Эйли Алвин
Эйли Алвин | |
ингл. Alvin Ailey | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1931[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Рогерс[d], Белл[d], Техас, Америка Ҡушма Штаттары[5] |
Вафат булған көнө | 1 декабрь 1989[2][3][4][…] (58 йәш) |
Вафат булған урыны | Манхэттен[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | смерть от СПИДа[d] |
Ерләнгән урыны | Роуз-Хилс[d] |
Һөнәр төрө | балет артисы, хореограф, художественный руководитель |
Уҡыу йорто |
Университет штата в Сан-Франциско[d][6] Jefferson High School[d] Городской колледж Лос-Анджелеса[d][6] Лос-Анджелеста Калифорния университеты[d][6] |
Кемдә уҡыған | Lester Horton[d], New Dance Group[d], Ханья Хольм[d], Анна Соколов[d], Чарльз Вейдман[d], Karel Shook[d] һәм Стелла Адлер[d] |
Сәләмәтлек торошо | ВИЧ-инфекция |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7] |
Эйли Алвин Викимилектә |
Алвин Эйли (ингл. Alvin Ailey; 5 ғинуар 1931 йыл, Роджерс — 1 декабрь 1989 йыл, Техас штаты, Нью-Йорк) — АҠШ бейеүсеһе һәм хореографы, «Алвин Эйли бейеүенең америка театрына» нигеҙ һалыусы, заманса бейеүҙе популярлаштырыуға һәм егерменсе быуат бейеү сәхнәһендә ҡара тәнле бейеүселәрҙең барлыҡҡа килеүенә ҙур өлөш индерә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алвин Эйли 1931 йылдың 5 ғинуарында Алвин һәм Лулу Элизабет Эйли ғаиләһендә тыуған. Әсәһенә ни бары 17 йәш була, атаһы ярты йыл үткәс, ғаиләһен ҡалдыра[8]. Техаста Бөйөк депрессия ваҡытында йәшәгән күпселек афроамерикандар кеүек, ҡыйынлыҡ менән эш табыусы әсәһе менән Эйли йыш ҡына урындан урынға күсеп йөрөй. Бала сағы раса сегрегацияһы, негрҙарҙы көсләү һәм линчлау шарттарында үтә. Уға биш йәш булғанда, әсәһен аҡ тәнле американлылар компанияһы көсләй, шунан һуң ул аҡ тәнлеләрҙән ҡурҡа башлай. Көньяҡ баптист сиркәүе һәм джук-джойнттар менән танышыу үҙ расаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята, был артабан хореография эштәрендә асыҡ күренә[9][10].
1942 йылдың көҙөндә, һуғышыусы армияға ярҙам итеү кампанияһының ҡыҙған мәлендә, Эйлиның әсәһе башҡа ҡара тәнле американдар менән яҡшы түләнгән эш табыуға өмөт итеп Лос-Анджелесҡа китә. Алвин Техаста уҡыу йылы аҙағына тиклем ҡала, һуңынан Калифорнияға әсәһе эргәһенә күсә. Күп халҡы аҡ тәнлеләр булған районда уҡый башлап, ул үҙен уңайһыҙ тоя һәм тиҙҙән төҫлө халыҡ өҫтөнлөк иткән райондағы мәктәпкә күсергә мәжбүр була.
Эйли Джордж Вашингтон Карвер мәктәбендә уҡый, һуңынан Томас Джефферсон мәктәбенә уҡырға инә. Ул хорҙа спиричуэлс йырлай, шиғырҙар яҙа һәм сит телдәрҙе уңышлы өйрәнә. «Линкольн-театр» спектаклдәренә һәм «Орфей» театрына даими йөрөүенә ҡарамаҫтан, 1949 йылда мәктәптәге дуҫ ҡыҙы Кармен Де Лавалейд Лестер Хортон студияһына алып килгәнсе, бейеү хаҡында уйламай. Лестер Хортон дәрестәре Эйлиға ҙур йоғонто яһай, тап улар уның бейеү техникаһына нигеҙ һала[11].
