм унан алда” (“Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва”; 1999) китаптарын, “Мостай Кәрим. Тормошо һәм ижады” (“Мустай Карим. Жизнь и творчество”; 2000) фотоальбомы биҙәлә.

Файрушин Иван Сергеевич 2006 йылдың 4 июлендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнә.

Эшләү дәүерендә “Башҡортостан”, “Слово” һәм башҡа нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек итә. 1979 йылдан алып Бәтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның Эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Марий Эл Республикаһы Т. Евсеев исемендәге Милли музейы (Йошкар‑Ола) коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.