Бактрия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бактрия
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Афғанстан
 Тажикстан
 Үзбәкстан
 Төркмәнстан
Административ үҙәк Балх[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Үҙәк Азия
Баҫылған Британская энциклопедия (1875—1889)[d]
Карта
 Бактрия Викимилектә

Бактрия Урта Азия картаһында

Бактрия[1] (бор. грек. Βακτριανή, Бактриан баш бор. фарсы Baxtri-; перс. باختر ,بلخ; таж. Балх, Бохтар; үзб. Balx) — тарихи өлкәләре, н сиктәш биләмәһендә Хәҙерге Тажикстан, Үзбәкстан һәм Афғанстан менән сиктәш территорияла ятҡан тарихи өлкә, көньяҡта Гиндукуш тауҙар теҙмәһе менән төньяҡтағы Фирғәнә үҙәнене араһында ята.

Төньяҡ Афганистандың территорияһында урынлашҡан Бактры ҡалаһы илдең баш ҡалаһы була. Бактрийҙар хәҙер үле телдәр иҫәбенә ингән бактрий телендә һөйләшкән, был тел — һинд-европа телдәр ғаиләһенең һинд-иран төркөмсәһенә ҡараған иран теле[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастрий руханийының балсыҡтан һәм алебастрҙан эшләнгән башы бактрий стилендәге баш кейемендә, Тахти-Сангин, Таджикистан, Грек-бактрий батшалығы, беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттар

Бактрия көнсығышта паропамисадтар иле һәм Гандхара, төньяҡ-көнбайышта Соғд, көньяҡта Арахозия менән сиктәш була. Ә көньяҡ-көнбайышта — Гиркания менән сиктәш.

Бактрия — Амударьяның урта ағымында тигеҙлектә ятҡан ил. Төньяҡта Памир тауы армыттары, көньяҡта — Гиндукуш тауҙары Бактрия сиктәре булып тора. Гиндукуш армыттарынан ағып төшкән йылғаларҙың береһендәге иркен оазис Бактрияның уртаһында урынлашҡан. Оазистың уртаһында илгә исем биргән Бактра ҡалаһы (Бактр йәки/Балх)[3] ята. Көнбайыш Европа ғалимдары төньяҡ сиге Амударъя йылғаһы булған географик төбәкте Бактрия тип атай. Бактрия географик йәһәттен бик уңайлы урында: көньяҡтан төньяҡҡа (Бөйөк даланан Һиндостанға һәм Океан яр буйҙарына) һәм көнбайыштан көнсығышҡа (Урта диңгеҙ буйы илдәренән Ҡытайға) табан һуҙылған юлдар сатында ултырыуы менән башҡа илдәрҙән айырылып тора. Ошондай уңайлы урынлашыуы һәм бар төр үҫемлектәрҙең юғары уңдырышлығы (Страбон: «Бактрияла иген бөртөгөнөң беҙҙәге башаҡ ҙурлығында булыуы…») Бактрияға бик борон замандан тарихта күренекле урын биләү мөмкинлеген бирә. Н. И. Вавилов тикшеренеүҙәренә ярашлы, Бактрия — бик күп культуралы үҫемлектәрҙең, шул иҫәптән бойҙайҙың тыуған иле.

Хәҙерге Урта Азия сәйәси бүленеше контексында Бактрия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бактрияның көньяҡ йәки йылғаның һул яҡ ярындағы өлөшө XIX быуат урталарынан Афғанстан составына инә: Таһар, Ҡондоҙ, Балх (Бактрияның тарихи үҙәге), Джаузджан, өлөшләтә Фарьяб, Саманган һәм Баглан провинциялары. Бактрияның төньяҡ территориялары (уң яҡ ярҙағы): Тажикстандың көньяҡ-көнбайыш өлөшө, Бадаһшанды һәм илдең баш ҡалаһы Дүшәмбене лә индереп, шулай уҡ Үзбәкстандың[4] көньяҡ өлкәләре (Сурхандарья өлкәһе һәм башҡалар).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Афганистан территорияһында табылған алиһәләр статуэткалары, Бактрия-Маргиан цивилизацияһы дәүере.

Бронза быуаты цивилизацияларының береһе — Бактрия-Маргиан археологик комплексының булыуы тураһында билдәле, ул көньяҡ Төркмәнстан, көньяҡ Үзбәкстан, төньяҡ Афғанстан һәм көнбайыш Тажикстан территорияларында беҙҙең эраға тиклем XXIII быуаттан XVIII быуатҡа тиклем — Пакистанда Һинд цивилизацияһы һәм Тигр һәм Ефрат йылғалары араһындағы(Междуречье) Боронғо Ввавилон батшалығы менән бер осорҙа йәшәгән.

1976 йылда совет-грек археологы Виктор Сарианиди ошондай цивилизацияның булыуы тураһында сығыш яһай. Сарианиди һәм Массон Намазга-Тәпә, Алтын-Деп һәм башҡа ҡайһы бер урындарҙа ҡаҙыныу эштәрен алып барғанда үҙ заманы өсөн ғәйәт ҙур ҡоролмаларҙың (шул иҫәптән фортификацион) нигеҙҙәрен таба. Бында буялмаған көршәктәр, башҡа төрлө һауыт-һаба, ике яруслы борғо, балсыҡ, баҡыр һәм бронза изделиелар (бысаҡ, хәнйәр, көҙгөләр), арба моделе табыла. Тар урамдар менән бүлгесләнгән күп бүлмәле йорттар харабалары асыла. Керамик әйберҙәрҙең һәм ювелир изделиеларҙың күплеге ҡалала һөнәрсе һәм зәргәрлек (ювелир) эше менән шөғөлләнеүселәрҙең булыуын раҫлай. Бактрия ерендә табылған артефакттар Тигр һәм Ефрат араһында урынлашҡан һәм һинд үҙәне цивилизацияһындағы тарихи ҡомартҡыларҙан айырылып тора. Бынан тыш, мисәттәрҙең береһендә пиктограммалар булыуы асыҡлана, тимәк, был тораҡ пункттарында яҙыу системаһының булыуы ихтимал.

Иран сүллеге менән уратып алынған хозур тәбиғәтле тау илендә, концепцияларҙың береһе буйынса, беҙҙең эраға тиклем VII быуатта әүлиә Заратустра (Зороастр) белем бирә, унда уның тәғлимәтен дауам итеүселәр ҙә барлыҡҡа килә.

Бактрийская мужская одежда Кафарниган (Таджикистан) Национальный музей Таджикистана, Душанбе). Бактрийская женская одежда Кафарниган (Таджикистан) Национальный музей Таджикистана, Душанбе). Бактрийская женская одежда Кафарниган (Таджикистан) Национальный музей Таджикистана, Душанбе). Бактрийская мужская одежда Кафарниган (Таджикистан) Национальный музей Таджикистана, Душанбе).

Әһәмәниҙәр империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бактрия Әһәмәниҙәр державаһы составына Бөйөк Кир II заманынан уҡ инә (Э. Э. Герцфельд, быға тиклем ул Мидияға буйһонғандыр, тип фаразлай, әммә бының булыуы икеле) һәм иң бай һәм көслө сатрапийҙарҙың береһе тип иҫәпләнә. Бактрия, Көнсығыш Ирандың уға буйһонған өлкәләре (Согдиана, Маргиана һәм башҡалар) менән бергә дәүләттең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Ул шулай уҡ мөһим иҡтисади һәм стратегик әһәмиәткә лә эйә була. Бынан тыш Бактрия батша ғәскәренә һуғыш алымдарын яҡшы белгән отрядтар бирә. Шул уҡ ваҡытта дәүләт үҙәгенән алыҫ урынлашыуы арҡаһында, унда тынысһыҙ була. Шуға ла Бактрия ышаныслы хакимдың булыуын талап итә. Ошо сәбәптәр Бактрия (һәм державаның тотош көнсығышының) хакимының сәйәси хәле уғата өҫтөнлөклө була. Шунлыҡтан был өлкә дәүләттә икенсе урынды биләгән кешегә — әһәмиҙәр батшаһының улына йәки бөйөк батшаның ҡустыһына тапшырылыр була. Йыш ҡына Әһәмәниҙәр Бактрияны почетлы һөргөн итеп тә файҙалана.

Бөйөк Кир II Бактрия һәм уның эргәһендәге өлкәләргә беренсе сатрап итеп тәхет вариҫы Камбисьың ҡустыһы, үҙенең улы Таниоксарканы (Бардияны) тәғәйенләй.

Атап әйткәндә, Гистасп (батша Дарий Беренсенең атаһы), вельможа Дадарсис, Масиста (батша Ксеркс Беренсенең ҡустыһы), әһәмәни Бесс (буласаҡ батша Артаксеркс V) Бактрияның сатраптары була.

Әһәмәниҙәрҙең Бактрияһы тураһында батша Артаксеркс Икенсенең һарайында оҙаҡ йылдар табип булып хеҙмәт иткән боронғо грек географы Ктесийҙың хеҙмәттәрендә ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирелә. Әһәмәниҙәр дәүерендә Бактрияла тәүге торак пункты булдырыла — Дидималағы (Милет эргәһендә) Апполон ғибәҙәтханаһының фарсы баҫҡынсылары яғына күскән ҡанбабалары Бранхида империяның көнбайыш сигенән бында күсерелә.

Әһәмәниҙәр империяһы картаһында Бактрия

Александр Македонский дәүерендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булған көслө Бактрия сатрапияһы Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең хәрби походтары ваҡытында Македонияға ҡаршы хәрәкәттең үҙәгенә әйләнә. Бактрияның һуңғы әһәмәни сатрабы Бесс, беҙҙең эраға тиклем 330 йылда Дарий Өсөнсөнө үлтереп, үҙен батша тип иғлан итә һәм тәхет исеме Артаксеркс V исеме ала. Әммә беҙҙең эраға тиклем 329—327 йылдарҙа Бактрия Македон ғәскәрҙәрее тарафынан яулана. «Тау һуғышы» барышында Бактрия менән Согдианың тарҡай ҡәбәләләре грек-македондар менән көрәште дауам итә. Азияның яңы хакимы булараҡ, Александр, яңы держава өсөн ышаныслы нигеҙ булдырырға тырышып, бактро-согдий вельможалары менән ярашырға тырыша. Шул ваҡытта Александр ҙур ғына согдий вельможаларының береһе Оксиарттың ҡыҙы Роксанаға ғашиҡ була, һәм тиҙҙән уға өйләнә (беҙҙең эраға тиклем 327 йылдарҙа).

Бактрияы яңы империяға ҡушыу мәлендә Александр бер нисә хәрбитораҡ пунктына нигеҙ һала. Тик Бактрия, көнбайыш халҡы — гректар һәм македондар өсөн төпкөл провинция булып тойола, өҫтәүенә гректарҙы йәшәү шарттары ҡәнәғәтләндермәү менән бер рәттән, Александр яңы «ҡала» полистары урынына хәрби тораҡ пункттарын ғына төҙөргә рөхсәт итә. Һөҙөмтәлә Александр тере саҡта уҡ (беҙҙен эраға тиклем 327 йылда) һәм уның вафатынан һуң (беҙҙең эраға тиклемге 323 йыл) колонистар баш күтәрә һәм тыуған илдәренә ҡайтыу теләген бклдкрә. Беренсе тапҡыр ихтилал колонистарҙы тынысландырыу менән тамамлана, сөнки Александрҙың үлеме тураһында ялған хәбәр таратыу ихтилалдың төп сәбәбе була. Диодор Сицилийҙың «Тарихи китапханаһындағы» дәлилдәр буйынса, икенсе ихтилал 20 000 ялланған гректарҙы үлтереү менән тамамлана.

Административ йәһәттән Бактрия сатрапия статусын һаҡлап ҡала, хаким итеп эре вельможаларҙың береһе һәм Александрҙың ҡайныһы Оксиарт төғөйенләнә.

