Чобану Ион Константинович
Ион Чобану | |
молд. Ion Ciobanu | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Румыния Короллеге Бессарабия, Оргей өйәҙе, Теленешт районы, Будей ауылы |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Чобану Ион Константинович Викимилектә | |
Чобану Ион Константинович (молд. Ion Constantin Ciobanu; 6 ноябрь 1927 йыл — 2001 йыл) — молдаван совет яҙыусыһы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ио́н Константи́нович Чоба́ну 1927 йылдың 6 ноябрендә Румыния короллегенә ҡараған Бессарабиялағы Будэй ауылында (хәҙерге Молдавияның Теленешт районы) тыуған.
1947 йылдан КПСС ағзаһы. 1951 йылда — Мәскәүҙә Үҙәк комсомол мәктәбен, 1959 йылда УССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Әҙәбиәт курстарын тамамлай. Мәктәптә, нәшриәттә эшләй, 1961—1965 йылдарҙа — Молдавия ССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
СССР-ҙың 6—9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Кодры» романы авторы (1952—1957, рус теленә тәржемәһе, 1958) — үткән заманда молдован халҡының ауыр тормошон, халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, Совет дәүләте менән ҡушылыуын киң һүрәтләй. Икенсе билдәле романы «Күперҙәр» (1966, рус теленә 1968 йылда тәржемә ителгән) — молдован ауылының һуғыштан һуңғы һәм һуғыштан алдағы осор тормошо күрһәтелә. Уның дауамы — «Кукоара» романы (1975).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Октябрь Революцияһы ордены (26.10.1987)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (8.07.1960)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (26.10.1977)
- Миҙалдар
- Молдавия ССР-ның Дәүләт премияһы («Күперҙәр» романы өсөн, 1978)
- Молдавияның халыҡ яҙыусыһы (1984)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Күперҙәр» романы буйынса 1973 йылда фильм төшөрөлдө. Фильмда Волонтир Михай Ермолаевич һәм Боярский Михаил Сергеевич ҡатнаша.
- 2007 йылда Чобануға арнап Молдовияның почта маркаһы сығарыла.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тэрия словей мэестрите. — Кишинэу, 1971.
- Кукора. — М.: Худож. лит, 1979.
- Подгоряне. — М.: Сов. писатель, 1984. — 400 с.
- Кодры; Голоса над водой: Роман, рассказы. — Кишинёв: Лит. артистикэ, 1986. — 446 с.
- Мосты. — 4-е изд. — Кишинёв: Лумина, 1989. — 332 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Очерк истории молдавской советской литературы. — М., 1963.
- Кожевников Ю. Дорогой народной жизни // Дружба народов. — 1968. — № 6.
- Коробан В. Романул молдовенеск контемпоран. — ед. а II-а. — Кишинэу: Картя молдовеняскэ, 1974.
- Чокану И. Подуриле веций ши але креацией. — Кишинэу: Литература артистикэ, 1978.
- Корбу Х. О панорамэ а сатулуй молдовенеск контемпоран // Нистру. — 1981. — № 11.
- Билецкий Н. Романул ши контемпоранеитатя. — Кишинэу: Штиинца, 1984.
- Гаврилов А. Рефлекций асупра романулуй. — Кишинэу: Литература артистикэ, 1984.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Библус» сайты. Ион Константинович Чобану(недоступная ссылка)
- 6 ноябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Молдавия яҙыусылары
- КПСС ағзалары
- МССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР халыҡ депутаттары
- Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусылары