Әбү Дауыт
Әбү Дауыт | |
ғәр. أبو داود | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Сөләймән ибн әл-Әшғәс әс-Сиджистани |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
әл-Әшғәс әл-Ғәзди |
Балалары: | |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: |
Хәҙис ғилеме һәм Фиҡһ |
Остаздары: |
Әхмәт ибн Хәнбәл, Ар-Рияши[d], Абу Зура ад-Димашки[d] һәм Абу Мухаммад Абдуллах ад-Дарими[d] |
Шәкерттәре: | |
Хеҙмәттәре: | |
Әбү Дауыт Викимилектә |
Әбү Дауыт Сөләймән ибн әл-Әшғәс әс-Сиджистани (ғәр. أبو داود السجستاني; Әбү Дауыт булараҡ билдәле; Систан — 888, Бәсра) — танылған мөхәддис, «Әбү Дауыт Сүнәне» хәҙистәр йыйынтығы авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт һижри 202 йылда Ирандың көньяҡ-көнсығышында, Афғанстандың көньяҡ-көнбайышындағы Систан ҡалаһында тыуған[2].
Бәсрала йәшәгән һәм хәҙистәр йыйыу өсөн Хөрәсән, Ираҡ, Мысыр, Сирия, Хижәз һәм Хәлифәлектең башҡа урындары ла булып сыҡҡан. Беренсе сәйәхәтен ҡылғанда уға егерме йәш тә тулмаған була[3]. Хәҙистәрҙе 300-ҙән ашыу мөхәддистән өйрәнә, улар араһында Әбү Сәләмә, Әхмәт ибн Хәнбәл, Ибн Әбү Шәйбә , Яхъя ибн Мәғин[3] кеүек билдәле мөхәддистәр һәм башҡалар була[2].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Дауыт 21-гә яҡын китап авторы булып тора, уларҙың иң билдәлеләре:
- Әбү Дауыт Сүнәне — йыйынтыҡта 4800-гә яҡын хәҙис бар.
- Китаб әл-Мәрасил — 600 хәҙис-мөрсәл ингән хәҙис йыйынтығы.
- Рисәләт Әбү Дауд илә әһли Мәккә — Мәккә халҡына үҙенең "Сүнән"е тасуирламаһы менән яҙылған хат.
Әбү Дауыт Сүнәне
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Дауд Сүнәне сөнни ғөләмәләр таныған алты хәҙис йыйынтығынан һуң өсөнсө урынды биләй. Йыш ҡына Сүнәндә Әл-Бохари һәм Мөслим ибн әл-Хажаж йыйынтыҡтарында булмаған хәҙистәрҙе осратырға мөмкин. Күп ғалимдар Әбү Дауыттың хеҙмәтен юғары баһалай, сөнки ул хәҙистәрҙе бик ентекле һайлап ала һәм йыйынтығына үҙе тикшергән 500 000 хәҙистән 4800-өн индерә[2]. Күп хәҙистәр ышаныслы дәрәжәһенә етә[3].
"Сүнән"дең бер нисә исемлеге бар, уларҙың текстарында бер аҙ айырмалар осрай[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119462575 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Али-заде, 2007
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Muslim Press, 2011
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [27 Абу Давуд] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Abū Dāʾūd al-Sid̲j̲istānī / Robson, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |