Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап
Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап (урыҫса Великая пролетарская культурная революция, ҡытайса 無產階級文化大革命, ябай 无产阶级文化大革命, пиньин телендә: Wúchǎn Jiējí Wénhuà Dà Gémìng, палл.: Учань цзецзи вэньхуа да гэмин, ҡыҫҡаса文化大革命 Вэньхуа да гэмин йәки 文革 Вэньгэ) — 1966—1976 йылдарҙа Ҡытайҙа Коммунистар партияһы (ҠКП) Рәйесе Мао Цзэдун йәйелдергән һәм шәхсән идара иткән идея-сәйәси кампаниялар йыйылмаһы. Ул Ҡытай Халыҡ Республикаһында «капитализмдың яңынан тергеҙелеү» мөмкинлеге, «эске һәм тышҡы ревизионизм менән көрәшеү» һылтауы менән сәйәси оппозицияның абруйын төшөрөү һәм уны юҡ итеү, үҙенең шәхси хакимлеген урынлаштырыу маҡсаттарын ҡуя.
«Мәҙәни инҡилап»тың төп сәбәптәре: 1) Мао Цзэдундың социалистик йәмғиәттә синфы көрәш әһәмиәтен абсолютлаштырыуы; 2) уның көсәйә барған шәхес культының нәҡ ошо осорҙа иң юғары кимәлгә етеүе; 3) Ҡытай Коммунистар партияһында лидерлыҡ өсөн көрәштә юғары етәкселәр, шул иҫәптән Линь Бяо, Кан Шэн, Цзян Цин (Маоның ҡатыны) һәм башҡалар тарафынан Мао Цзэдундың «һул» ҡараштарын, уның шәхес культын һәм идара итеүҙәге бер башлыҡлылыҡ стилен үҙ маҡсаттарында шәхси властарын көсәйтеү өсөн әүҙем файҙаланыуы.[1]
«Мәҙәни инҡилап» зыялыйҙарға ҡаршы киң масштаблы сәйәси золомға, Ҡытай коммунистар партияһының, йәмәғәт ойошмаларының (Ҡытай Коммунистик йәштәр союзының (КСМК), һөнәри союздарҙың, пионер ойошмаларының һәм башҡаларҙың) тарҡатылыуына, мәҙәниәт һәм мәғарифкә ғәйәт ҙур зыянға, феодаль ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар менән көрәш лозунгыһы аҫтында мәҙәни ҡомартҡыларҙың юҡ ителеүенә, тышҡы сәйәсәттең үҙгәреүенә һәм илдә Советтар Союзына ҡарата ныҡ кире уй-ҡараштарҙың ҡырҡа көсәйеүенә алып килә.
«Мәҙәни инҡилап» атамаһын тәү тапҡыр ағалы-энеле Гординдар үҙҙәренең «Анархизм манифесы»нда 1917 йылдың майында ҡуллана. Совет осорондағы сәйәси телмәргә ул В. И. Лениндың «Кооперация тураһында» исемле хеҙмәтенән 1923 йылда инеп китә: «Мәҙәни инҡилап — ул... ысын боролош, халыҡ массаларының мәҙәни үҫешендәге тотош осор».[2].
«Мәҙәни инҡилап»тың сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) һәм СССР араһында 1950-се йылдарҙа хәсил булып, 1980-се йылдар аҙағына тиклем дауам иткән дипломатик ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың айырыуса киҫкенләшеүе 1969 йылға тура килә. Был көсөргәнешлек халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттәге тарҡалыу һәм бүленеү менән аралашып бара.
КПСС-тың XX съезында И. В. Сталин тәғлимәттәрен фашлау, тыныс һыйышып йәшәү сәйәсәте шарттарында Н. С. Хрущёвтың иҡтисадтағы әкренләп либераллаштырыу курсы Мао Цзэдундың ризаһыҙлығын тыуҙыра: ул был хәлдәрҙе коммунистик идеологияға ҡаршы килә һәм үҙенең ҠКП-лағы шәхси власына ҡурҡыныс тыуҙыра тип иҫәпләй.
