Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы
Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы | |
рус. Гузель Шамилевна Яхина татар. Гүзәл Шамил кызы Яхина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 июнь 1977[1] (47 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | тәржемәсе, яҙыусы, сценарий яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | беллетристика[d][2] |
Уҡыу йорто |
Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты лицей №131[d] |
Әүҙемлек урыны | Татарстан Республикаһы[2] |
Рәсми сайт | yakhina.info |
Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы Викимилектә |
Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы (1 июнь 1977 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе. 1930-сы йылдарҙа кулактарҙы эҙәрлекләү тураһындағы «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы. «Большая книга» һәм «Ясная Поляна» әҙәби премиялары лауреаты[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гүзәл Шамил ҡыҙы Яхина 1977 йылдың 1 июнендә Ҡазанда табип һәм инженер ғаиләһендә тыуған[4]. Өс йәшенә тиклем тик татарса ғына һөйләшә, әммә бала балалар баҡсаһында урыҫ теленә күсә. 131-се физика-математика лицейында һәм бер үк ваҡытта сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ҡазан дәүләт педагогия институтының сит ил телдәре факультетын тамамлай; мәктәп йылдарында кинематограф менән мауыға, сценарийҙар яҙа башлай[5].
1999 йылдан алып Мәскәү ҡалаһында йәшәй[6]. PR? реклама, маркетирг өлкәһендә эшләй. 2015 йылда Мәскәү кино мәктәбенең сценарийҙар факультетын тамамлай[7]. «Нева», «Октябрь» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. «Себер уттары» журналында уның «Зөләйха күҙҙәрен аса» исемле романының тәүге главалары баҫтырыла. Бер нисә тапҡыр романды үҙаллы баҫтырырға маташыуҙан һуң әҙәби агентлыҡҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Уның ярҙамы менән китабы донъя күрә[8]. 2015 йылда «Большая книга» милли әҙәби премияһына лайыҡ була, шулай уҡ уның романы «Ясная поляна» һәм «Йыл китабы» премиялары менән билдәләнә.
2018 йылдың апрелендәге мәғлүмәттәр буйынса, Яхинаның тәүге «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы 20 телдә нәшер ителгән, яҙыусының прозаһы 20 донъя теленә тәржемә ителгән[5][9][10].
Гүзәл Яхина 2018 йылда «Тоталь диктант» авторы була. Төрлө сәғәт бүлкәттәре өсөн өс текст яҙа, улар «Иртәнсәк», «Көн» һәм «Кис» тип атала, әлеге текстар «Балаларым минең» романына индерелә[11].
2019 йылдың декабрендә Яхина Гүзәл икенсе тапҡыр «Ҙур китап» премияһына лайыҡ була («Балаларым минең» романы өсөн)[12].
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 — «Зөләйха күҙҙәрен аса» тарихи роман
2018 — «Балаларым минең» романы
Журнал баҫмалары
- 2014 — «Күбәләк» хикәйәһе — «Нева», 2-се һан
- 2014 — <i id="mwQg">"Зөләйха күҙҙәрен аса"</i> романынан главалар : «Еүеш тауыҡ», «Тәҙрәгә сиртеү», «Илһөйәр һәм Илгизәр» — «Себер уттары», 5-се һан
- 2015 — «Винтовка» хикәйәһе — «Октябрь», 5-се һан
- 2016 — Уҡыу өсөн сценарий «Төн» — «Октябрь», 8-се һан
- 2016 — «Швайпольт» хикәйәһе — «Esquire» журналы
- 2018 — «Юбилей» хикәйәһе — «Октябрь», 1-се һан
Урыҫ телендә баҫмалары
- Зулейха открывает глаза: роман. — [Худож.: Андрей Рыбаков. Предисл. Людмилы Улицкой]. — М.: АСТ, редакция Елены Шубиной, 2015. — 508 с. ISBN 978-5-17-090436-5
- Зулейха открывает глаза: роман. — [предисл. Людмилы Улицкой]. — М.: АСТ, ред. Елены Шубиной, печ. 2016. — 508 с. — 10 000 экз. ISBN 978-5-17-090436-5 :
- Дети мои: роман. — М.: АСТ, Ред. Елены Шубиной, сор. 2018. — 496 с. — 60 000 экз. (Проза Гузель Яхиной) ISBN 978-5-17-107766-2
- Зулейха открывает глаза: роман. — [Худож. А. Рыбаков. Предисл. Л. Улицкой]. —М.: АСТ, Ред. Елены Шубиной, 2019. — 508 с. — 50 000 экз. (Проза Гузель Яхиной) ISBN 978-5-17-090436-5
Г. Яхинаның китаптары буйынса фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2019 — «Русское» кинокомпанияһы «Россия 1» телеканалы өсөн «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса 8 сериялы фильм төшөрә (төп ролдә Сулпан Хаматова).