Беҙҙең эраға тиклем 323—305 йылдарҙағы тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Селевкиҙар ҡулы аҫтында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем 309 йылда, законлы вариҫ, Искәрдәр Зөлҡәрнәйҙең улы — Александрҙы һәм уның әсәһе — Роксананы үлтергәндән, шулай уҡ бер-бер артлы яңы батшалар иғлан ителеүҙән һуң (беҙҙең эраға тиклем 306/305 йылдар), беҙҙең эраға тиклем 300 йылда яңы эллин яҡлы дәүләттәр системаһы барлыҡҡа килә. Селевк I һәм уның улы Антиох I Селевкиҙар империяһын булдыра һәм Ирандың көнсығышында бер нисә грек ҡалаһына нигеҙ һала, бер ни тиклем ваҡытҡа грек теле империяның төп теленә әүерелә.

Беҙҙең эраға тиклем 306 йәки 305 йылда Бактрия Селевкиҙар дәүләте составына инә[5]. Шуныһы ҡыҙыҡ: Грецияға яҡын ятҡан территорияларҙағыға ҡарағанда төпкөлдәге Бактрияла грек йоғонтоһо нығыраҡ һиҙелә. Сәбәбе — фарсы батшалары гректарҙы һөргөнгә ғәйәт ҙур империяның иң алыҫ урынына күпләп ебәрергә тырышыуы.

Селевкиҙар батшалығы эллин дәүләттәренең иң ҙурыһы була. Тәүге үҙәге — Вавилония Искәндәр Зөлҡәрнәй мираҫын диадохиар араһында бүлгәндә Селевкиға килеп эләгә. Артабанғы йылдарҙа Селевк беҙҙең эраға тиклем IV быуат аҙағы — III быуат башындағы ҡан ҡойошло ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша, шул арҡала үҙ биләмәләрен байтаҡҡа киңәйтә.

Грек-бактрийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек-бактрий батшалығы биләмәләрен үтә ныҡ киңәйткән осорҙа, беҙҙең эараға тиклем яҡынса 180 йыл тирәһе

Селевкиҙар ҡайһы бер ҡаршылыҡтарға тап була, өҫтәүенә уларға Птолемей Икенсенең даими һөжүмен кире ҡағып торорға тура килә. Ахырҙа Бактрия сатрапы Диодотҡа бойондороҡһоҙлоҡ (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 255 йыл) һәм Согдиананы баҫып алыу мөмкинлеген бирергә мәжбүр була. Диодот — Грек-Бактрия батшалығына нигеҙ һалыусы. Селевк хакимы Антиох III уларға ҡаршы әүҙем сығыш яһауға ҡарамаҫтан, ул һәм уның вариҫтары үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыуға өлгәшә.

Урындағы иран аристократияһына таяныу һәм Сүриәләге һуғыштар Диодоттың уңышҡа өлгәшеүенә булышлыҡ итә. Уның улы Диодот II Бактрияның бойондороҡһоҙлоғон парфяндар яҡлы булыу иҫәбенә һаҡларға тырыша, әммә был хәл Бактрия эсендә грек-македон хәрби даирәләрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, һөҙөмтәлә Согдиандың Бактрия наместнигы Евтидем беҙҙең эраға тиклем 235 йылда дәүләт түңкәрелешен ойоштора һәм батша була. Шул уҡ ваҡытта Антиох III, парфяндарҙы тар-мар итеп һәм парфян батшаһы Артабан Беренсенең Селевкиҙарға буйһонған булыуын танырға мәжбүр итеп, беҙҙең эраға тиклемге 206 йылда Евтидемдең 10 меңлек отрядын ҡыйрата һәм Бактрияның баш ҡалаһын ҡамауға ала. Ҡамау ике йыл самаһы дауам итә.Беҙҙең эраға тиклем 208 йылда Евтидем Антиох III менән союз килешеүе төҙөй. Әммә Бактрияны һуңғы сиктә беҙҙең эраға тиклем 190 йыла римлеләр яулап ала. Грек-бактрийҙар, ҡеүәт туплап, үҙ биләмәләрен арттырыуға өлгәшә, Һиндостандың ерҙәрен дә үҙ билмәләренә ҡуша.

Һинд-гректар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бактрия батшаһы Евтидем һәм уның улы Деметрий, ул ваҡытта индуистарҙың Шунга династияһы контролдә тотҡан көнсығыш Иранды һәм Һинд йылғаһы үҙәнен яулап алыу маҡсатында, Гиндукуш аша сыға. Маурҙар империяһының ҡолауынан һәм улар артынса буддистар һәм индуистар араһында барған дини фетнәнән файҙаланып, Деметрий беҙҙең эраға тиклем 180 йылда хәрби поход һөҙөмтәһендә Арахозия һәм Пенджаб территорияларын яулап ала. Күпмелер ваҡытҡа грек-бактрийҙар ғәйәт ҙур ер биләмәләрен ҡулына ала, бөйөк Грек империяһы алыҫ көнсығышта тергеҙелгән кеүек тойола.

Әммә эске низағтар һәм өҙлөкһөҙ рәүештә тәхеткә ултырырға маташыуҙар арҡаһында был империя бик тиҙ тарҡала. Деметрийҙың Һиндостандың иң төпкөл өлөшөнә киткәненән файҙаланып, уның полководецтарының береһе, Евкратид үҙен Бактрия батшаһы тип иғлан итә, йәғни Бактрия батшаларының өсөнсө династияһына нигеҙ һала. Бындай аҙым артабан ялған батшалар теҙмәһенең барлыҡҡа килеүенә сәбәп була, һәм улар бер-береһенә ҡаршы көрәшә башлай.

Бындай ялған батшалар тәңкәләрҙә үҙҙәренең һүрәтен төшөрөп ҡалдырырға тырыша, әлеге ваҡытта бындай тәэкәләр Афғанстан һәм Һиндостанда күпләп табыла. Өҙлөкһөҙ һуғыштар гректарҙың көсөн бөтөрә һәм Бактрияла абруйын ҡаҡшата. Деметрий һәм Евкратид вариҫтары тимер аҡсалар һуғыуҙан баш тарта һәм, грек аҙсылығының фекерен иҫәпкә алмайынса, яңы стандарттар булдыра. Һиндостанда гректарҙан баш тартыу айырыуса тәрәнгә китә. Шулай итеп, Бактрияла Һинд-грек батшалығы бөтә, ә уның батшаһы Менандр I буддизм юлына баҫа (грек-бактрия хакимдарының буддизмды ҡурсалауы сәйер грек-буддизм күренешен барлыҡҡа килтерә). Уның вариҫтары бик ҡыйынлыҡ менән булһа ла власты тотоп ҡала, әммә беҙҙең эраның 10 йылына Һиндостанда грек хакимдары ҡалмай.

Бактрияның бөтөүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ай-Ханымдан фәйләсүф статуяһы

Тиҙҙән Бактрия ла Согдиананан айырыла, һуңыраҡ Хорезм составына инә. Шул уҡ ваҡытта тип әйтерлек Парфия батшаһы Митридат I Маргиананы баҫып ала. Көсһөҙ дәүләт булғанға күрә, грек-бактрия империяһы төрлө баҫҡынсылар тарафынан баҫып алына. Һундар ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм сактарҙың күсенеүе күсмә тормошта йәшәгән халыҡтарҙың бер урындан икенсе урынға күсенеүенең бер өлөшө генә була (беҙҙең эраға тиклем 175 йыл тирәһе); һундар юэчжейҙарҙы, ә улары, үҙ сиратында, скиф халҡы булған сактарҙы ҡыҫырыҡлай. Или йылғаһы бассейнын ташлап китергә мәжбүр булған сактар Ферғәнә, Бактрия һәм Согдианаға юллана. Ай-Ханым (Александрия Оксианский) ҡалаһы нигеҙенә тиклем яндырыла һәм беҙҙең эраға тиклем 145 йылдан һуң юҡ ителә — һәм башҡаса тергеҙелмәй.

Һинд-скиф батшалығына нигеҙ һалып һәм урындағы грек династияларын бөтөрөп, сактар Афғанстан аша көньяҡҡа табан юллана. Шул уҡ ваҡытта Бактрия һуғышсан күсмән тохарҙар тарафынан (ҡытай сығанаҡтарында юэчжи, ә һиндтәрҙә ҡушандар булараҡ билдәле) яулап алына һәм аҙаҡ килеп бөтөнләй юҡҡа сыға. Батша Гелиокл Бактрияны ҡалдырып китә һәм баш ҡалаһын Ҡабул үҙәненә күсерә, шунан тороп ул һинд биләмәләренә идара итә. Гелиокл — Бактрияның һуңғы батшаһы.