СССР-ҙың Мао сәйәсәте менән килешмәүе ҠХР-ҙа халыҡ-ара хеҙмәттәшлек программаһы буйынса эшләүсе барлыҡ совет белгестәрен кинәт кенә саҡырып ҡайтарыуҙа сағылыш таба.
Уссури йылғаһының Даманск утрауындағы хәрби сик бәрелештәре һәм Джунгар ҡапҡаһы янындағы Жаланашколь күле эргәһендәге сик низағы ике илдең үҙ-ара ҡапма-ҡаршылығының иң юғары нөктәләре була.
1964 йылдың октябрендә Ҡытайҙа ядро ҡоралын һынау уңышлы үткәрелә.
Партияла бер генә етәксенең лидерлығы өсөн көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мәҙәни инҡилап»ты тикшеренеүселәрҙең күпселеге билдәләүенсә, «Ҡытайҙа йәйелдерелгән был сәйәсәттең төп сәбәптәренең береһе — коммунистар партияһындағы бер генә етәксенең лидерлығы өсөн көрәш» тип танырға кәрәк. Быға тиклем Мао башланғысы менән үткәрелгән «ҙур һикереш»тең уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуы етәксенең илдәге позицияһы һәм абруйының ҡаҡшауына килтерә. Шуға ла Мао Цзэдун «мәҙәни инҡилап» барышына үҙ алдына ике мөһим мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуя, һәм уларҙың икеһе лә ҠХР-ҙың сәйәси майҙанында уның лидерлығын нығытыуға йүнәлтелгән була: өлөшләтә баҙар ҡанундары индереп иҡтисадты үҙгәртеү хаҡында уйлай башлаған оппозицияны юҡ итеү һәм бер үк ваҡытта ярлылыҡтан яфа сиккән халыҡты ни менәндер албырғатыу. «Ҙур һикереш»тең уңышһыҙлығы өсөн бар ғәйепте эске оппозицияға һәм тышҡы дошмандарға (Хрущёв етәкләгән ревизионистик Советтар Союзы) япһарып, Мао бер ыңғайҙан был ике бурысты ла хәл итә: көнәркәштәренән (конкуренттарынан) ҡотола һәм халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүенә юл аса.
1960 йылдар уртаһында оппозиция сафтарында Ҡытайҙың артабан үҫешенә үҙ ҡараштары булған Лю Шаоци һәм Дэн Сяопин кеүек лидерҙар танылыу ала. Шуға ла хакимлектән яҙыуынан ҡурҡҡан Мао террор ойоштора.
Аяуһыҙ тәнҡит беренсе сиратта уның төп көнәркәштәренә йүнәлтелә. ҠХР Рәйесе Лю Шаоци, уның яҡын фекерҙәштәре Пэн Чжэнь, Ло Жуйцин, Лу Динъи, Ян Шанкунь һәм Дэн Сяопин башлыса «уңға тайпылыусылар», «ревизионистар», «капитализм агенттары» тип ғәйепләнә.
1966 йылдың 16 майында ҠКП Политбюроһы «буржуазия вәкилдәрен» һәм Маоның партиялағы, киң мәғлүмәт сараларындағы, ғилми һәм мәҙәни учреждениеларындағы дошмандарын юҡ итеүгә күрһәтмә биргән «16.05 директива»һын[3] иғлан итә. Уның төп авторҙары булып Цзян Цин, Кан Шэн, Чэнь Бода, Чжан Чуньцяо һәм Ци Бэньюй иҫәпләнә. 1966 йылдың 28 майында ҠКП Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Мәҙәни инҡилап эштәре буйынса төркөм ойошторола. Ул формаль рәүештә ҠКП Үҙәк Комитеты Политбюроһының Даими комитетына, ғәмәлдә бары шәхсән Мао Цзэдунға бойһона. Етәксеһе итеп тә исем өсөн Чэнь Бода тәғәйенләнә, ысынында төркөмдө Маоның ҡатыны Цзян Цин етәкләй. Тора-бара партия һәм дәүләт власының юғары органына әйләнгән был төркөмгә «16.05 директива»һының бар авторҙары ла йәлеп ителә.
