Әбү Симбел
Әбү Симбел | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-und" does not exist. | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 1274 |
---|---|
Имя в иероглифической разметке | pr:Z1 <-U6-C12-C2-F31-S29-U6-> |
Культура | Боронғо Мысыр |
Дәүләт | Мысыр |
Административ-территориаль берәмек | Асуан[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] |
Урын | Абу-Симбел[d] |
Ил | Новое царство[d] |
Әҫәр заказсыһы | Рамсес II[d][1] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Буркхардт, Иоганн Людвиг[d][1] |
Асыу датаһы | 1813[1] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d][2] |
Майҙан | 41,7 гектар |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Әбү Симбел Викимилектә |
Әбү Симбел[3] — Нилдың көнбайыш ярындағы ҡая, уға Рамсес II (б.э.т. 1279—1213 йылдар) осорондағы Боронғо Мысыр ғибәҙәтханалары соҡоп эшләнгән. Нубияла, Асуандан 285 км көньяҡтараҡ, хәҙерге Мысыр-Судан сиге буйында урынлашҡан.
Йылғаға уҡ етеп торған ҡая ваҡ бөртөклө ҡомташтан тора, бейеклеге 100 м, иероглифтарҙа «изге тау» тиелгән һәм фортификация ҡоролмалары менән нығытылғандыр тип фаразлана, шунлыҡтан был ер ул яҙмаларҙа «Рамзессополис ҡәлғәһе» тип аталғандыр. Хәҙерге Әбү Симбел атамаһы, моғайын, нубийса Ипсамбул тигәндән алынғандыр[4]. Европала ғибәҙәтхана 1810-сы йылдарҙағы Иоганн Людвиг Буркхардт тасуирламаларынан билдәле.
Әбү Симбел Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[5].
Ғибәҙәтханалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғибәҙәтханаларҙың ҙуры фирғәүен Рамсес II хөрмәтенә, илаһтар Амон, Ра-Хорахти һәм Птахҡа бағышлап төҙөлгән; унан бәләкәсерәк икенсе ҡорам Рамсес II-нең беренсе ҡатыны батшабикә Нефертари Меренмут хөрмәтенә, алиһә Хатхорға бағышланған[5].
Беренсеһендә мөһим тарихи һүрәттәр, яҙыуҙар һаҡланған. Унда үҙенә-үҙе баш эйеп торған батша төшөрөлгән, йәғни уның илаһи һынына кеше батша баш эйә. Ул башҡа илаһтар уратыуында ҡаяға арҡаһы менән торған ҙур һын итеп һүрәтләнгән. Көнсығыш фасадта, ғибәҙәтхана ишеге эргәһендә, өс илаһтың — Амондың, Ра-Хорахтиҙың, Птахтың — һәм батшаның үҙенең мөһабәт һыны яһалған, уларҙың бейеклеге 20 м самаһы. Мөһабәт скульптуралар аҫтында уның ғаилә ағзалары — әсәһе, ҡатыны Нефертари һәм балалары һынландырылған. Эске бүлмәләрҙең диуарҙары йола башҡарыу һәм хәрби күренештәрҙе һынландырған рельефтар менән биҙәлгән.
Ғибәҙәтхана йылына ике тапҡыр — 22 октябрҙә һәм 22 февралдә иртәнге 6-ла — ҡояш нуры 65 м оҙонлоғондағы коридорҙы үтеп, 4 илаһтың ултырып торған һынына төшөрлөк итеп проектланған; Амон менән Ра-Хорахтиҙың һынына ул 6-шар минут, Рамзес II (уртала) һынына 12 минут буйы төшөп тора. Птах илаһ һынына ҡояш бер ҡасан да төшмәй. Ғибәҙәтхананың эске бүлемдәрендә — 2 гипостиль, доға ҡылыу урындары һәм Амон, Ра-Хорахти, Птах, Рамзес II һындары торған изге урын[5].
