Эстәлеккә күсергә

Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 май 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Яңы Мишәр, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө китапханасы, шағир, яҙыусы

Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16 май 1955 йыл) — шағир, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.

Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡова 1955 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тыуған ауылында, ун йыллыҡ мәктәпте Дыуан-Мәсетле ауылында тамамлаған.

1976 йылда Өфө китапханалар эше техникумын тамамлай. Шул уҡ йылда Мәсетле районы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге инспекторы вазифаһында эш башлай.

1977 йылда Йонос ауылы китапханаһы мөдире итеп тәғәйенләнә һәм хаҡлы ялға сыҡҡынсы эшләй.

Гөлсирә Шафиҡова балалар өсөн ижад итә.

  • Тере мендәр. Өфө, 1992;
  • Һөт ҡасты / Йәләй, өләсәй һәм бейәләй. Өфө, 1994;
  • Аҙашҡан көн. Өфө, 1998;
  • Яралы тирәк. Өфө, 2002;
  • Алһыуланған аҡ болот: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. Өфө, 2005;
  • Мин — олон: шиғырҙар. Өфө, 2011.
  • Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002)
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» танылыу билдәһе (2003)
  • Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты (2005)