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Г. Яхинаның ижадына тәнҡит баһаһы диапозоны бик киң: ыңғай ҡараштан[13] ҡырҡа кирегә тиклем. Мәҫәлән, тәнҡитсе Руслан Айсин әлеге романды әҙәпһеҙлек һәм хыянатсыллыҡ апологияһы тип һанай, сөнки йәш герой Йозоф уның атаһын үлтергән кешенең фамилияһын ала һәм, тәнҡитсе фекеренсә, китап ул ваҡыттағы лагерҙар тураһындағы ысынбарлыҡты бөтә тулылығында сағылдырмай[14][15]. Татар драматургы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рабит Батулла Яхинаны татар яҙыусыһы тип атауға ҡаршы сыға, сөнки романда күрһәтелгән образдар — дөрөҫлөккә, ә татар көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре ысынбарлыҡҡа тап килмәй һәм бөтә татар халҡына ихтирамһыҙлыҡ сағылышы булып тора.
Шул уҡ ваҡытта Павел Басинский романды шундай һүҙҙәр менән ҡылыҡһырлай: «Гүзәл Яхинаның манераһы ҡаты. Ҡыҫҡа фразалар, бик аҙ деталдәр, артыҡ бер нәмә лә юҡ»[16].
Әҙәби тәнҡитсе Галина Юзефович Гүзәл Яхинаның тексында иҫ киткес фрагменттар менән бер рәттән бушлыҡтарҙы билдәләп үтә — әлеге үҙенсәлекте ул авторҙың сценарийҙар менән мауығыу иҫәбенә индерә[17].
Әҙәби премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2015 — «Йыл китабы» премияһы лауреаты (<i id="mwQg">"Зөләйха күҙҙәрен аса</i>«)
- 2015 — „Ясная поляна“ премияһы лауреаты, „XXI быуат“ номинацияһы (<i id="mwQg">"Зөләйха күҙҙәрен аса</i>» романы өсөн)
- 2015 — «Ҙур китап» премияһы лауреаты — <i id="mwQg">"Зөләйха күҙҙәрен аса</i>" романы өсөн[18][19]
- 2016 — «Сирано», премияһы лауреаты, «Иң яҡшы яҙыусы» номинацияһы
- 2017 — Prix du magazine Transfuge de la rentrée littéraire,, Франция, 2017[20]
- 2017 — «Китап Уҡыусыһы» премияһы лауреаты («Зөләйха күҙҙәрен аса» романы өсөн)
- 2018 — «Сноб» проекты премияһы лауреаты «Рәсәйҙә эшләнгән — 2018» («Балаларым минең» романы өсөн)
- 2019 — «Ҙур китап», 3-се премия («Балаларым минең» романы өсөн)[12]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Гузель Яхина
- ↑ Портал Readly.ru
- ↑ 5,0 5,1 gorky.media. «Хорошая книга — это терапия» (рус.), «Горький» (13 апрель 2018). 16 апрель 2018 тикшерелгән.
- ↑ Интервью «Бизнес-газете»
- ↑ Сильный дебютный роман о раскулаченной татарке
- ↑ Дело рук самих начинающих
- ↑ Издательская группа «Аст»: Яхина Гузель Шамилевна 2020 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ «Российская газета»: Нашумевшую «Зулейху» перевели на татарский язык
- ↑ Лебедева, Наталья. Гузель Яхина стала автором "Тотального диктанта - 2018" (29 ноябрь 2017). Дата обращения: 29 ноябрь 2017.
- ↑ 12,0 12,1 Национальная литературная премия «Большая книга»: Итоги . www.bigbook.ru. Дата обращения: 21 март 2020.
- ↑ Женщина и остальные
- ↑ История одного предательства | Поистине . Дата обращения: 14 апрель 2018.
- ↑ Серая мышь Зулейха (ч.2)
- ↑ Невероятное. Очевидное
- ↑ Гузель Яхина выпустила роман о поволжском немце «Дети мои».
- ↑ Первую премию «Большой книги», в 3 млн рублей получила Гузель Яхина за роман «Зулейха открывает глаза»
- ↑ Стал известен лауреат премии "Большая книга" . Интерфакс. Дата обращения: 10 декабрь 2015.
- ↑ Les prix littéraires 2017 – La récap – Ballade au fil de … (фр.). www.cathjack.ch. Дата обращения: 13 сентябрь 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Гузель Яхиной
- Гузель Яхина на сайте Instagram
- Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы в «Журнальном зале»
- Гузель Яхина. Журнал «Сибирские огни»
- Гузель Яхина. Российская государственная библиотека
- Гузель Яхина. Российская национальная библиотека
- Гузель Яхина. Библиотека Конгресса США
- Гузель Яхина. 2022 йыл 24 август архивланған. Британская библиотека.
- Гузель Яхина: «Я люблю простые человеческие истории»
- Гузель Яхина: «Я вложила в Зулейху всё, что знаю о татарской женщине» 2019 йыл 4 сентябрь архивланған.
- «Хорошая книга — это терапия»: Читательская биография писательницы Гузели Яхиной
- Басинский П. В. Невероятное. Очевидное
- «Известия»: «Каждый роман — это эксперимент»