Тәүге ике йылда Эйли бейеү менән шөғөлләнеүен әсәһенән йәшерә[12]. Шул уҡ ваҡытта, киләсәктә профессиональ бейеүсе булыу егетте йәлеп итмәй: ул төрлө Калифорния университеттарында роман телдәрен, шулай уҡ Джеймс Болдуин, Лэнгстон Хьюз һәм Карсон Маккалерс ижадын өйрәнә. 1951 йылда уҡыуын дауам итеү өсөн ул Сан-Францискоға күсеп килә, унда Маргарит Джонсон менән таныша. «Ал и Рита» дуэтын ойоштороп, төнгө клубтарҙа улар бергә сығыш яһай. Эйли шулай уҡ клубта официант булып эшләй һәм New Orleans Champagne Supper Club клубында бейей. Ахырҙа, кире Калифорнияға ҡайтып Хортон студияһында уҡыуын дауам итә[11].
Хортон бейеү труппаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылдан башлап Эйли бөтә ваҡытын Хортондың дәрестәренә арнай. Студиялағы башҡалар кеүек үк классик һәм заманса бейеүҙәрҙән тыш, ул һынлы сәнғәтте, театр һәм музыканы өйрәнә, декорация һәм костюмдар ижад итеүҙе үҙләштерә. Хортон труппаһы составына инеп, ул уның Revue Le Bal Caribe постановкаһында тәү башлап уйнай. Ошо осорҙа ул шулай уҡ бер нисә голливуд фильмдарында төшә.
1953 йылда көтмәгәндә Лестер Хортон вафат булып ҡала һәм труппа художество етәксеһеҙ ҡала. Контракттар яңы постановкаларҙы талап итә һәм, башҡа теләүселәс булмау сәбәпле, Эйли уҡытыусы урынын үҙе биләй. Йәш булыуына һәм тәжрибә етешмәүенә ҡарамаҫтан (ул быға тиклем бер генә бейеү ҡуйып өлгөрә), ул яңы спектаклдәр ҡуйырға тотона, декорация һәм костюмдар әҙерләй, бейеүселәр һайлай һәм хатта шоуҙарҙың береһендә режиссер булып сығыш яһай. Джеймс Туритттың физик көсөн һәм Кармен Де Лавалейдтың матурлығын һәм актёрлыҡ һәләттәрен күрһәткән беренсе постановкаһын Эйли үҙенең уҡытыусыһына арнай.
Бродвейҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1954 йылда Алвин Кармен менән Бродвейҙа, "Цветочный дом[en] (режиссеры Питер Брук, хореограф — Джофри Холдер[en]) мюзиклында уйнай. 1956 йылда Sing, Man, Sing мюзиклында бейей, 1957 йылда «Ямайкала» яңғыҙ бейей.
Алвин Эйли бейеү театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдарҙа Нью-Йоркта Эйли Хортон техникаһына оҡшаш бер ни ҙә таба алмай. Дорис Хамфри һәм Хосе Лимон стиле уны ҡәнәғәтләндермәй, Марта Грэм хореографияһын ул «ҡылансыҡ һәм сәйер» тип иҫәпләй. Үҙенә оҡшаған труппа таба алмағас, Эйли үҙ аллы эшләргә ҡарар итә[13][14]. 1958 йылда ул үҙ бейеү труппаһын — Алвин Эйли бейеү театрын ойоштора, 1958 йылдың 30 мартында уның беренсе сығышы үтә.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдарҙа Эйли Дэвид Макрейнольдс менән романтик мөнәсәбәттә тора тигән мәғлүмәттәр күренә [15][16]..