«Мәҙәни инҡилап» башланыу менән Ҡытайҙа сираттағы «үҙ-үҙеңде тәнҡитләү» кампанияһы йәйелдерелә: партия ағзалары һәм башҡа кешеләр яҙма формала «ғонаһтарынан тәүбәгә килергә» һәм партия алдындағы ғәептәрен танырға тейеш була. Ошондай «үҙ-үҙен тәнҡитләүҙе» ҠХР Рәйесе Лю Шаоци ҙә яҙырға мәжбүр була.
Уның ҡараштарын 1966 йылдың 24 июлендә Мао үҙе тәнҡитләп сыға. Уның ҡатыны Цзян Цин иһә: «Лю Шаоци! Һин ебәргән эшсән төркөмдәр мәҙәни инҡилаптың йәш генералдары менән рәхимһеҙ иҫәпләште! Был әйтеп бөтөргөһөҙ зыян китергән аяуһыҙ енәйәт! ҠКП Үҙәк Комитетының XI пленумында Лю Шаоци дәүләттәге икенсе кеше урынынан юғалта: «Ҡытай компартияһы уның хаталарының ниндәй икәнен билдәләгән» ваҡытҡа эшенән ситләтелә. Икенсе төрлө әйткәндә, ил етәкселәренең береһе ул осор өсөн ғәҙәтигә әйләнгән «ситкә ҡуйылыу»ға эләгә: партия ағзаһы рәсми тәртиптә үҙ посынан мәхрүм ителмәһә лә, ғәмәлдә эштән ситләтелеп, өй һағы аҫтына эләгә. Ситләтелгәнде был хәлдә тотоу йылдар буйы дауам итеүе лә мөмкин булған. Һөҙөмтәлә, Лю Шаоци ҡатыны һәм балалары менән күп кәмһетеүҙәргә һәм мыҫҡыллауҙарға дусар ителә. Аҙаҡтан ул төрмәгә ябыла һәм 1969 йыл башында унда үлеп ҡала.
1967 йылдың 22 июнендә эҙәрләүҙәр һөҙөмтәһендә ҠКП Үҙәк Комитетының Төньяҡ Ҡытай бюроһы секретары Ли Лисань үҙ-үҙенә ҡул һала (икенсе версия буйынса – уны ағыулайҙар).
Мао, хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡып, властың юғары ҡатламындағы таҙартыуҙар менән генә сикләнмәй. «Партия сафтарын яңыртыу» киң таралыу ала, һәм ул төрлө идеология кампаниялары аша тормошҡа ашырыла. Бындай таҙартыуҙарҙың 1940-сы йылдарҙан уҡ киң ҡулланылыуын да билдәләргә кәрәк. Мао нәҡ ошо ысулды яңынан тергеҙеп, ҠКП-лағы оппозиция көстәренә ҡаршы көрәш башлай, иҡтисадтың планлы нигеҙҙә үҫеүен һәм СССР менән хеҙмәттәшлек зарурлығын билдәләгән VIII съезд ҡарарҙарын яңынан ҡараға тотона. Ул был съезды «насар» тип атай һәм уның өсөн «партияны тәнҡитләргә» бөтә илде саҡыра.
«Мәҙәни инҡилап»тың осорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе осор — йәштәрҙең баш-баштаҡлыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мао Цзэдун билдәләүенсә, «мәҙәни инҡилап» Яо Вэньюандең 1965 йылдың 10 ноябрендә баҫылған мәҡәләһенән башлана[4]. 1966 йылдың 8 авгусында ҠКП Үҙәк комитетының XI пленумы «Бөйөк пролетар мәҙәни инҡилабы тураһында ҡарар» ҡабул итә[5]:
Буржазия ҡолатылһа ла, иҙеүсе иҫке идеология, иҫке мәҙәниәт, боронғо ғөрөф-ғәҙәт һәм йолалар ярҙамында ул бары-бер халыҡты тарҡатырға, кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алырға, үҙенең маҡсатына —яңынан тегеҙелеүҙе ғәмәлгә ашырырға маташа.
«феодаль мәҙәниәт» менән көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы йылдар башында тарихсы һәм драматург У Хань мәҡәләләрен һәм пьесаларын ҡырҡа тәнҡитләү башлана. Уның Миндәр династияһына ҡараған Хай Жуй исемле түрә хаҡындағы Шанхай театрында ҡуйылған сәхнә әҫәрендә юғары власть даирәләре кире яҡтан һүрәтләнә — был тамашасының юғары баһаһына лайыҡ була, әммә ил етәкселеге тарафынан ҡапма-ҡаршы юҫыҡта ҡабул ителә. 1962 йылда ҠКП Үҙәк Комитеты пленумы «хәҙерге заман ревизионистарына» ҡаршы көрәшкә һәм «яңыса социалистик тәрбиә биреү» кампанияһын йәйелдереүгә саҡыра. Мао Цзэдундың ҡатыны Цзян Цин етәкселегендәге «театрҙы яңыртыу» был кампанияның төп йүнәлешенә әйләнә. Уның ҡулы аҫтында «хәлдәр торошон төҙәтеү» — бығаса булған традицион репертуарҙы «эшкәртеү» һәм уны «заманға яраҡлаштырыу», йәғни сәхнә әҫәрҙәренең йөкмәтке асылын һәм бөтөнлөгөн юҡҡа сығарыу башлана. «Социализмдағы синфи көрәш» тезизы рухында «шәхси бәхет» темаһы «халыҡ массалары һәм инҡилап мәнфәғәттәренә яуап бирмәй» тип иғлан ителә һәм өлгөлө герой тураһындағы фекер әүҙем тәү урынға ҡуйыла. Уның үрнәге итеп Мао Цзэдун әҫәрҙәрен даими уҡыған һәм бары тик уның күрһәтмәләренә ярашлы эш иткән, тик бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк булған Лэй Фэн исемле йәш һалдат иғлан ителә.
Театрға артабанғы һөжүмгә Мао Цзэдундың 1963 һәм 1964 йылдарҙағы күрһәтмәләре этәргес бирә. Уның тәүгеһендә әҙәбиәт менән сәнғәттең дөйөм торошо тәнҡитләнә һәм театрға ҡарата айырым ризаһыҙлыҡ белдерелә. Икенсеһендә Рәйес ижади союздарҙы һәм уларҙың матбуғат баҫмаларын «етди үҙгәртергә» саҡыра. Пекин музыка драмаһы тамашаларының 1964 йылғы смотрында Цзян Цин театр репертуарын «социалистик иҡтисад нигеҙҙәрен яҡламай» тип билдәләй һәм ижадсыларҙы «тейешле синфи ҡараш һәм намыҫ юҡлыҡта» ғәйепләй.
Икенсе осор — 7 май кадрҙар мәктәбе, «Үргә тауҙарға, түбәнгә ауылдарға»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мәҙәни инҡилап»тың икенсе осоро 1969 йылдың майында башлана һәм 1971 йылдың сентябрендә тамамлана. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр икенсе осорҙоң башланыуын 1968 йылдың уртаһынан да иҫәпләй.
