Эстәлеккә күсергә

Ҡатлам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатлам
Өлөшләтә тура килә estate of the realm[d]
 Ҡатлам Викимилектә

Ҡатлам — ағзалары хоҡуҡи тороштары буйынса айырылған социаль төркөм: уларҙың составы, өҫтөнлөктәре һәм бурыстары закон менән билдәләнелә. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатламдарға ҡарау нәҫел буйынса тапшырыла[1].

Рухани, рыцарь һәм ябай кеше (китаптағы иллюстрация, Франция, XIII быуат)

Ҡатламдарға бүлеү урта быуат Европаһына хас, ғәҙәттә аристократия, руханиҙар һәм община кешеләренә (ябай кешеләргә) ҡағылышлы ҡулланыла. Күп кенә дәүләттәрҙә ябай кешеләр бюргерҙарға (буржуа, мещандар) һәм крәҫтиәндәргә бүленә.

Европаның тәүге закон сығарыу йыйылыштары ҡатлам принцибына ҡоролған була; Франциялағы өс палаталы Генераль штаттар һәм ике палаталы Англия Парламенты бының сағыу өлгөһө.

Боронғо урыҫ әҙәби телендә «ҡатлам» һүҙе XVI быуат исемлектәрендә (ҡайһы берҙә XIII—XIV быуаттар ҡомартҡыларында) осрай башлай. М. Р. Фасмер сиркәү-славян термины булған ҡатлам һүҙен гректарҙың σύλλογος «сонм, йыйылыш» һүҙе менән бәйләй: συν-+λόγος. XVII быуатҡа тиклем «ҡатлам» һүҙе тантаналы сиркәү-китап стиленә ҡарай һәм ижтимағи-сәйәси мәғәнәлә йөрөмәй.

  • Нобилитет
  • Патриции
    • Сенаторы
    • Эквиты
  • Плебеи

Платон буйынса ҡатламдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Платондың VIII «Дәүләттәр» китабында ҡатламдар тасуирлана. Платон бындай дәүләттәге бөтә халыҡты өс ҡатламға бүлә:

  • хакимдар-философтар
  • Яугир-һаҡсылар
  • демиургтар.

Франциялағы «Иҫке режим» (йәғни революция тиклем булған) йәмғиәтте өс сословияға бүлә: беренсе (руханиҙар), икенсе (аристократтар) һәм өсөнсө (ҡалғандар).

  • Беренсе ҡатлам — табыныусылар, уға бөтә руханиҙар ҙа инә. Беренсе ҡатламға йөкмәтелгән бурыстар: никахтарҙы, бала тыуыуын һәм кеше үлемен теркәү, десәтинә йыйыу, китаптарға дини цензураны ғәмәлгә ашырыу, әхләҡ полицияһы бурыстарын үтәү һәм ярлыларға ярҙам итеү. Францияла ерҙәрҙең 10-45 проценты руханиҙар ҡулында була; улар һалым түләмәй. 1789 йылға Беренсе ҡатламға ҡараған кешеләрҙең дөйөм һаны 100 мең кешегә етә, уларҙың 10 проценты тирәһе — дин башлыҡтары. Францияла, нәҫел вариҫын билдәләү системаһына ярашлы, ғаиләләге өлкән ул нәҫел вариҫы була, ә ҡалған уландары йыш ҡына рухани булып китә.
  • Икенсе ҡатлам — яуҙарҙа ҡатнашыусылар, аристократия. Уға рыцарҙарҙан алып король ғаиләһенә тиклем, монархтан башҡа, бөтә дворяндар ҙа инә. Улар инде юстицияны һәм граждандар хеҙмәтен кәүҙәләндергән «плащ аристократтарына» («мантия») һәм «ҡылыс аристократтарына» («шпага») бүленә. Аристократтар һаны халыҡтың 1 проценты самаһын тәшкил итә; улар юл төҙөүгә ылыҡтырылмай, шулай уҡ ҡайһы бер һалымдарҙы ла (мәҫәлән, тоҙға һалым) түләмәй. Ҡылыс тағыу һәм нәҫел гербын булыдырыу хоҡуғына эйә. Аристократтар шулай уҡ, традицион феодаль системаға таянып, өсөнсө ҡатлам кешеләренән һалымдар йыя.
  • Өсөнсө ҡатлам — эшләүселәр, уға үҙҙәре эшләгән кешеләр инә: крәҫтиәндәр, эшселәр, һөнәрселәр, буржуазия. Был ҡатлам вәкилдәре һалым түләргә бурыслы, 1789 йылға ошондай ҡатлам кешеләре халыҡтың яҡынса 96 процентын тәшкил итә.

Францияла 1302 йылда Филипп IV тарафынан булдырылған өс палаталы Генераль Штаттар традицион ҡатлам-вәкәләтле орган булып тора. Өсөнсө ҡатламдың иҡтисади йоғонтоһо даими рәүештә арта барыуы сәбәпле, 1789 йылда власть бер палаталы Милли Ассамблея (17 июндә), артабан — Милли Конституцион Ассамблея (9 июлдә) ҡулына күсә. Ғәмәлдә, Өсөнсө ҡатлам вәкилдәре Генераль Штаттарҙа үҙҙәрен Милли Ассамблея тип иғлан итә, уларҙың раҫлауынса, Ассамблеяға бөтә халыҡ вәкилдәре йыйылған. Ҡайһы бер аристократтар, атап әйткәндә, маркиз де Лафайет, традицион системаны бөтөрөү яҡлы булһалар ҙа, өҫтөнлөктәрҙән файҙаланыусы ҡатлам өсөн һалым льготалары бөтөрөлмәй.

Короллектә ошо көнгә тиклем формаль рәүештә дворянлыҡҡа (ингл. lord temporallord temporal), юғары руханиҙарға (ингл. lord spirituallord spiritual) һәм община (ингл. commonerscommoners) кешеләренә бүленеү һаҡлана. Руханиҙарҙың түбән ҡатламы община кешеләренә ҡарай, тип иҫәпләнелә.

Рәсәй йәмғиәтендә ҡатламдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кенәздәр иң юғары ҡатлам булып иҫәрпләнгән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң руханиҙарҙы ла ошо төркөмгә индерәләр. Ер милке булғаны өсөн (вотчинниктар) улар юғары ҡатлам чинына ҡарай. Рустә дружина ла билдәле бер өҫтөнлөктәр менән файҙалана.

Рус дәүләте осоронда ҡатламдар «йөк тартыусы» (дәүләткә хеҙмәт итергә һәм һалым түләргә бурыслы) һәм «хеҙмәт итеүсе» (хеҙмәт итергә бурыслы) төркөмдәренә бүленә..

Традицион аристократия, боярҙар өҫтөнлөктәр менән файҙаланыусы синыф; аристократияның түбән ҡатламдары дворяндар һәм «бояр балалары» тип атала. Стрелецтар башҡа хеҙмәт итеүсе ҡатламға ҡарай.

Мәскәү батшалығында крәҫтиәндәр һәм посад кешеләре йөк тартыусы төркөмгә ҡарай.

Халыҡты иң түбәнге ҡатламы холоп һәм смердтар тип аталған ирекһеҙҙәрҙән тора.

Улар араһында смерд тип аталғандары айырым категорияны тәшкил итә. Улар — крепостной крәҫтиәндәр, әммә унда ла өс төркөмгә бүлеү ҡаралған:

  • ирекле;
  • беркетелгән;
  • ирекһеҙ.

XVIII быуаттың 2-се яртыһынан Рәсәйҙә ҡатламдарға түбәндәгесә бүленеү раҫлана:

  • Дворянлыҡ, нәҫел буйынса тапшырылған һәм шәхси үҙенә генә бирелгән;
  • Руханиҙар;
  • Почётлы граждандар;
  • Купецтар;
  • Мещандар;
  • Ғәскәри обывателдәр (1765—1866);
  • Казактар;
  • Крәҫтиәндәр, был ҡатлам шәхсән иреклеләргә һәм ҡара исемлектәге крәҫтиәндәргә бүленә. шулай уҡ феодалдарға беркетелгән удель һәм крепостой крәҫтиәндәр;
  • Разночинецтар.

Бөйөк Петр Рангылар тураһында табель индергәндән һуң дворян булмағандар ҙа дворянлыҡ титулын алыу мөмкинлегенә эйә була; бының өсөн түбәнге, XIV класс чинын алыу ҙа етә (хәрби хеҙмәттә — нәҫел вариҫтарына тапшырыла торған дворянлыҡты; граждандар хеҙмәтендә, 1845 йылдан һуң — хәрби хеҙмәттә лә — шәхси дворянлыҡ, нәҫел вариҫтарына тапшырыла торған дворянлыҡ тик VIII классчинынан үткәндәргә генә бирелә). Дворян булмағандарҙың күпләп титул ала башлауын кәметеү өсөн 1856 йылдан титул биреү планкаһы IX класҡа тиклем күтәрелә. 1832 йылда шул уҡ маҡсатта почётлы граждандар ҡатламы булдырыла, улар бер нисә дворянлыҡ өҫтөнлөгөн ала (атап әйткәндә, тән язаһынан азат итеү), шуның менән бергә уларға шәхси дворянлыҡ та бирелмәй.

