Эстәлеккә күсергә

Эрнст Тельман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрнст Тельман
нем. Ernst Thälmann
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Өсөнсө рейх
 Германский рейх[d]
Ҡушамат Teddy
Тыуған көнө 16 апрель 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Гамбург, Германия империяһы[2][4]
Вафат булған көнө 18 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][4][1][…] (58 йәш)
Вафат булған урыны Бухенвальд[d], Веймар, Тюрингия[d], Өсөнсө рейх[5]
Үлем төрө внесудебное убийство[d] һәм һомицид[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] һәм смертная казнь[d]
Ерләнгән урыны Центральное кладбище Фридрихсфельде[d]
Хәләл ефете Роза Тельман[d]
Балалары Ирма Тельман[d]
Туған тел Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Место содержания под стражей Моабитская тюрьма[d] һәм Бухенвальд[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, революционер, профсоюз эшмәкәре
Биләгән вазифаһы депутат рейхстага Веймарской республики[d] һәм член Парламента Гамбурга[d]
Әүҙемлек урыны Берлин һәм Гамбург
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая партия Германии[d], Независимая социал-демократическая партия Германии[d] һәм Германия коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Германская имперская армия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Железный крест
Изображение памятной доски
 Эрнст Тельман Викимилектә

Эрнст Те́льман (нем. Ernst Thälmann; 16 апрель, 1886 йыл,  — 18 август, 1944 йыл) — немец коммунистары юлбашсыһы. Германия рейхстагы депутаты (1925—1933). Гитлерға һәм уның партияһына ҡаршы иң аяуһыҙ көрәшсе. Национал-социалистар власҡа килгәс, ҡулға алына һәм 11 йыл төрмәлә ултыра. Бухенвальд концентрацион лагеренда нацистар тарафынан үлтерелә.

1886 йылдың 16 апрелендә Гамбургта Йоханнес(Ян) һәм Мария-Магдалена Тельман ғаиләһендә тыуған. 1906 йылда армияға алынған, 1907 йылда һаулығы ҡаҡшау сәбәпле хәрби хеҙмәттән азат ителгән. «Америка» океан пароходына кочегар булып яллана, ләкин өс рейстан һуң, караптан китә.Америкала бер фермерҙа эшкә ялланырға тырышып ҡарай, ләкин 1908 йылда Германияға кире ҡайта. 1912 йылдан Гамбургтың транспорт эшселәре профсоюзы башында тора. 1915 йылда Роза Кохҡа өйләнә, 1919 йылдары уларҙың ҡыҙҙары Ирма тыуа.

Беренсе донъя һуғышында Көнбайыш фронтта артиллерияла наводчик булып хеҙмәт итә,ике тапҡыр йәрәхәтләнә. Сомма, Эна, Камбр янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштағы батырлығы өсөн Икенсе класлы Тимер тәре , Ганза тәреһе менән һәм йәрәхәтләнгән өсөн билдә менән бүләкләнгән[6].

1917 йыл аҙағында Германия бойондороҡһоҙ социал-демократтар партияһына инә. 1919 йылда был партияның Гамбург ҡала ойошмаһы етәксеһе була стал главой гамбургской городской организации партии. 1920 йылда ойошманы коммунистар партияһына ҡуша . 1922 йылдан Германия компартияһы Үҙәк комитеты ағзаһы . 1923 йылда уңышһыҙ тамамланған Гамбургтағы эшселәр восстаниеһың башында тора.

1924 йылда Германия компартияһының Үҙәк комитеты рәйесе. 1925 йылда рейхстагҡа депутат булып һайлана (1933 йылғаса депутат булып ҡала). Германия коммунистар партияһының хәрби ойошмаһын — Рот Фронтты етәкләй (символы- өҫкә күтәрелгән йоҙороҡ).

1933 йылдың 27 февраль рейхстагта янғын сыға, нацистар был енәйәтте коммунистарға япһара, Германияла коммунистарҙы ҡулға ала башлайҙар. 1933 йылдың 3 мартында Тельманды ҡулға алалар һәм ул Гитлерҙың бойороғо буйынса төрмәлә камерала бер яңғыҙы ултыра. Тельман өҫтәнән суд булмай (болгар коммунисы Георгий Димитров өҫтөнән булған, нацистар өсөн уңышһыҙ тамамланған Лейпциг процесынан һуң нацистар үҙ дошмандарына асыҡ суд ойоштормайҙар).

1944 йылдың авгусында совет ғәскәрҙәре Германияның һуғышҡа тиклем булған сигенә еткәс, Германияла Гитлерға ҡаршы эске хәрәкәт көсәйә. Тельманды Бухенвальд концлагеренә алып киләләр. Фашистик Германияның етәкселәре һуғыштан һуң Тельман һис шикһеҙ Германияла етәксе булып ҡаласағынан ҡурҡа, шуға уны Гитлер менән Гиммлерҙың күрһәтмәһе буйынса 1944 йылдың 18 авгусында атып үлтерәләр һәм крематорийҙа яндыралар[7].

« Әгәр эшселәр синыфы эше өсөн көрәш- минең тормошом мәғәнәһе тип әйтһәм, һеҙ мине аңламаҫһығыҙҙыр…» (Эрнст Тельман)[8].

Һуғыш аҙағында Тельмандың ҡатыны менән ҡыҙы ла концлагерға ебәрелә, ләкин улар иҫән ҡала.

Советтар Союзында һәм ГДР-ҙа Эрнст Тельман тураһында яҡшы иҫтәлектәр һаҡлана. Уның исеме урамдарға, караптарға бирелә. 1920-1950-се йылдарҙа немец коммунистарының исемдәре бик күп балаларға ҡушыла (Эрнст,Тельман, Клара, Роза һ.б.).

Тельмандың СССР етәкселәренә төрмәнән яҙған хаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Президенты архивында Эрнст Тельмандың Ганновер төрмәһендә ултырғанда (1939—1944) йәшерен яҙылған хаттары һаҡлана. Уларҙы Тельмандың ҡатыны йәшерен рәүештә СССР етәкселәренә ебәрә. 1941 йылдан һуң яҙылған хаттарының ҡайһы берҙәре, «Тельмандың васыяты», тип йөрөтөлгәне һуңыраҡ табылған һәм ГДР-ҙа 1950-се йылдарҙа баҫтырып сығарылған[9]. Тельмандың Совет етәкселегенә яҙған ҡайһы бер хаттары өлөшлөтә генә баҫтырыла, 1990-се йылдарҙа СССР таралғандан һуң беренсе тапҡыр тулыһынса донъя күрә.

Әҙәбиәт һәм фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]