Эстәлеккә күсергә

Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ноябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Торналы ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 май 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө юрист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл — 14 май 2019 йыл[1]) — дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры[2]. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Торналы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы Торналы совхозында балта оҫтаһы булып башлай.

1981—1983 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.

1985 йылда эске эштәр органдарына хеҙмәткә ҡабул ителә һәм Өфө ҡалаһының район эске эштәр бүлегенең береһендә уголовный розыск оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. 1991 йылда Өфө районы эске эштәр бүлегенең криминал хеҙмәтен, 1994 йылдан — Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығын етәкләй.

Төп хеҙмәтенән айырылмай, 1993 йылда «юрист-хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңыраҡ Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын уңышлы тамамлай[2].

1999 йылдың декабрендә Артур Әхмәтханов Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 2005 йылға тиклем башҡара.

Артабан, 2005—2008 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары — йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы булып эшләй.

2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2015 йылдың 11 декабренә тиклем эшләй[3].

2016—2018 йылдарҙа полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов — Волга буйы округының Милли гвардия ғәскәрҙәре командующийының ведомствонан тыш һаҡлауҙы һәм лицензия-рөхсәт эшен ойоштороу буйынса урынбаҫары[2].

2018 йылдың 22 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Артур Әхмәтхановты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләне[4][2].

2019 йылдың 14 майында Артур Әхмәтханов ҡапыл вафат булды[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
  • Салауат районының Малаяҙ ауылында урынлашҡан Дыуан күп профилле колледжы территорияһында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың бюсы асылды[6].
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы Торналы мәктәбенә Артур Әхмәтхәнов исемен биреү һәм уҡыу йорто бинаһына мемориал таҡтаташ ҡуйыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы[7].
  • Өфөнөң Киров районында Артур Әхмәтханов урамы буласаҡ. Ҡала Советының 2019 йылдың 10 сентябрендә уҙған 44-се ултырышында депутаттар ошондай ҡарар ҡабул итте[8].
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 20 июнендәге указы менән Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү саралары билдәләнгән: 1) милли көрәш буйынса йыл һайын Бөтә Рәсәй турнирын үткәреү; 2) Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында Артур Әхмәтхановҡа бюст ҡуйыу; 3) Торналы ауыл мәктәбенә Артур Әхмәтханов исемен биреп, унда мемориаль таҡтаташ асыу; 4) Өфө урта дөйөм белем биреү учреждениеларының кадет кластары араһында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса йыл һайын Артур Әхмәтханов исемендәге конкурс үткәреү; 5) Республика Хәрби Дан музейында Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәренә арналған экспозиция һәм Артур Әхмәтханов хаҡында стенд булдырыу; Шулай уҡ Өфө ҡала Советына баш ҡала урамдарының береһенә Артур Әхмәтханов исемен биреү тәҡдим ителә[9].
  • 2019 йылдың 15 июнендә Өфө ҡалаһы мэры кубогына үткәрелгән көрәш турниры Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналды[10].
  1. Ушел из жизни вице-премьер правительства Башкирии Артур Ахметханов
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Вице-премьером, курирующим силовиков в Башкирии, стал Артур Ахметханов. Информационное агентство «Башинформ», 22 октября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 октябрь 2018)
  3. Указ Президента Российской Федерации от 11.12.2015 № 616 «Об освобождении от должности и назначении на должность в некоторых федеральных государственных органах» 2015 йыл 14 декабрь архивланған.
  4. Башҡортостан хөкүмәтенең һигеҙ вице-премьеры отставкаға китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 22 октябрь 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 23 октябрь 2018)
  5. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 14 май (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
  6. В Салаватском районе почтили память генерал-лейтенанта полиции Артура Ахметханова
  7. Алһыу Ишемғолова. Артур Әхмәтханов исемендәге мәктәп барлыҡҡа килде. «Йәшлек» гәзите сайты, 25 сентябрь 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
  8. В Уфе появится улица Артура Ахметханова. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2019)
  9. В Башкирии увековечат память генерал-лейтенанта полиции Артура Ахметханова. ИА «Башинформ», 2019, 20 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2019)
  10. Турнир по корэш за Кубок мэра Уфы посвятили памяти Артура Ахметханова. ИА «Башинформ», 2019, 15 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2019)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)