7 май кадрҙар мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе 7 май кадрҙар мәктәптәре 1968 йылдың аҙағында барлыҡҡа килә. Уларҙың атамаһы Мао Цзэдундың 1966 йылдың 7 майындағы «Иҫкәрмәләре»ндәге тәҡдименән алынған: «кадрҙар һәм интеллектуалдар файҙалы физик эш менән хеҙмәт тәрбиәһе алырлыҡ мәктәптәр ойошторорға». Юғары чиновниктар өсөн 18 провинцияла төҙөлгән 7 май кадрҙар мәктәптәренең һаны 106 була. Үҙәк хөкүмәттең 100 мең түрәһе, шул иҫәптән Дэн Сяопин да, уларҙың 30 мең ғаилә ағзалары шул мәктәптәргә ебәрелә. Түбәнерәк дәрәжәле етәкселәр өсөн тағы ла меңәрләгән кадрҙар мәктәбе булдырыла, һәм уларҙа шөғөлләнгән урта һәм ваҡ чиновниктарҙың иҫәп-хисабының осона ла сығырлыҡ түгел. Мәҫәлән, 1969 йылдың 10 ғинуарына Гуандун провинцияһында ғына ла 300 7 май кадрҙар мәктәбе төҙөлә һәм физик хеҙмәт менән шөғөлләнергә 100 меңдән ашыу хеҙмәткәр ебәрелә.
Был мәктәптәр «өстән бер» системаһы менән эшләй: эш сәғәттәренең тәүге өстән бер өлөшөндә кисәге кадрҙар физик хеҙмәт менән мәшғүл була, икенсе өстән берендә —теория өйрәнә, ә һуңғыһын — производствоны ойоштороуға, уның менән идара итеүгә һәм яҙыү эштәренә арнай.
1970 —1971 йылдарҙа кадрҙарҙың үҙҙәре яғынан был мәктәптәрҙе тәнҡитләү башлана. ҠХР-ҙың Дәүләт Советы премьеры Чжоу Эньлай һәм уның яҡлылар үҙәк иҡтисад өҫтөнлөктәрен, шул иҫәптән дәүләт планлаштырыуын һәм көйләүен тәүге урынға ҡуйып сығыш яһай. «Ҡырҡа һул» ҡарашта торған Линь Бяо һәм уның фекерҙәштәрен еңгәндән һуң (1971 йылдың сентябрендә улар юҡ ителә) «мәҙәни инҡилап», иҡтисадтағы яңы башланғыстарҙан баш тартып, төп иғтибарын мәҙәниәт мәсьәләренә йүнәлтә.
«Үргә тауҙарға, түбәнгә ауылдарға»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ошолай исемләнгән кампания студенттарҙың, эшселәрҙең һәм хәрбиҙәрҙең бер өлөшөн ҡалаларҙан Ҡытайҙың ауыл райондарына оҙатыуҙан ғибәрәт. Был осор репрессиялары ғәҙәттәгесә дәүләт именлек органдары тарафынан үткәрелә. 1968 йылдың февраленән майға тиклем, йәшерен дошманлыҡ эшмәкәрлегендә ғәйепләнеп, 346 мең кеше ҡулға алына, уларҙың өстән ике өлөшө — монголдар. Шаньси провинцияһы заводтарының береһендә 1968 йыл аҙағында йәнәһе «547 шымсы-шпиондан торған торған төркөм булған», уларға 1200 енәйәттәше ярҙам иткән. Юньнань провинцияһындағы аҙ һанлы милләттәр вәкилдәренең сыуалыштарынан һуң 14 мең кеше язалана.
Өсөнсө осор — прагматик саралар һәм сәйәси көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мәҙәни инҡилап»тың өсөнсө осоро 1971 йылдың сентябренән 1976 йылдың октябренә, Мао Цзэдундың вафатына тиклем дауам итә. Ул иҡтисадта һәм сәйәсәттә «дүртәү төркөмө»нөң (Цзян Цин, Яо Вэньюань, Чжан Чуньцяо һәм Ван Хунвэнь) хакимлеге менән билдәләнә.
Эҙемтәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтарҙың күпселеге 100 миллион зыян күреүселәр хаҡында һүҙ йөрөтә. Был һан тәүге тапҡыр 1979 йылдың 26 октябрендә 14 телдә (шул иҫәптән урыҫса ла) сыҡҡан һәм ҠКП-ның рәсми баҫмаһы булған «Жэньминь жибао» («Көндәлек халыҡ гәзите», урыҫса «Народная ежедневная газета») гәзитендә килтерелә. Ж.-Л. Марголен (франц.) яҙыуынса, һәләк булыусылар миллион кеше булған. Бер Гуанси провинцияһында ғына ла «мәҙәни инҡилап» ваҡытында 67 меңдән артыҡ, Гуандун провинцияһында — 40 мең кеше һәләк була.
«Мәҙәни инҡилап» барышында 5 миллионға яҡын партия ағзаһы золом ҡорбаны була һәм ҠКП-ның IX съезына уларҙың һаны 17 миллионға яҡын тәшкил итә. 1973 йылда уҙған X съезды инде 28 миллионға яҡын коммунист ҡаршылай, йәғни 1970—1973 йылдарҙа партия үҙенә 10—12 миллион яңы ағза ала. Шулай итеп, Мао партияның ниндәй булһа ла ризаһыҙлыҡ белдереүгә һәләтле «ҡарт» ағзаларын «яңыларға» — шәхес культының фанатиктарына алмаштыра.
«Боласылар» һәм хунвэйбиндар ҡытай һәм ҠХР-ҙың башҡа халыҡтары мәҙәни мираҫының күпселек өлөшөн юҡ итә. Мәҫәлән, меңәрләгән боронғо ҡытай тарихи ҡомартҡылары, һарайҙар ҡыйратыла, китаптар һәм картиналар яндырыла. «Мәҙәни инҡилап» башланғанға тиклем Тибетта һаҡланып килгән ғибәҙәтханалар һәм монастырҙарҙың барыһы ла тиерлек юҡҡа сығарыла.
«Мәҙәни инҡилап» ниндәй генә мәғәнәлә лә инҡилап йәки социаль алға китеш булманы һәм була алмай... ул етәксе тарафынан өҫтән сығарылған һәм контрреволюцион төркөмдәр ҡулланған ығы-зығы һәм сыуалыш булды. Был бола һәм ҡотҡо таратыу партияға, дәүләткә һәм күп милләтле бөтә халыҡҡа етди афәт һәм бәлә-ҡаза алып килде. — ҠКП Үҙәк Комитеты ҡарарынан (1981)
«Мәҙәни инҡилап» өсөн яуаплылыҡты бары тик Мао Цзэдунға һәм партиялағы «контрреволюцион» тип иғлан ителгән төркөмдәргә япһарып, ҠКП баҙар иҡтисады шарттарында үҙ власын законлаштыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Xing Lu. Rhetoric of the Chinese Cultural Revolution: The Impact on Chinese Thought, Culture, and Communication. — University of South Carolina Press, 2004. — P. 61-64. — ISBN 978-1570035432.ингл.
- ↑ Толстых В. И. Культурная революция // Новая философская энциклопедия: в 4 т. / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин. — М.: Мысль, 2000 — 2001. — ISBN 5-244-00961-3. 2-е изд., испр. и допол. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9. — копия статьи (рус.)
- ↑ 多維历史:《五·一六通知》全文 2014 йыл 12 май архивланған.
- ↑ Мао Цзэдун. Беседа с албанской военной делегацией (1 мая 1967 г.) . Дата обращения: 31 октябрь 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йыл 18 март архивланған.
- ↑ Постановление Центрального Комитета Коммунистической партии Китая о великой пролетарской культурной революции . Дата обращения: 31 октябрь 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гнев рабов в Тибете = Der Zorn der Leibeigenen in Tibet. — Peking: Verlag für fremdsprachige Literatur, 1976. — 92 S.
- Кузьмин С. Л. Глава 9. Великая пролетарская культурная революция. Итоги периода Мао // Скрытый Тибет. История независимости и оккупации. — СПб.: издание А. Терентьева, 2010. — 544 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-901941-23-2.
