Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Күҫәләр көкөртлө һыу[1]) сығанаҡтары — Башҡортостандың Салауат районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан)[2].

Күҫәләр урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары Ҡутҡантау төркөмөнә инә. Дебиты (л/с): беренсе төркөмдә — 0,5 — 2,0, бөтәһе бергә 60-ҡа тиклем. Асы сығанағында — 10-12. Икенсе төркөмдә 0,7 — 2,0. Бөтәһе бергә 20-23. Һыуҙа (мг/л) натрий (130), кальций (124), магний (44) катиондары, сульфат (243), гидрокарбонат (229), хлорид (227) иондары бар. Беренсе төркөм һәм Асы сығанағы аҙ минераллы (0,6 — 0,9), гидрокарбонат-сульфат—хлоридлы, гидрокарбонат—хлорид-магний-натрий-кальцийлы. Микроэлемент миҡдары (мг/л): бром 0, 42 — 0,99, бор 0, 05 — 0,40, фтор — 0,01 — 1,0, йод — 0,004 − 0,025. Газ составы буйынса кислородлы һәм көкөртлө-водородлы. Беренсе төркөм һыуының температураһы — 8,5 — 18. Асы сығанағы: 20 — 21 (Башҡортостан Республикаһында иң йылы сығанаҡ). Икенсе төркөм сығанаҡтары аҙ минераллы, яҡынса 1 м/г, гидрокарбонат-натрий-кальцийлы, радонлы, составында гелий бар. Газ составы буйынса көкөртлө-водородлы, температураһы 9, 5 — 17, 8. Сығанаҡтар фәнни һәм һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә<ref>Domain admmaloyaz.ru maybe for sale 2016 йыл 6 март архивланған. (недоступная ссылка с 06-12-2016 (166 дня))

Салауат районының 2-се Иҙелбай һәм Күҫәләр ауылдары араһында Йүрүҙән йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Минераль һыу сығанаҡтарының беренсе (төп) төркөмө — Күҫәләр ауылынан көнбайышҡа табан 1,5 километрҙе. Йылғанан 25 м алыҫлыҡта тәбиғи һыу өҫкә сыға; унан көнбайышҡа табан 650 м алыҫлыҡта — Асы сығанағы урынлашҡан (упҡындың диаметры 4,5 м, тәрәнлеге — 10 м), төбөндәге минераль ләмдәрҙең ҡалынлығы 1 м. Күҫәләр ауылы эргәһендә, йылғаның туғай өҫтө киртләсендә, 2-се (скважиналы) төркөм һыу сығанаҡтары урынлашҡан. Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары тирә-яғындағы ландшафт ҡатнаш урмандарҙан һәм ҡоро болондарҙан тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Куселяровские сернистые источники 2011 йыл 15 ноябрь архивланған.
  2. (Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465)


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абдрахманов Р. Ф. Куселяровские сернистые источники. Башкирская энциклопедия. Т.3. Уфа. 2007. С. 623.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]