Алвин Эйли 1989 йылдың 1 декабрендә 58 йәшендә вафат була[17]. Әсәһен социаль эҙемтәләрҙән ҡотолдороу өсөн, докторҙы уның үлем сәбәптәре булып СПИД түгел, ә дискразия тип иғлан итергә күндерә[12].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алвин Эйлиның бөтә ижады АҠШ-тың ҡара тәнле халҡы мәҙәниәтенә айырым иғтибар менән һуғарылған[18]. Уның постановкалары эмоциональ байлыҡ һәм тәрән кешелеклелек менән айырыла. Ҙур темперамент, һирәк нигеҙлелек менән ул бер ҡатлы инаныу, хыялдар һәм шатлыҡтар, кеше ғазаптары һәм Америкала ҡара кешенең сабырлығы тураһында һөйләй
Хореограф үҙ эштәрендә негр фольклорын, джаз, спиричуэлс һәм госпелды әүҙем ҡуллана. Бер бөтөн эффектҡа ынтылып, ул костюмдарға, гримға, башҡарыусыларҙың эмоциональ хислелегенә етди иғтибар бүлә, тейешле театр һөҙөмтәһенә ирешеү өсөн йыш ҡына декорациялар һәм төрлө реквизиттар ҡуллана.
Уның иртә эштәре араһында блюз музыкаһына ҡуйылған «Блюз сюитаһы» (1958) айырылып тора, ул хореограф стиленең уңышын алдан билдәләй.
Алвиндың иң билдәле һәм әһәмиәтле әҫәрҙәренән «Откровения» (1960) балеты була, ул баштан «Блюз сюитаһында» башланған негр музыкаһы һәм мәҙәни мираҫының дауамы һымаҡ уйланыла.
1969 йылда Эйли Дюк Эллингтон музыкаһына яҙылған «Йылға» балетын ҡуйыу өсөн Америка балет театрына саҡырыла. Хореограф булараҡ, ул труппаның иң яҡшы көстәре, атап әйткәндә, балерина Салли Уилсон менән эшләргә ҡәнәғәт була, әммә етәкселек солист ролен ҡара тәнле бейеүсегә биреүгә ныҡыша, ә хореограф уның талантында шикләнә.
1971 йылда Эйли үҙенең әсәһенә һәм башҡа ҡара тәнле ҡатын-ҡыҙҙарға арнап, «Илау» бейеү солоһын ҡуя[19]
Үҙенең труппаһы өсөн Эйли бөтәһе 79 бейеү әҫәрен ҡуя.
Постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1958 — «Блюзовая сюита»
- 1960 — «Откровения»
- до 1962 — «Торжество праха» (Федерико Гарсиа Лорканың «Дом Бернарды Альбы» пьесаһы буйынса)
- 1969 — «Язык Мазекелы», «Река»
- 1971 — «Плач»
- «В честь Дюка Эллингтона»
Бейеү техникаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алвин Эйли үҙенең эштәрендә драма ниәтен тормошҡа ашырыуға тура килгән теләһә ниндәй бейеү техникаһына ҡулланыу таба. Классик бейеүҙең хәрәкәттәрен джаз-бейеү, модерн бейеүе һәм африка бейеүе менән берләштереп, хореограф үҙ эклектик хореография стилен булдыра, ул һығылмалы кәүҙәнең пластиклығы менән берләшеп, көс һәм хәрәкәттәренең динамикаһы менән айырыла.
Уның техникаһында Марта Грэм, Хани Хольм, Дорис Хамфри, Анна Соколова һәм, бигерәк тә, Лестер Хортон йоғонтоһон күрергә мөмкин. Ул бейеүселәрҙән экспрессив кәүҙә торошонда тубыҡҡа һәм үксәгә еткән һәм әйләнгән аяҡтарҙы талап итә)[20][14].
Эйли труппаһында эшләгән бейеүселәр классик балеттан алып хип-хопҡа тиклем эйә була — әммә хореограф уның хореографияһын башҡарғанға тиклем, уларҙы үҙенсәлекле техникаға өйрәтмәй. Бында ул тәҡдим ителгән хореографияға башҡарыусының уникаль үҙ стилен индерергә мөмкинлек биреүсе джаз дирижёры һымаҡ була. Башҡарыусының шәхсән өлөш индереүе Эйли хореографияһын биг-бэнд йәки джаз кеүек афроамерика сәнғәтенең башҡа формалары менән бәйләнештә тота[14].
