Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы
Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 октябрь 1977 (47 йәш) |
Тыуған урыны | Аллағыуат ауыл советы, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, филолог |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Берҙәм Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы (19 октябрь 1977 йыл) — ғалим-филолог, йәмәғәт эшмәкәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VI, VII саҡырылыш депутаты (2018? 2023). Филология фәндәре докторы (2018)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина 1977 йылдың 19 октябрендә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында тыуа.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлай (1999). 2000 йылдан Урындағы ҡораллы низағтар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауҙың республика социаль-психология хеҙмәте, Йәштәрҙең хеҙмәт мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының Ойоштороу-масса, хоҡуҡи һәм социаль эш бүлеге начальнигы.
2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығының әйҙәүсе консультанты, гражданлыҡ институты менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш консультанты, ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары. 2010 йылдан 2021 йылға тиклем — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы, генераль директор урынбаҫары. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Тел ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.
2021 йылдың февраленән алып «Коммерческий Инновационный Трест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең ижтимағи-сәйәси һәм стратегик мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары.
2023 йылдың майынан — «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]200-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм 6 монография авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Халыҡ контроле» федераль партия проектының төбәк координаторы.
Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе.
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе.
«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Республика конкурсы авторы һәм етәксеһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022)
- РФ Оборона министрлығының «Маргелов армияһы генералы» миҙалы
- Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
- «Серебряный голубь» милли йәмәғәт премияһы лауреаты
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2019)[4]
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да сәс нур халҡыңа» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОБЪЯВЛЕНИЕ О ЗАЩИТЕ ДИССЕРТАЦИИ 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Радий Хабиров поздравил женщин Башкортостана с Международным женским днём
- ↑ В Башкирии открылся региональный филиал фонда «Защитники Отечества»
- ↑ Гульнур Кульсарина награждена Почетной грамотой Республики Башкортостан за активную общественную деятельность
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кульсарина Гульнур Галинуровна
- Кульсарина Гульнур Галинуровна 2019 йыл 19 октябрь архивланған.
- Кто есть кто Кульсарина Гульнур Галинуровна 2019 йыл 19 октябрь архивланған.
- 19 октябрҙә тыуғандар
- 1977 йылда тыуғандар
- Стәрлебаш районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Армия генералы Маргелов» (Рәсәй оборона министрлығы) миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Депутаттар
- 6-сы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары