Эстәлеккә күсергә

Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
Тыуған көнө 5 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Әлмөхәмәт, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 9 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (48 йәш)
Вафат булған урыны Әлмөхәмәт, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты[1]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты[1]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d][1]
Әүҙемлек урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)[1]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы (5 февраль 1932 йыл — 9 ноябрь 1980 йыл) — әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1972)

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

Ким Әхмәтйәнов, үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый, башҡорт шиғриәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләй.

Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре», «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», «Шиғриәт иленә сәйәхәт». «Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы», «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт» һ. б. китаптары бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәттәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан һәр кем танылған ғалимдын эштәренә мөрәжәғәт итә.

Ким Әбүзәр улы башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү буйынса юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдыра.

Ғалим 1980 йылдың 9 ноябрендә вафат була.

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2019)