Бөрө минераль сығанаҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөрө минераль сығанаҡтары
Сығанаҡ төрөшишмә 
Дебит56-175 л/с
Минерализация5,85 г/л
Ил
РегионБашҡортостан

Бөрө минераль һыу сығанаҡтары — Башҡортостандың Бөрө районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан), Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы Костарев ауылы янында, Бөрө ҡалаһынан 5 км өҫкәрәк. 5 сығанаҡ төркөмө, бер-береһенән 10 — 70 м аралыҡта яталар. Дөйөм дебиты яҡынса 56-175 л/тәүлегенә. Дөйөм минераллышыуы — 5,85 г/л, газ составы буйынса — көкөртлө водород.

Һаҡлау объекты: минераль сығанаҡтар һәм уларҙың тирә-яғы[1][2].

Бөрө минераль һыу сығанаҡтары дауалы, шифалы ултырмалар барлыҡҡа килтерәләр. Бөрө минераль һыу сығанаҡтарының даими химик режимы хлорид — сульфат — натрий — калий составы менән айырылып тора. Тоҙло шишмәләр тимер, бор, фтор һәм бромға бай. Сығанаҡтың эргә-тирәләре бик йәмле: ҡарағай урмандары дала менән аралаша.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]