- Желоховцев А. «Культурная революция» с близкого расстояния. — М.: Политиздат, 1973. — С. 265
- Усов В. Н. «Культурная революция в Китае». Китай: история в лицах и событиях. — М., 1991.
- Усов В. Н. КНР: от «большого скачка» к «культурной революции» (1960—1966 гг.). — М.: ИДВ РАН, 1998. — Часть 1, С. 221; Часть 2, С. 241
- Усов В. Н. КНР: от «культурной революции» к реформам и открытости (1976—1984 гг.). — М.: ИДВ РАН, 2003. — С. 190 — ISBN 5-8381-0064-8
- Dittmer, Lowell. China’s Continuous Revolution: The Post-Liberation Epoch, 1949—1981
- "Li Peng, the 'Butcher of Tiananmen,' was 'Ready to Die' to Stop the Student Turmoil". AsiaNews.it. 2003. Retrieved August 21, 2011.
- ALLÈS, ÉLISABETH (2003). «Chinese Islam: Unity and Fragmentation». Archives de Sciences Sociales des Religions (Keston Institute) 31 (1): 7–35. DOI:10.1080/0963749032000045837. ISSN 0963-7494. Проверено 9 June 2014.
- Barnouin, Barbara and Yu Changgen. Zhou Enlai: A Political Life. Hong Kong: Chinese University of Hong Kong, 2006. ISBN 962-996-280-2. Retrieved on March 12, 2011.
- Chan, A; Children of Mao: Personality Development and Political Activism in the Red Guard Generation; University of Washington Press (1985)
- Chen, Jack. Inside the Cultural Revolution. — Scribner, 1975. — ISBN 0-02-524630-5.
- Clark, Paul. The Chinese Cultural Revolution: A History. — Cambridge and New York: Cambridge University Press, 2008. — ISBN 978-0-521-87515-8.
- Ewing, Kent. (2011, June 4). "Mao's Army on the Attack". Asia Times Online. Asia Times Online (Holdings). Retrieved at <http://www.atimes.com/atimes/China/MF04Ad01.html> on June 16, 2011.
- Fong Tak-ho. (2006, May 19). "Cultural Revolution? What Revolution?" Asia Times Online. Asia Times Online (Holdings). Retrieved at <http://www.atimes.com/atimes/China/HE19Ad01.html> on June 15, 2011.
- Gao, Mobo. The Battle for China's Past: Mao and the Cultural Revolution. — London: Pluto Press, 2008. — ISBN 978-0-7453-2780-8.
- Lee, Hong Yong. The Politics of the Chinese Cultural Revolution. — Berkeley: University of California Press, 1978. — ISBN 0-520-03297-7.
- Art in Turmoil: The Chinese Cultural Revolution, 1966-76 / Richard King. — University of British Columbia Press, 2010. — ISBN 978-0774815437.
- MacFarquhar, Roderick and Schoenhals, Michael. Mao's Last Revolution. — Harvard University Press, 2006. — ISBN 978-0-674-02332-1.
- Solomon, Richard H. Mao's Revolution and the Chinese Political Culture. — Berkeley and Los Angeles: University of California Press, 1971.
- Spence, Jonathan D. (1999). The Search for Modern China, New York: W.W. Norton and Company. ISBN 0-393-97351-4.
- Thurston, Anne F. Enemies of the People: The Ordeal of Intellectuals in China's Great Cultural Revolution. — Cambridge: Harvard University Press, 1988.
- Teiwes, Frederick C. & Sun, Warren. (2004). "The First Tiananmen Incident Revisited: Elite Politics and Crisis Management at the End of the Maoist Era". Pacific Affairs. Vol. 77, No. 2, Summer. 211–235. Retrieved from <http://www.jstor.org/stable/40022499> on March 11, 2011.