Кесе ғибәҙәтхана алдында горельеф итеп ташҡа ырылған алты статуя тора: һәр яҡлап батшаның — ике, батшабикәнең бер һүрәте һынландырылған; статуяларҙың бейеклеге 10 м самаһы[5]. Ғибәҙәтхананың көньяғына, икенсе бәһлеүәндең һынына, коний ялланмалары ҡалдырған грекса яҙыу бар, был ялланмалар бында Псамметих II (б.э.т. 595—589) осоронда, Элефантинанан Эфиопияға сигенгән яугирҙәрҙе эҙәрләгәндә булып киткән.
Ваҡыттар үтеү менән ғибәҙәтханалар ташландыҡ хәлгә килә, уларҙы ҡом күмеп китә. Псамметих II-нең б.э.т. VI быуаттағы яу сәфәрендә ҡом төп ғибәҙәтхананың статуяларын тубыҡҡа тиклем ҡаплаған булған. Онотолған ғибәҙәтханаларға 1813 йылда швейцар шәреҡсеһе Иоганн Людвиг Буркхардт юлыға. Төп ғибәҙәтхананың өҫкө фризын тапҡас, асышы тураһында итальян тикшеренеүсеһе авантюрист Джованни Бельцониға һөйләй, ул килеп, соҡоноп ҡарай, әммә ғибәҙәтхана ишеген таба алмай. Бельцони 1817 ҡабат килә һәм ғибәҙәтхана комплексына инеүгә өлгәшә.
Күсереү (1964—1968)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылғы революциянан һуң Нил йылғаһында, Асуан эргәһендә, икенсе плотинаны ҡороу башлана. Нил буйындағы ғибәҙәтханалар Насер һыуһаҡлағысы төбөндә ҡалырға тейеш була. 1959 йылда тарихи мираҫты ҡотҡарыу эше башлана.
ЮНЕСКО махсус комиссия йыя, уға ЮНЕСКО директоры, кәңәшләшеү комитеты етәксеһе һәм өс эксперт инә. Улар ҡомартҡыларҙы 30 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы ҙур киҫәктәргә бүлеп, икенсе урынға күсереп тергеҙеүҙе күҙҙә тотҡан шведс-мысыр проектын яҡлай.
Плотина 1960 йылда төҙөлә башлай. Ҡомартҡылар 1964—1968 йылдарҙа күсерелә. Эштәр совет белгестәре һәм сит ил инженерҙары тарафынан [источник не указан 1093 дня] башҡарыла.
Ғибәҙәтханаларҙың яңы урыны — йылға ағымы буйлап 65 метр өҫтәрәк һәм ярҙан 200 метрға ситтәрәк. Әбү Симбел менән Филе ҡомартҡыларын күсереү донъяла иң эре археология инженерлығы операцияларының береһе һанала.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Абу-Симбел» — Мысыр бәлзәме (30 градуслы спиртлы үлән төнәтмәһе), этикеткаһына Рамсес ғибәҙәтханаһы төшөрөлгән. СССР-ҙа 1970—1980-се йылдарҙа һатыуҙа булғылай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Otto E. Abu Simbel (нем.) // BAND I: A - Ernte / Hrsg.: W. Helck, E. Otto — Wiesbaden: Harrassowitz Verlag, 1975. — Vol. I. — 672 с. — ISBN 978-3-447-01670-4
- ↑ https://whc.unesco.org/en/list/88/multiple=1&unique_number=94
- ↑ Советский энциклопедический словарь. — 4-е, с изменениями. — Москва: Советская энциклопедия, 1986. — С. 11. — 1600 с. — 2 500 000 экз.
- ↑ Sharon La Boda. International Dictionary of Historic Places: Middle East and Africa. — Taylor & Francis, 1994. — 816 с. — ISBN 978-1-884964-03-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Стародуб Т. Х. Абу-Симбел // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 48. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абу-Симбель // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- 100 чудес света: Величайшие сокровища человечества на пяти континентах / Пер. с нем. — М.: Мир книги, 2002. — 208 с. — (Величайшие сокровища человечества). — ISBN 5-8405-0169-7.