Грециянан алыҫ булһа ла, Бактрия мәҙәниәтендә грек традициялары һаҡланып ҡала. Империя юҡҡа сыҡҡас та бик күп йөҙ йыллыҡтар буйы йәшәп, көнбайыш һәм көнсығыш мәҙәни традицияларының буталыуы донъяға Гандхара мәҙәниәтен бүләк итә. Бактрияның үҙенә килеп ултырған күсмәндәр тиҙ арала ултыраҡтарҙың мәҙәни традицияларын үҙләштерә. Атап әйткәндә, төньяҡ Афғанстандың Тилля-тәпә тораҡ пунктында Виктор Сарианиди етәкселегендәге совет һәм афған археологтары асҡан кәшәнә шуны раҫлай (Бактрия алтыны мәҡәләһен ҡара). Юэчжи төркөмдәренең береһенең удел хакимы Куджула Кадфиз беҙҙең эраның I быуатында яңы Ҡушан империяһына нигеҙ һала, уның биләмәләре элекке Грек-Бактрия территорияһын үҙ эсенә ала.

Ҡитай менән бәйләнештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушанға табыныусы Зевс/Серапис/Ормазд менән, Бактрия, беҙҙең эраның 3 йөҙ йыллығы
Ҡушанға табыныусы Фарном менән, Бактрия, беҙҙең эраның 3 йөҙ йыллығы

Бактрия ҡалалары һәм ауылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бактры (баш ҡала)
  • Александрия Эсхата
  • Александрия Кавказская
  • Александрия в Арахозии
  • Антиохия Заяксартская
  • Деметрис
  • Сиркап
  • Ай-Ханым
  • Дальверзин-Тәпә
  • Тилля-тәпә

Беҙҙең эраның IV быуатынан, ил һәм халыҡ атамаһы булараҡ, Бактрия тарихи хроникаларҙан юҡҡа сыға. Тохаристан тигән яңы термин барлыҡҡа килә, был атама беҙҙең көндәргә тиклем төньяҡ Афғанстандың Тахар провинцияһы исеме булараҡ һаҡланған.

Ике үркәсле дөйә — «Бактрия» һүҙенән килеп сыҡҡан бактриан атамаһы менән йөрөтөлә.

XX быуат аҙағында Юпитерҙың юлдашы Иолағы Бактрия өлкәһе Бактрия тип атала.

Тажикистан Республикаһы Хатлон районының административ үҙәге Бактрияның тарихи өлкәһе хөрмәтенә Бохтар ҡалаһы тип атала (элекке Ҡурған-Түбә).

Хакимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек-бактрия батшаһы Евкратидтың алтын статеры — антик донъяның иң ҙур алтын тәңкәһе

Бактрияның баш ҡалаһы Бактры (хәҙер Балх).

  • Артабаз (беҙҙең эраға тиклем 330—328).
  • Клит Чёрный (беҙҙең эраға тиклем 328).
  • Аминта (беҙҙең эраға тиклем 328—325).
  • Филипп (беҙҙең эраға тиклем 325—321).
  • Стасанор (беҙҙең эраға тиклем 321—312).
  • беҙҙең эраға тиклем 312 . — Селевкиҙың яулап алыуы.

Грек-бактрия батшалығы (беҙҙең эраға тиклем 256 — 55)

Бактрияла Ҡушан дәүләте Дася (беҙҙең эраға тиклем 150 — 50 тирәһе)

  • Герай (беҙҙең эраға тиклем 100 тирәһе).
  • беҙҙең эраға тиклем 50 тирәһе — ҡытай яулап алыкы.
Сокровище королевского захоронения Тилля-тепе приписывается к 1-му веку до н. э. сакам в Бактрии.
  • Язский мәҙәниәте
  • Бактрия теле
  • Бактрия алтыны
  • Греко-буддизм
  • Бөйөк Хөрәсән

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бактрия // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  2. Массагеты // БРЭ. Т.19. М., 2011.
  3. Бактра // БРЭ. Т.2. М., 2005.
  4. [ Бактрия] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. История Афганистана, 1982, с. 36

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]