Иҫке Балбыҡ һаҙлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы
урыҫ комплексный памятник природы, Болото Старобалбуковское
Төп мәғлүмәт
Майҙаны81,6 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 сентябрь 2018 йыл 
Урынлашыуы
54°39′42″ с. ш. 59°40′38″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы

Иҫке Балбыҡ һаҙлығы (рус. Болото Старобалбуковское) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы биләмәһендә урынлашҡан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018). Һаҙлыҡ майҙаны — 85,1 гектар, ә һаҡлау зонаһының майҙаны — 81,6 гектар[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Балбыҡ һаҙлығы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Иҫке Балбыҡ ауылынан көнбайышҡа табан 1,6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрҙәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарарына ярашлы Иҫке Балбыҡ һаҙлығы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы — күл-һаҙлыҡ сығышлы ҡатмарлы киртләс-һыубаҫар һаҙ массивы. Һаҙлыҡ массивы Уй йылғаһының киң һыубаҫар туғайында сусаҡтар араһында соҡорҙа формалашҡан. Һаҙлыҡтан Семибрат йылғаһы ағып сыға, ул 2 км үткәс Уй йылғаһына ҡоя. Һаҙлыҡтың төньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрен ҡасандыр киптергәндәр һәм әлеге ваҡытта улар көтөүлектәр булып торалар. Башҡортостан Республикаһы Торф фондына ярашлы торф ятҡылығының максималь тәрәнлеге 460 см, уртаса тәрәнлеге 135 см күрһәтелгән. Торф ятҡылығы ҡатмарлы рельефлы, экспедиция эштәре ваҡытында көнбайыш өлөшөндә (асыҡ күрән-гипна һаҙлығы) 410 см тәрәнлеккә барып етеп булған. Һаҙлыҡ массивының төп өлөшө, көнбайыш өлөшөндә ваҡ ҡайын-күрән-гипна, ә аҙаҡ асыҡ күрән-гипна төркөмдәре менән алмашынған түңгәк-күрәнле һаҙ ҡайынлыҡтары менән ҡапланған. Массивтың үҙәк өлөшөндә ике түбәле Эйәр тауы рәүешендә ҙур утрау бар. Был утрау дала үҫемлектәре менән ҡапланған һәм шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы составына инә. Унда болон һолобаштары һәм ташлы далалар, шулай уҡ дала ҡыуаҡлыҡтары таралған. Түбәһендә ҡаялар араһында айырым ҡарағастар бар. Флораһына юғары көпшәле үҫемлектәрҙең, башлыса дала һәм болон-дала үҫемлектәренең яҡынса 100 төрө инә. Шуларҙан 4 төрө Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән: Урал күк умырзаяһы, шырт еҙ үлән, ҡаурый ҡылған, көңгөр ҡыйыҡтажы. Ҡаурый ҡылған шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына (2008) индерелгән. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелмәгән, ләкин республика территорияһында уларҙың тәбиғәт мөхитендәге торошона айырым иғтибарға мохтажлыҡ кисергән үҫемлектәр үҫә — энә япраҡлы ҡәнәфер, туманаҡ һәм себер патринияһы[1].

Һаҙлыҡ флораһы бай, 120-гә яҡын юғары көпшәле үҫемлек төрөн үҙ эсенә ала. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) ингән, һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәре бар: ҡоба тал, ваҡ ҡыуыҡлы үлән, ваҡ сәскәле соссюрея, һәм һаҡаллы бабасыр уты. Улар барыһы ла, ваҡ ҡыуыҡлы үләндән тыш, шулай уҡ көньяҡ Себерҙән килеп сыҡҡан плейстоцен реликттары булып торалар.

Һаҙлыҡта шулай уҡ Башҡортостан Республиканың Ҡыҙыл китабына (2011) индерелмәгән, әммә республика территорияһында тәбиғәт мөхитендә һәм мониторингта торошона айырым иғтибарға мохтаж булған үҫемлектәр осрай — йырғыланған әрем һәм ҡыуыҡлы үлән[1].

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Балбыҡ һаҙлығы был район өсөн ҙур һыу һаҡлау һәм һыу көйләү әһәмиәтенә эйә. Ул үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен йөрөтөүсе булараҡ та ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ Урал аръяғы урман далаһында һаҙлыҡ барлыҡҡа килеү процестарын өйрәнеү өсөн фәнни әһәмиәткә эйә, сөнки ошо зонала шундай уҡ тәрәнлктәге торф ятышы булған һаҙлыҡтар бик аҙ[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]