Ишембай заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Республика әһәмиәтендәге "Ишембай" дәүләт тәбиғәт зоология заказнигы
урыҫ Государственный природный зоологический заказник республиканского значения "Ишимбайский"
Төп мәғлүмәт
Майҙаны58 526,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты19 март 1971 йыл 
Урынлашыуы
53°33′46″ с. ш. 56°33′39″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Республика әһәмиәтендәге "Ишембай" дәүләт тәбиғәт зоология заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Республика әһәмиәтендәге "Ишембай" дәүләт тәбиғәт зоология заказнигы

«Ишембай» — республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғи зоология ҡурсаулығы, Башҡортостандың Ишембай районында 1971 йылда булдырылған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләмә 1971 йылда һунар промыслаһы йәнлектәренең таралыу мөхитен һәм уларҙың һанын элекке кимәлгә тиклем тергеҙеү өсөн зоологик заказник булараҡ ойошторола. Уның территорияһы аша бик күп ҡушылдыҡтары булған Егән йылғаһы аға. Шулай уҡ Кәлимосҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе, Ҡарауылтау, Ташөй мәмерйәһе кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары ла бар. Заказник эсендә урынлашҡан Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Ҡыҙылташ тауы, Селтәрлеуртаташ төбәге, Ҡолоҡ йылғаһы тәбиғәт биләмәһенә бәҫ өҫтәй. Көнбайыш өлөшөндә тау эргәһе рельефлы, һөҙәкле‑убалы; көнсығыш өлөшөндә тигеҙ, Бағаръяҙ, Биктәр, Кесе Арҡа һәм башҡа айырым түбән һырттар ята. Карст соҡорҙары, ҡыуышлыҡтары йыш осрай[1].

Майҙаны 58 500 га булған заказник, нигеҙҙә, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урман менән ҡапланған (80,8 процент), көньяҡтағы битләүҙәрен болонло һәм ҡыуаҡлы далалар биләй. Ишембай заказнигында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән Браун күп рәтле абағаһы, республиканың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән Клер астрагалы, урыҫ сыбар сәскәһе үҫә[1].

Хайуандар донъяһы ла бик бай: бурһыҡ, аҡ ҡуян, үрғуян, ҡабан, һары шәшке, ҡоралай, һыуһар, йәтсә, төлкө, мышы, һоро айыу, америка шәшкеһе, һеләүһен, көҙән, ҡурпысыҡ, һуйыр, һуна өйрәк, сел, ҡор һәм башҡа ҡырағай хайуандар бында көн итә. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән төньяҡ шымамороно, Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанаты, Наттерер төн күбәләге, яр төн күбәләге, баҡса ҡомағы, мөншөгөр, орсоҡ йылан, баҡыр йылан һәм башҡа төрҙәр йыш осрай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡара ҡауҙы, бөркөт, ҡом һайыҫҡаны, көсөгән, өкө, шаршы күкене, зөгәй, ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры, европа бәрҙеһе осрай[1].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заказник Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Район үҙәге Ишембайға тиклем — 35 км. Маҡар ауылына — 9 км. Яҡындағы тимер юл станцияһы Стәрлетамаҡҡа — 60 км[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 http://bashenc.online/ba/articles/86638/
  2. Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
  • Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан» (Уфа, Информреклама, 2012 г., стр. 80, 500 экз.).
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Ишимбайский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).