Урыҫ православие руханиҙары аҡҡа (приход) һәм ҡараға (монахтар) бүленә.

Купецтар ҙа ҡайһы бер өҫтөнлөктәр менән файҙалана, XVIII быуат аҙағынан өс гильдияға бүленәләр, капиталдың ҙурлығына ҡарап ағзалыҡ билдәләнелә.

Урыҫ крәҫтиәндәре ҡатлам системаһында бер нисә категорияға бүленә:

  • дәүләт крәҫтиәндәре, улар дәүләт милкендә булған ерҙә йәшәй;
  • монастырь крәҫтиәндәре;
  • помещик крәҫтиәндәре;
  • удель крөҫтиәндәре, улар император фамилияһына ҡараған ерҙәрҙә йәшәй;
  • поссесион (теркәлгән крөҫтиәндәр), теге йәки был заводҡа бертелгәндәр;
  • бер ихаталы;
  • белопашцы.

Бер ҡатламға ла ҡарамағандар разночинцы тип атала. XVII—XIX быуаттарҙа Рәсәй дәүләтендә юридик яҡтан бер категорияға ла ҡарамаған һәм бер ҡатлам кешеһе лә булмаған төркөм.

Крепостной право юҡҡа сығарылғас, илдең ижтимағи тормошонда һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә.

дворяндар буш эшсе көсөнә эйә була;

руханиҙар күберәк өҫтөнлөктөр ала — хәрби хеҙмәттән, тән язаһынан азат ителә, белем алыуға өҫтөнлөк бирелә.

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (РСФСР) 1917 йылдың 11 ноябрендәге «Ҡатламдарҙы һәм граждандар чиндарын бөтөрөү тураһындағы» Декреты бөтә ҡатлам өҫтөнлөктәрен һәм сикләүҙәрҙе бөтөрә һәм граждандарҙың тигеҙ булыуын иғлан итә[2].

  • Класс
  • Служилые люди
  • Социальная иерархия
  • Титул
  • Сословно-представительная монархия
  1. Сословие / Седов Л. А. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Декрет об уничтожении сословий и гражданских чинов // Декреты советской власти : сб. док. / Ин-т марксизма-ленинизма при ЦК КПСС ; Ин-т истории АН СССР : [многотомное изд.]. — М.: Политиздат, 1957—1997. — Т. 1: 25 октября 1917 г. — 16 марта 1918 г. / подгот. С. Н. Валк и др. — С. 71—72. — ISBN 5-250-00390-7. (ISBN т. 1 отсутствует. Привязано к: Декреты советской власти: [многотомник]. М., 1957—1997.)
  • Сословия // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Кордонский С. Г., Сословная структура постсоветской России, М., 2008;
  • Законы о состояниях (св. зак. т. IX, изд. 1899 г.) с дополнительными узаконениями, разъяснениями Правит. Сената, циркулярами Министерства Внутренних дел и алфавитным указателем. Сост. Палибин М. Н. Санкт-Петербург, 1901];
  • Пайпс, Ричард. Россия при старом режиме / пер. В. Козловского. М.: Независимая газета, 1993;
  • Маркс К., Восемнадцатое брюмера Луи Бонапарта, Маркс К. и Энгельс Ф., Соч., 2 изд., т, 8;
  • Энгельс Ф., Анти-Дюринг, там же, т. 20;
  • Ленин В. И., Аграрная программа русской социал-демократии, Полн. собр. соч., 5 изд., т. 6;
  • Ленин В. И., О государстве, там же, т. 39;
  • Ключевский В. О. История сословий в России. Соч., т. 6. — М., 1959;
  • Абсолютизм в России, М., 1964;
  • Гуревич А. Я., Категории средневековой культуры, М., 1972;
  • Барг М. А., Проблемы социальной истории в освещении современной западной медиевистики, М., 1973, гл. 3.
  1. Сословие / Седов Л. А. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.