Эстәлеккә күсергә

Һинд-скиф батшалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һинд-скиф батшалығы
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 200
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Sigal[d]
Алыштырған Маурьялар империяһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 400
Урынлашыу картаһы
Карта
 Һинд-скиф батшалығы Викимилектә

Һинд-скиф батшалығы — скифтарҙың көнсығыш тармағы саҡтар тарафынан эллинизм осоронда Бактрия, Согдиана, Арахосия, Гандхара, Кашмир, Пенджаб, Раджастхан һәм Гуджарат территорияһында төҙөлгән, сиктәре аморф булған дәүләт.

Бамиан провинцияһынан скифтың һүрәте.

Саҡтарҙың баҫып инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саҡтарҙың күсенеүе беҙҙең эраға тиклем яҡынса 175 йылда сюнну (хунну) ҡәбиләһе тарафынан юэчжиларҙы (асийҙарҙы) ҡыҫырыҡлауға бәйле күсмә халыҡтарҙың күсеүҙәренең бер өлөшө булған. Или йылғаһы бассейнын ташлап китергә мәжбүр булған саҡтар Фирғәнә һәм Согдианаға табан йүнәлгән. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 145 йылда улар Грек-Бактрия батшалығына баҫып ингән һәм Оксиан Александрияһын (Ай-Ханум) яҡҡан. Беҙҙең эраға тиклем 125 йылда Грек-Бактрия батшаһы Гелиокл саҡтарҙың һәм юэчжиларҙың баҫымы аҫтында Бактрияны ҡалдырған һәм үҙенең баш ҡалаһын Ҡабул үҙәненә күсергән һәм унан үҙенеү һинд биләмәләре менән хакимлыҡ иткән.

Юэчжилар Бактрияла тағы йөҙ йылға туҡтап торған ваҡытта скифтар артабан Һиндостан яғына йүнәлгән. Көньяҡҡа күскәндә саҡтар беҙҙең эраға тиклем II быуаттың уртаһында хәҙерге Афғанстандың көньяҡ өлкәләренә — Саҡстанға (Систан) килеп урынлашҡан.

Һиндостанға саҡтар менән бергә баҫып инеүҙә камбоджалар, парадтар, пахлавтар, ришктар һәм төньяҡ-көнбайыштан башҡа ҡәбиләләр ҡатнашҡан, улар йыш ҡына саҡ кландары һымаҡ ҡарала. Уларҙың бер өлөшө кшатрий һинд варнаһы составына ҡушылған.

Тәүге скиф батшалыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндостандың территорияһында тәүге скиф батшалыҡтары Абирия (Синд) һәм Саураштра (Гуджарат) араһында беҙҙең эраға тиклем 110 йылдан һуң барлыҡҡа килгән. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 80 йылда һинд-скиф батшаһы Мауэс (Май) көнсығышҡа йүнәлгән һәм Гандхара менән Таксиланы яулап алған. Бәлки, Май ул сатрап Патика яҙмаһындағы Мога батшаһы менән тап килтерергә кәрәктер.

Әммә Май үлгәндән һуң уның батшалығы тарҡала һәм һинд-гректар үҙ династияһын Һинд-грек батшалығында тергеҙә.

Экспансияның пигы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һинд-скиф буддасыһы.

Самаһы менән 20 йыл үткәс һинд-скифтар ул ваҡыттағы Һиндостандың иң ҙур ҡалаһын — Матхураны яулап алған һәм беҙҙең эраға тиклем 55 йылда батша Ахес I төньяҡ-көнбайышта үҙенең хакимлығын урынлаштырған. Азес менән Бимара ҡумтаһын бәйләйҙәр, ул уның тәңкәләре менән бергә Афғанстандың Джелалабад (Йәлилабад) ҡалаһы янындағы будда ступаһында табылған. Һинд-скифтарҙың башҡа буддист артефакттары араһында — Матхуралағы «арыҫлан» ҡомташлы колонна бар. Ундағы яҙмала һинд-скиф батшаһы Раджувуланың ҡатыны Будда ступаһын бүләк итеүе тураһында һүҙ бара.

