Арҡауыл һаҙлығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арҡауыл һаҙлығы
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашкортостан
РайонСалауат районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге280 м
Майҙаны1,5 км²
Рәсәй
Точка
Арҡауыл һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Арҡауыл һаҙлығы

Арҡауыл, Ассы (рус.  Аркауловское) — Башҡортостан Республикаһы Салауат районының төньяҡ-көнсығышындағы һаҙлыҡ[1] Арҡауыл ауыл Советы[2] үҙәге Арҡауыл ауылынан[1] 700 м алыҫлыҡта ята. Йүрүҙән йылғаһы бассейнына ҡарай, уның уң ярында урынлашҡан[3]. 2005 йылдан алып «Арҡауыл һаҙлығы» төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана[1].

Диңгеҙ кимәленән 280 м бейеклектә Мүктек йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Соленый Ключ араһында ятҡан Янған Һаҙлыҡта урынлашҡан.

Һаҙлыҡ майҙаны 150 гектар тәшкил итә[1]. Карбонат тибындағы уйһыу һаҙлыҡтан ғибәрәт, көслө минераллаштырылған ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары иҫәбенә туҡлана[1].

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһының тәбиғи үҙенсәлектәре: Һаҙлыҡ төрлө эталон һаҙлыҡ үҫемлектәренә, шул иҫәптән һирәк осрай торған үҫемлектәргә ифрат бай. Шулай уҡ һаҙлыҡта бик матур, бәләкәй генә күлдәр бар, улар эзбизле туфтар урынында барлыҡҡа килгән. Һаҙлыҡҡа зыян килтергән ниндәй булһа эшмәкәрлек (еләк йыйыу, мал көтөү, мүк әҙерләү, ер һөрөү, торф йәки эзбиз сығарыу, яҙлы-йәйле һунар итеү), ҡәтғи тыйыла[4]

Һаҙлыҡ флораһында һирәк осрай торған үҫемлектәр бар: һаҙанаҡ, көртмәле, шикша, күк көртмәле, һаҙ мүк еләге, Лезель липарисы һәм башҡа бик күп үҫемлектәр[1].

Арҡауыл һаҙлығы тәбиғәт һәм фәнни әһәмиәтенә эйә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]