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1977 — Төҫлө халыҡ прогресына булышлыҡ итеү буйынса Милли ассоциацияның Спингарна миҙалы[21]
- 1987 —ADF заманса бейеү өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн Сэмюэл Скриппс премияһы .
- 1988 — Кеннеди Үҙәге премияһы
1992 йылда Алвин Эйли Бейеүҙең милли музейы Дан залына индерелә (үлгәндән һуң)
Комментарий
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Alvin Ailey // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 3,0 3,1 Alvin Ailey // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
- ↑ 4,0 4,1 Alvin Ailey // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ https://tshaonline.org/handbook/online/articles/fai03
- ↑ 6,0 6,1 6,2 https://hdl.handle.net/2027/heb05770.0001.001
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/b3fe3daf-6fa9-4676-a2a8-64fc251149ba / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Ҡалып:Cite census
- ↑ Alvin Ailey Biohy . filmreference (2008). Дата обращения: 8 ғинуар 2009.
- ↑ Douglas Blair Turnbaugh. Ailey, Alvin . glbtq Encyclopedia (30 июль 2004). Дата обращения: 4 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 4 апрель 2015 года. 2015 йыл 4 апрель архивланған.
- ↑ 11,0 11,1 Dunning, Jennifer. Alvin Ailey: A Life In Dance. — New York: Addison-Wesley Publishing Company, INC., 1996. — ISBN 0-201-62607-1.
- ↑ 12,0 12,1 Turnbaugh, Douglas Blair. Ailey, Alvin (1931–1989), glbtq: an encyclopedia of gay, lesbian, bisexual, transgender & queer culture. 2 февраль 2009 тикшерелгән. 2008 йыл 30 декабрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Turnbaugh-2002» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Douglas Blair Turnbaugh. Ailey, Alvin . glbtq Encyclopedia (3 февраль 2009). Дата обращения: 4 ғинуар 2009. Архивировано 4 апрель 2015 года. 2015 йыл 4 апрель архивланған.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 DeFrantz, Thomas F. Dancing Revelations . www.questia.com (2004). Дата обращения: 4 февраль 2009. First published in DeFrantz 2004.
- ↑ Stern, Keith. Alvin Ailey // Queers in History. — Dallas: BenBella Books (инг.)баш., 2009. — ISBN 978-1-933771-87-8.
- ↑ Alvin Ailey . Ballet Encyclopedia. The Ballet.com. Дата обращения: 8 июль 2011. Архивировано 25 июль 2011 года.
- ↑ Valerie Gladstone. Frail, Strong and Dance Incarnate, The New York Times (23 октябрь 1996). 9 ғинуар 2009 тикшерелгән.
- ↑ Е. Суриц. Балет и танец в Америке. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2004. — 392 с. — 1000 экз. — ISBN 5-7525-1290-5.
- ↑ Это соло стало своеобразной «визитной карточкой» танцовщицы Джудит Джемисон.
- ↑ Dunning, Jennifer. Alvin Ailey: A Life in Dance. — New York: Da Capo Press (инг.)баш., 1998. — ISBN 9780306808258.
- ↑ Spingarn Medal Winners: 1915 to today 2010 йыл 7 июль архивланған. (инг.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- DeFrantz, Thomas F. Dancing Revelations: Alvin Ailey's Embodiment of African American Culture. — New York: Издательство Оксфордского университета (Oxford University Press), 2004. — ISBN 978-0-19-530171-7.
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 5 ғинуарҙа тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Техаста тыуғандар
- 1 декабрҙә вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- Президент Азатлыҡ миҙалы менән наградланыусылар
- XX быуат хореографтары
- Алфавит буйынса хореографтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат бейеүселәре