Көнсығышта һинд-скиф ябрылыуҙары Паталипутраға тиклем барып еткән, бының тураһында Юга-Пурана тексында бәйән ителә. Удджайндан һинд-скифтар беҙҙең эраға тиклем 57 йылда Малваның илдәле батшаһы Викрамадитья тарафынан ҡыуылған. Был ваҡиғанан һуң Викрам эраһы (Викрам-самват) иҫәбе башланған. Һинд-скифтар (саҡтар) беҙҙең эраның 78 йылында Удджайнды киренән баҫып алған.

Сит ил сығанаҡтарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы дәүерҙә һинд-грек батшалары Ҡытай империяһының хуплауын таба. Хань династияһының хроникаһы буйынса, беҙҙең эраға тиклем 50 йылда көнбайыш Ганьсулағы өлкә менән идара иткән ҡытай генералы Вэнь Чун менән «король Юн-Кюйҙың улы» (йонака, грек) Инь Мофу (Гермей) араһында Ки-пинь (Ҡабул үҙәне) буйынса альянс төҙөлә. Берләшкән ғәскәрҙәр һинд-скифтар контроле аҫтында булған Ки-пинь үҙәненә һөжүм иткән. Гермей, Хань империяһының вассалы булараҡ власть атрибуттарын һәм мисәтен алып, Ки-пинь хакимы тип иғлан ителгән. Һуңыраҡ ҡытайҙар йыраҡтағы ерҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙарын юғалтҡан һәм альянс тарҡалған.

Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 10 йылда һинд-скифтарҙың баҫымы аҫтында, Стратон II Сотер хакимлыҡ иткән Һинд-грек батшалығының ҡалдыҡтары юҡҡа сыҡҡан. Стратонды еңгән һинд-скиф хакимы Раджувула Матхура ҡалаһында «Төньяҡ Кшатраптар» идаралығын урынлаштыра: уның вариҫтары башлыса Ҡушан батшалығының вассалдары булараҡ хакимлыҡ итә (ике кшатрап Канишка I-сенең яҙмаһында осрай).

Һиндостанда скифтар (саҡтар) тураһында Боронғо Римдың «Пейтингер таблицаһы» һәм Боронғо Грецияның «Эритрей диңгеҙе Периплы» һымаҡ антик сығанаҡтар телгә ала. Һуңғыһы Барбарикон һәм Миннагара (хәҙерге Карачи) ҡалаларын скифтарҙың порты тип атай.

Баджаур ҡумтаһы. Һинд-скиф батшаһы Индраварманың бүләге.

Һинд-саҡ батшалығы (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 50 йыл — беҙҙең эраның 70 йыл)

  • Аполлодот (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 50).
  • Гиппострат (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 30).
  • Мауэс (Мога, Мавак, Май Сурена) (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 20 — беҙҙең эраның 22).
  • Аз II (Айя), улы (яҡынса 22 — 50, беҙҙең эраға тиклем яҡынса 5 йылдан атаһы менән бергә хакимлыҡ иткән).
  • Азилис (Айилиша) (яҡынса 30 — 40).
  • Аз II (яҡынса 40 — 70).
  • яҡынса 70 йылда парфиялылар баҫып алған.[1]
  1. Правители Мира. В. Эрлихман. 2009.
Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор)
Период: Төньяҡ Ҡөньяҡ Пятиречье

 Б.Э.Т VI быуат
 Б.Э.Т V быуат
 Б.Э.Т IV быуат

 Б.Э.Т III быуат
 II быуат до н. э.

 Б.Э.Т I быуат
 I быуат


 II быуат
 III быуат
 IV быуат
 V быуат
 VI быуат
 VII быуат
 VIII быуат
 IX быуат
X быуат
XI быуат


















(Әһәмәниҙәр дәүләте)
(Македония империяһы)






(Һиндостанда ислам дәүләте)