Волонтир Михай Ермолаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михай Волонтир
молд. Mihai Volontir
Исеме:

Михай Ермолаевич Волинтир

Тыуған урыны:


Румыния короллеге, Бессарабия, Орхей жудецы, Глинжены ауылы

Вафат урыны:

Кишинёв, Молдавия

Һөнәре:

актёр,
Ҡалып:Театраль режиссёр,
йырсы

Гражданлығы:

Румыния Румыния
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Молдова Молдова

Әүҙем йылдары:

19572015

Театр:

Василе Александри исемендәге милли театр

Наградалары:
Орден Республики
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1984 РСФСР-ҙың бер туған Васильевтар исемендәге дәүләт премияһы — 1980

Михай (Михаил) Ермолаевич Волонтир (молд. Mihai Volontir; 9 март 1934 йыл — 15 сентябрь 2015 йыл) — СССР һәм Молдова театр һәм кино актёры, театр режиссёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1984). Прапорщик Волентир һәм сиған Будулай ролдәре менән айырыуса билдәлелек ала.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михай Волонтир 1934 йылдың 9 мартында ул ваҡытта Румыния короллеге составына ингән Глинжены ауылында (хәҙерге Молдованың Шолданешт районы) тыуған.

Актёрҙың үҙе һөйләүенсә, ул, Орхей жудецының Олишканы коммунаһына яҡын ерҙә, урмансы Ермолай Васильевич Волинтир өйөндә тыуған. Һуңыраҡ сельсоветта документтарҙы алмаштырған саҡта, административ берәмектең атамаһын ғына түгел, фамилияһын да боҙоп яҙғандар. Глинжены ауылында Волинтир фамилиялы ғаиләләр Волонтир булып киткән[1].

18 йәшендә Попоуцы ауылы мәктәбендә уҡыта. 1955 йылда Орхей педагогия училищеһын тамамлай һәм Резина районы Липчены ауылында клуб мөдире вазифаһында эш башлай[2].

1957 йылда, республика үҙешмәкәр смотрынан һуң, Бельцтарҙағы Александри исемендәге Музыкаль-драма театрына актёрлыҡҡа өйрәнеү төркөмөнә саҡырыла (хәҙер Василе Александри исемендәге Милли театр), ә һуңынан ошо театрҙың актёры булып китә[2].

Театрҙа уның дебюты В. Александриҙың «Кирица в Яссах» исемле комедияһында фигурант роле була. Театрҙа ул 120-нән артыҡ төп роль уйнай[2].

Театр һәм эстрада сәхнәләрендә, кинофильмдарҙа, радио һәм телевидениела йырлай. Уның фонотекаһында хәҙерге ваҡытта шлягер булып танылған 50-нән артыҡ йыр бар[1].

1967 йылда кинола төшә башлай. «Айырым иғтибарға лайыҡ зона» («Зона особого внимания») (1977) фильмы киң билдәле, унда төп ролдәрҙе Михай Волонтир (прапорщик Волентир) һәм Борис Галкин (лейтенант Тарасов) башҡара. 1981 йылда экрандарға сыҡҡан «Яуап йөрөшө» («Ответный ход») фильм-дауамында төп ролде шул уҡ актёрҙар уйнай.

Иң киң танылыуҙы Волонтирға күп сериялы «Сиған» (1979) фильмы алып килә, был фильмда актёр ирек һәм бәхет артынан ил гиҙгән сиған Будулай ролен башҡара. Фильм тамашасыларҙа ҙур уңыш ҡаҙана һәм 1985 йылда фильмдың дауамы — «Будулайҙың ҡайтыуы» — донъя күрә.

СССР кинематографистар Союзы ағзаһы[3].

Бөтә Союзда билдәле һәм данлыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, Михай Волонтир бер ҡасан да үҙенең Бельцы ҡалаһын ташлап китмәй, Василе Александри исемендәге Милли театрҙа уйнауын һәм режиссура менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2009 йылда унда Б. Хашдеуҙың «Май төнөндәге төш» («Сон в майскую ночь») пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәлештерә. 2014 йылда экрандарға М. Волонтирҙың тормошо һәм ижады тураһында беренсе документаль фильм сыға[4]

Молдавия ССР-ы Юғары Советының XII саҡырылышы (1990—1993) депутаты, Волонтирҙың депутатлыҡ осоронда, 1991 йылдың 27 авгусында, Молдова Республикаһы Бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул ителә. Национал-демократ. Молдова дәүләтселеге яҡлаусыһы булараҡ, Молдавия ССР-ы Юғары Советында (1990 йылдың апрелендә) «ҡәһәр һуҡҡан рус оккупанттарына» ҡаршы һәм «мәҙәниәтле молдова теле» яҡлы сығыштары арҡаһында билдәлелек яулай[5][6][7]. Артабанғы тормошонда ул 90-сы йылдар дәүерен «юғалған йылдар» тип һанай[8].

Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул диабетик ангиопатия һәм ретинопатия ауырыуҙары менән ҡатмарлашҡан шәкәр диабеты менән яфалана. 1990 йылдар аҙағынан алып бер нисә операция үткәрә. Операциялар Санкт-Петербургтың Хәрби-медицина академияһында эшләнә. Актёрға финанс ярҙамын Мәскәү Хөкүмәте, Молдова Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй эшҡыуарҙары, театр йәмәғәтселеге һәм элекке Союздың төрлө тарафтарынан уның ижадының тоғро табыныусылары[9][10] күрһәтә.

Вафатынан алда ике айҙан ашыу Бельцы ҡалаһында стационарҙа, һуңынан Кишиневта Республика клиник дауаханаһында дауалана[11], шунда уҡ 2015 йылдың 15 сентябрендә вафат була[2][12][13][14][15]. Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡатыны — Добындэ-Волонтир Ефросинья Алексеевна, Василе Александри исемендәге милли театр артисы.
  • Ҡыҙы — Стелла, дипломат, Францияла Молдова илселегендә эшләй.
  • Ейәнсәре — Кэтэлина.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1974)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1984)
  • Молдавия ССР-ының дәүләт премияһы (1976) — «Дмитрий Кантемир» фильмында төп ролде башҡарғаны өсөн (1974)
  • РСФСР -ҙың бер туған Васильевтар дәүләт премияһы(1980) — «Айырыуса иғтибар зонаһында» фильмында прапорщик Волентир ролен башҡарғаны өсөн (1977)
  • Республика ордены (Молдавия)
  • Молдова киноһында XX быуаттағы иң яҡшы актёр (Молдавия Фәндәр академияһы, 2000)
  • «Почётлы доктор» («Doctor honoris causa») (Молдавия Фәндәр академияһы, 2009)[16]
  • «Илдең атаҡлы шәхесе» премияһы (Молдованың театраль союзы (UNITEM), 2013)
  • «Молдова өсөн 10» премияһы «Актёрҙар һәм режиссёрҙар» һәм «Иң яратҡан молдаванин» номинацияларында, Publika TV «Молдова өсөн 10» кампанияһы сиктәрендә бирелгән (2013)[17]
  • «Молдова Республикаһы мәҙәниәт ҡомартҡылары үҫешендә күрһәткән хеҙмәте өсөн» исеме
  • Иона Караджале исемендәге Халыҡ -ара конкурстарының Почёт грамоталары (режиссура һәм И. Караджаленың «Напасть» пьесаһындағы иң яҡшы ирҙәр роле өсөн)
  • Бельцы ҡалаһының почётлы гражданы (2001)
  • Шолданешт районының почётлы гражданы (2012)
  • Кишинёвтың почётлы гражданы (2014).

Ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ябырылыу» («Напасть») И. Л. Караджале — Ион Небунул
  • «Эзоп» («Төлкө һәм йөҙөм») Г. Фигейредо — Эзоп
  • «Ханума» А. А. Цагарели — кенәз Пантиашвили
  • «Деспот воевода» («Воевода-деспот») В. Александри — Деспот-Водэ

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михай Волонтир «Дмитрий Кантемир» фильмында (1973) Молдова почта маркаһында
  • 1967 — Ҡапҡа ҡарауылсыһы кәрәк (Нужен привратник) — Иван Турбинкэ
  • 1968 — Был мәл (Это мгновение) — Михай Адам
  • 1969 — Бер йәй өсөн ун ҡыш (Десять зим за одно лето) — Илиевас
  • 1969 — Мөхәббәт алдында бер үҙе (Один перед любовью) — Обадэ
  • 1970 — Текәлек (Крутизна) — Андрей Спиря
  • 1972 — Дүртенсе (Четвёртый) — Банар
  • 1972 — Был татлы һүҙ — азатлыҡ! (Это сладкое слово — свобода!) — Карлос Каро
  • 1973 — Күперҙәр (Мосты) — Петраке
  • 1973 — Дмитрий Кантемир — Дмитрий Кантемир (Владимир Костин тауышлы итә)
  • 1974 — Ирҙәр иртә саллана (Мужчины седеют рано) — Андрей Рэзлог (Юрий Соловьёв тауышлы итә)
  • 1975 — 44-нең авгусында… (В августе 44-го…) — Свирид (тамамланманы)
  • 1976 — Һыбыҙғы тауышы (Звук свирели) — Джабраил
  • 1976 — Төнгө ҡоштоң ҡысҡырыуына ышанма (Не верь крику ночной птицы) — Ион
  • 1977 — Иғтибар үҙәгендәге зонала (В зоне особого внимания) — прапорщик Волентир (Николай Губенко тауышлы итә)
  • 1977 — Фэт -Фрумос витязе тураһында хикәйәт (Сказание о храбром витязе Фэт-Фрумосе) — Птицелов
  • 1977 — Тормош тамыры (Корень жизни) — Лукьян Батыр
  • 1978 — Кентаврҙар (Кентавры) — Эваристо
  • 1978 — Йәшерен хеҙмәттең агенты (Агент секретной службы) — Игнат Валуцэ
  • 1979 Сиған (Цыган) — Будулай
  • 1979 — Яуапһыҙ мөхәббәт (Безответная любовь) — доктор
  • 1980 — Бугтан Вмслаға тиклем (от Буга до Вислы) — Пётр Петрович Вершигора (Павел Морозенко тауышлы итә)
  • 1981 — Яуап йөрөш (Ответный ход) — прапорщик Волентир
  • 1981 — Берҙән-бер ир (Единственный мужчина) — Михаил Михайлович
  • 1981 — Боланға һунар (Оленья охота) — Головин
  • 1982 — Бына был ирҙәр дуҫлығы (Эта мужская дружба) — Антон Греку
  • 1982 — 36-80 квадратындағы осраҡ (Случай в квадрате 36-80) — Сергей Николаевич Скиба
  • 1983 — Бәхетле бул, Юлия! (Будь счастлива, Юлия!) — Раду
  • 1983 — Ғәйепләү (Обвинение) — следователь Ярош
  • 1984 — Мин һинең өсөн яуаплы (Я за тебя отвечаю)
  • 1985 — Будулайҙың ҡайтыуы (Возвращение Будулая) — Будулай
  • 1986 — Албаҫты эҙҙәре (Следы оборотня) — Уго Винчеро
  • 1988 — Тоғро булып ҡалайыҡ (Верными останемс)я — Родригес
  • 1989 — Ишеккә туҡылдатыу (Стук в дверь)
  • 1992 — Ғәйепле микән мин… (Виновата ли я…) — Саня
  • 2003 — Чандра (Чандр)а — киномеханик

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Газета СП: Бельцы Новости
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 В Молдавии скончался «Будулай» — знаменитый актёр Михай Волонтир — «Московский Комсомолец»
  3. «Люди скажут: „Волонтир умер“, а я ещё буду жить» — откровения советского секс-символа
  4. Вышел документальный фильм об актёре Михае Волонтире
  5. ! 2016 йыл 1 март архивланған.
  6. Умер Михай Волонтир — Ru Газета.
  7. http://president-pmr.org/material/96.html
  8. Любовь и смерть Михая Волонтира: молдавские будни Будулая были непростыми — «Московский Комсомолец»
  9. Михай Волонтир: Я еще живой! ЗАО ИД «Комсомольская правда». Дата обращения: 16 ноябрь 2015.
  10. Ольга Сметанская. Михай Волонтир, перенёсший в Москве сложнейшую операцию, вернулся в родные Бельцы. Газета «ФАКТЫ и комментарии» (5 октябрь 2011). Дата обращения: 9 апрель 2015. Архивировано 3 февраль 2015 года.
  11. В Молдавии умер исполнитель роли Будулая Михай Волонтир — РБК
  12. Скончался актёр Михай Волонтир РИА-Новости, 15 сентября 2015
  13. Умер актёр Михай Волонтир.
  14. Будулай мечтал снять картину и сыграть в ней главную роль.(недоступная ссылка)
  15. КП Молдова Проститься с актёром Михаем Волонтиром в Кишиневе пришли тысячи людей.(недоступная ссылка)
  16. Актёр Михаил Волонтир стал «доктором»(недоступная ссылка)
  17. Актёру Михаю Волонтиру присвоено звание «Почётный гражданин Кишинева» — Locals

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]