- Zhao Ziyang. Prisoner of the State: The Secret Journal of Premier Zhao Ziyang. Trans & Ed. Bao Pu, Renee Chiang, and Adi Ignatius. New York: Simon and Schuster. 2009. ISBN 1-4391-4938-0
- Hsü, Immanuel C. Y. The Rise of Modern China, 6.ª edición, Oxford University Press, Oxford, 1999 (ISBN 0-19-512504-5).
Lecturas adicionales
- Fairbank, John King. China, una nueva historia, Editorial Andrés Bello, Barcelona, 1997 (ISBN 84-89691-05-3).
- Gray, Jack; Cavendish, Patrick. La Revolución Cultural y la crisis china. Barcelona: Ariel, 1970 (ISBN 84-344-0686-1).
- Spence, Jonathan D. The Search for Modern China, W. W. Norton and Company, Nueva York, 1999 (ISBN 0-393-30780-8).
- Sneath D. The Impact of the Cultural Revolution in China on the Mongolians of Inner Mongolia. — Modern Asian Studies, vol. 28, no. 2, 1994, p. 409—430
- Richard King, ed. (2010). Art in Turmoil: The Chinese Cultural Revolution, 1966-76. University of British Columbia Press. ISBN 978-0774815437.
- Andreas, Joel (2009). Rise of the Red Engineers: The Cultural Revolution and the Origins of China's New Class. Stanford: Stanford University Press.
- Chan, Anita. 1985. Children of Mao: Personality Development and Political Activism in the Red Guard Generation. Seattle: University of Washington Press.
- Leese, Daniel (2011). Mao Cult: Rhetoric and Ritual in the Cultural Revolution. Cambridge: Cambridge University Press.
- Zheng Yi. Scarlet Memorial: Tales Of Cannibalism In Modern China. Westview Press, 1998. ISBN 0-8133-2616-8
- Yang, Guobin. 2000. China's Red Guard Generation: The Ritual Process of Identity Transformation, 1966–1999. PhD diss., New York University.
- Fox Butterfield, China: Alive in the Bitter Sea, (1982, revised 2000), ISBN 0-553-34219-3, an oral history of some Chinese people's experience during the Cultural Revolution.
- Chang, Jung and Halliday, Jon. Mao: The Unknown Story. Jonathan Cape, London, 2005. ISBN 0-224-07126-2
- Xing Lu (2004). Rhetoric of the Chinese Cultural Revolution: The Impact on Chinese Thought, Culture, and Communication. University of South Carolina Press. ISBN 978-1570035432.
- Ross Terrill,The White-Boned Demon: A Biography of Madame Mao Zedong Stanford University Press, 1984 ISBN 0-8047-2922-0; rpr. New York: Simon & Schuster, 1992 ISBN 0-671-74484-4.
- Wu, Yiching (2014). The Cultural Revolution at the Margins: Chinese Socialism in Crisis. Cambridge, MA: Harvard University Press.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап Викимилектә | |
Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап Викияңылыҡтарҙа |
- Постановление Центрального Комитета Коммунистической партии Китая о великой пролетарской культурной революции (8 августа 1966 г.) 2011 йыл 16 июль архивланған. (рус.)
- «Культурная революция в Китае» 2007 йыл 28 сентябрь архивланған. (рус.)
- Уфимцев, Юрий «Красный» Китай против советских ревизионистов . Еженедельник «Конкурент» № 48 (12 декабрь 2012). Дата обращения: 15 ноябрь 2013.(недоступная ссылка) (рус.)
- Дубровская, Динара Мао на войне с культурой . журнал «Вокруг света» № 8 (2791) (август 2006). Дата обращения: 15 ноябрь 2013.(недоступная ссылка) (рус.)
- Пол Джонсон. Современность. Глава шестнадцатая. Эксперимент над половиной человечества (рус.)
- Часть 4. Китай: великий поход в ночь // Чёрная книга коммунизма = Le Livre Noir du Communisme. — 2-е изд. — М.: «Три века истории», 2001. — 780 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-93453-037-2. (рус.)
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |