Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы
Мирғәй Әхмәй улы Фәрхетдинов | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны |
Украина ССР-ының Николаев өлкәһе Братский ауылы | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Ғәскәр төрө |
пехота | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1937—1944 | |||||
Хәрби звание | өлкән лейтенант | |||||
Командалыҡ итеү |
1041-се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы | |||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Совет-фин һуғышы (1939—1940); Бөйөк Ватан һуғышы | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы (12 август 1915 йыл — 28 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Өлкән лейтенант, пулемёт ротаһы командиры. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирғәй Әхмәй улы Фәрхетдинов 1915 йылдың 12 авгусында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) Яңы Ҡаръяуҙы ауылында тыуған. Милләте башҡорт[2][3]
Атаһы вафат булғандан һуң, ҡартатаһында тәрбиәләнә. Мәктәпте тамамлағас, тимер юлда йөк ташыусы, бригадир булып эшләй[4].
1937 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң кесе лейтенанттар курстарын тамамлай.
1941 йылдан КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдан Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында хеҙмəт итə.
3-сө Украина фронтында 57‑се армияның 223-сө уҡсылар дивизияһы 1041-се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры була. 1944 йылдың 24 мартында өлкән лейтенант Мирғәй Фәрхетдинов үҙенең яугирҙары менән Украинаның Николаев өлкәһе Буг ауылы янында Көньяҡ Буг йылғаһын тәүгеләрҙән булып аша сыға. Был алышта Фәрхетдинов яраланһа ла, батальон Көньяҡ Буг йылғаһының уң яҡ ярында ныҡлап нығынғансы һуғышсыылар менән етәкселек итеүен дауам итә.
1944 йылдың 28 мартында Братский ауылының госпиталендә ҡаты яраларҙан вафат була[4][5].
«Советтар Союзы Геройы» исеменә Көньяҡ Буг йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң 1944 йылдың 3 июнендә лайыҡ була[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (03.06.1944)[2]
- Ленин ордены (03.06.1944)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.03.1943[7]; 30.11.1943[8])
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1940)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Украина Николаев өлкәһе Братский ҡасабаһы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә, уға унда хәтер билдәһе ҡуйылған[4].
- Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Мичуринск ауылының мәктәбе уның исемен йөрөтә, бында ҡаһарманға һәйкәл ҡуйылған[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Шаран районы.
- ↑ 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы.(недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Не забывайте нас, люди! "УФА-ГИД". Дата обращения: 22 декабрь 2016.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Кәримова И. Ғ. Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ МБОУ «СОШ им. М. Фархутдинова с. Мичуринск» 2016 йыл 24 март архивланған..
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Времени неподвластно. — Уфа, 1978. — С. 3—43.
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). Кнмга 1. — Уфа: Башкнигоиздат, 1965. — С. 368—372.
- Фархутдинов Миргай Ахмаевич //Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәримова И. Ғ. Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 19 июль 2015.
- Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы . «Герои страны» сайты.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шаран районында тыуғандар
- 12 августа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 28 мартта вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Николаев өлкәһендә вафат булғандар
- СССР офицерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Шаран районы
- Башҡорттарҙан Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында рота командирҙары
- КПСС ағзалары