Ҡотлобаевтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотлобаевтар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Ырымбур губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Зөбәйер Ҡотлобаев

Барлыҡҡа килгән урыны:

Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Йәлдәк улусының Кәмил ауылы


Подданлығы:

Ҡотлобаевтарбашҡорт дворяндары нәҫеле. Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Йәлдәк улусының Кәмил ауылы башҡорттарынан.

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡотлобаевтар нәҫелен башлап ебәреүсе Зөбәйер Ҡотлобаев була. Зөбәйер Ҡотлобаев 1823—1835 йылдарҙа 10-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. Уның улдары:

  • Уйылдан Зөбәйер улы Ҡотлобаев — хорунжий (1836)[1].
  • Ноғман Зөбәйер улы Ҡотлобаев (1809 — ?) — хорунжий. 1816 йылдан хәрби хеҙмәттә була. 1832 йылдан Ырымбур ҡалаһында, һуңынан 10‑сы башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1837—1846 йылдарҙа кантон башлығы ярҙамсыһы вазифаһын үтәй. Ҡустыһы Камилйән менән бергә Йәлдәк улусында урынлашҡан 3 поташ заводына эйә булған[2].
  • Камилйән Зөбәйер улы Ҡотлобаев — зауряд-хорунжий. Ағаһы Ноғман менән бергә Йәлдәк улусында урынлашҡан 3 поташ заводына эйә булған[2].
  • Раян Зөбәйер улы Ҡотлобаев (1815 — ?) — хорунжий (1841)[3]. 1839—1842 йылдарҙа 10‑сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡара.
  • Абдулкәбир Зөбәйер улы Ҡотлобаев — зауряд-яҫауыл (1812)[4].

Уйылдан Зөбәйер улы Ҡотлобаевтың улдары:

  • Лоҡманхаким Уйылдан улы Ҡотлобаев — зауряд-хорунжий. 1863—1865 йылдарҙа 6-сы Бөрө кантоны башлығының ярҙамсыһы була[5].
  • Миһран Уйылдан улы Ҡотлобаев — 1862—1863 йылдарҙа 16-сы кантон башлығы вазифаһын үтәй[6]. 1863—1865 йылдарҙа 6-сы Бөрө кантоны башлығының ярҙамсыһы була[5].
  • Мостафа Уйылдан улы Ҡотлобаев ер биләүсе, урман сәнәғәтсеһе була. Ырымбур губерна канцелярияһында секретарь булып хеҙмәт итә. Ырымбур губернаһында 3 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй, шуның 1,8 мең дисәтинәһе — Бөрө өйәҙендә, 0,5 меңе — Бәләбәй өйәҙендә, 0,8 меңе Өфө өйәҙендә була. Уның улдары:

1866 йылда Миһран һәм Мостафа Ҡотлобаевтарҡа нәҫелдән күсә килеүсе дворяндар дәрәжәһе бирелә. Ҡотлобаевтар нәҫеле Ырымбур губерна дворян нәҫел тарихы китабына теркәлгән[7].

Башҡа билдәле вәкилдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
  • Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]