Первомайск заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Первомайск заказнигы
урыҫ "Первомайский", заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1748,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты11 август 1968 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБР-ның айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре Дирекцияһы 
Урынлашыуы
56°45′ с. ш. 57°30′ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Первомайск заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Первомайск заказнигы

«Первомайск» заказнигы (рус. "Первомайский", заказник; Елово-пихтовые леса Уфимского плато "Первомайский") — Өфө яйлаһындағы шыршы‑аҡ шыршы урманы. Республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Реликт урмандарҙы һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола (1968).

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығышында Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы менән Силәбе өлкәһендә һәм өлөшләтә Көньяҡ Уралдың Ҡаратау һыртында урынлашҡан. Эталон киң япраҡлы ҡара ылыҫлы урмандарҙы һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола. Дөйөм майҙаны 1,7 мең гектар, 70%-ын урман, 3%-ын һаҙланған урындар тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ сигенән Яманйылға аға. Рельефы үҙәндәр менән йырғыланған, карст үҫешкән[1].

Ландшафы шыршы, аҡ шыршы, ҡайын һәм йүкә ағастары аралашып үҫкән тайганың киң япраҡлы ҡара ылыҫлы урмандарынан ғибәрәт. Улар боҙланғанға тиклем үк формалашҡан, плейстоцен[2] рефугиумы (популяциялары боҙланыу осорон кисергән) булараҡ ҡарала. Шуға күрә был үҫентеләр айырыуса фәнни ҡыҙыҡһыныуға эйә. Әйләнә-тирәләге икенсел урмандар фонында яйла яҡшы һаҡланған булыуы менән айырылып тора. Хәҙер тотош ҡырҡылған ландшафтарҙың эталоны йәки уникаль торошон сағылдырыусы территория участкаһы булып тора. Хайуандар донъяһы аҙ өйрәнелгән. Киң япраҡлы урман фаунаһы элементтары булған ҡара ылыҫлы тайганың типик фауна комплексынан тора.

Заказник тәбиғәтте һаҡлау, фәнни, эталон, урмандарҙы тергеҙеү һәм һыу һаҡлау әһәмиәтенә эйә[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт энциклопедияһы/ Первомайск заказнигы
  2. 2,588 миллион йыл элек башланған һәм 11,7 мең йыл элек тамамланған дүртенсел осор дәүере
  3. /ООПТ Елово-пихтовые-леса-Уфимского-плато-Первомайский

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]