Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 16 июль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Уръяҙы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы (16 июль 1960 йыл) — ғалим-хәрби табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы 1960 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР‑ының Мишкә районы Уръяҙы ауылында тыуған[1]. 1984 йылда Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетын дауалау-профилактика эше һөнәре буйынса тамамлай[2]. Диплом алғандан һуң 1984—2009 йылдарҙа Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итә: ГДР‐ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк медицина пункты һәм медицина хеҙмәте начальнигы, 1989 йылдан алып Волга буйы хәрби округының санитария‐эпидемиология отряды начальнигы булып эшләй. Запастағы медицина хеҙмәте полковнигы[1].

1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, 1997 йылдан уҡыу буйынса кафедра начальнигы, 2010 йылдан һаулыҡ һаҡлауҙың мобилизацион әҙерләү һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире. «Стратегия и принципы управления психосоциальными факторами профессионального риска врачей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайбышев Вадим Тимерйән улының фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ауырыуҙарын, тормош сифатын, һаулыҡ торошон, хеҙмәттең психосоциаль факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Ул 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Медико‐психологическое сопровождение лиц экстремальных профессий. Өфө, 2011 (авторҙаш)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000);

«СССР-ҙың ҡораллы көстәренә 70 йыл» миҙалы;

1,2,3 дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары[2].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]