Эстәлеккә күсергә

Ауыл хужалығы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл хужалығы
Рәсем
Алдағы собирательство[d]
Башланыу датаһы 8 б.э.т. мең йыллыҡ[1]
Ҡайҙа өйрәнелә агрономия
Вики-проект Проект:Сельское хозяйство[d]
Вид из этого места
CIP коды 01.0000, 01.00 һәм 01
Код NCI Thesaurus C16270
Был датанан һуңыраҡ 15 б.э.т. мең йыллыҡ
 Ауыл хужалығы Викимилектә

Ауыл хужалығы — халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сеймал менән тәьмин итеүсе халыҡ хужалығы тармағы. Ауыл хужалығы барлыҡ илдәрҙең иҡтисадында мөһим урын алып тора. Ер шарында ауыл хужалығы менән 1,1 млрд кеше шөғөлләнә.

Был тармаҡ торошо дәүләттең аҙыҡ-түлек именлегенә ныҡлы йоғонто яһай. Ауыл хужалығы проблемалары менән агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һәм башҡа тағы ла ҡайһы бер фән өлкәләре туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә бәйле.

Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе етештереү сараларында бынан 12 мең йыл элек башланған һәм «Неолит революцияһы» тип аталған үҙгәрештәр сәбәпсе була. Улар һөҙөмтәһендә йәшәү өсөн төп сығанаҡ булып үҙендә үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр һәм мал-тыуар булған етештереүсе хужалыҡ барлыҡҡа килә, ә уныһы инде үҙ сиратында цивилизацияның артабанғы үҫешен тәьмин итә.

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә һәм уны ҡулланыуҙа Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа берлегендә ағза булған илдәр алдынғылыҡты алып тора[2].

Ауыл хужалығы тармаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексына керә һәм түбәндәге тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала:

Ауыл хужалығы — иҡтисад тармағы. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарына сеймал алыуға йүнәлтелгән. Бөтә илдәрҙә лә иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Донъяла иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1 миллиарды ошо тармаҡта шөғөлләнә.

Дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге ауыл хужалығы тармағының торошона бәйләнгән. Был тармаҡтың проблемалары менән туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һ. б. кеүек фәндәр бәйләнгән.

Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе, етештереү сараларында яҡынса 12 мең йыл элек башланып, етештереү хужалығына һәм цивилизацияның үҫеүенә килтергән «Неолитик революция» менән бәйле.

Ауыл хужалығының үҫеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы хайуандарҙы эйәләштереү һәм үҫемлектәр үҫтереү менән 10 000 йыл элек булдырылыған[3]. Иртә игенселек ваҡытынан алып, ул ҙур үҙгәрештәр кисергән[4]. Алғы Азияла, Египетта, Һиндостанда тәү башлап планлы рәүештә үҫемлек үҫтереү һәм йыйыу башлана. Ауыл хужалығын ирекле рәүештә үҫтереү Төньяҡ һәм Көньяҡ Ҡытайҙа, Африкала, Яңы Гвинеяла, Һиндостандың ҡайһы бер өлөшөндә һәм Американың бер нисә төбәгендә була.

Боронғой Египет. Б. э. т. 1200 йылдар

Һуғарыу, сәсеү, ашлау кеүек эштәр күптән барлыҡҡа килһә лә, XX быуатта ғына юғары уңышҡа ирешә. Алғы Азия, Көньяҡ-көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африканың тропологик һәм археологик дәлилдәре ҡырағай орлоҡтарҙы файҙаланыуҙың 20 мең йыл элек булыуын күрһәтә. Ҡытай Халыҡ Республикаһында дөгө менән тары беҙҙең эраға тиклем 8000 йыл элек, ә һуңғараҡ ҡуҙаҡлы һәм соялылар үҙләштерелә.

Сахель төбәгендә дөгө һәм сорго урында үҫә. Урындағы культуралар үҙ аллы Көнбайыш Африкала һәм бәлки Яңы Гвинеяла, Эфиопияла үҫтерелә башлай. Ҡайһы бер ҡуҙаҡлыларҙың, бойҙайҙың беҙҙең эраға тиклем 6 мең йыл элек булыуына дәлил Һинд уйһыулығында табыла. Әфлисүндәр ошо мең йыллыҡта культивациялана. Беҙҙең эраға тиклем 4000 мең йыл элек уйһыулыҡта үҫтерелгән ауыл хужалығы культуралары булып борсаҡ, бойҙай, кунжут орлоғо, арпа, һинд мангоһы тора. Унда беҙҙең эраға тиклем 3500 йылда мамыҡ, туҡыма үҫтереү алға китә. Беҙҙең эраға тиклем 3000 йылда дөгө, ҡамыш шәкәре үҫтерелә башлай. Беҙҙең эраға тиклем 2500 йылға Ғәрәбстан диңгеҙе янындағы Мохенджо-Дарола дөгө мөһим туҡланыу продукты булып һанала. Һиндостан халҡының яҡшы яҡтыртылған иген һаҡлағыстары булған ҙур ҡалалары була. Американың өс төбәгендә шәкәр кукурузы, ҡабаҡ, картуф, бер йыллыҡ көнбағыш үҫтерелә башлай[5].

Петрус Кресценций яҙмаларынан ауыл хужалығы календары

Әгәр ауыл хужалығы тип, ер эшкәртеүҙе, ойошторолған дымландырыуҙы, монокультураларҙы һәм файҙаланған махсус хеҙмәтте аңлаһаҡ, беҙҙең эраға тиклем 5500 йылдан башлап, «ауыл хужалығын булдырыусылар» исемен шумерҙарға бирергә була. Ауыл хужалығын интенсив рәүештә үҫтереү күберәк халыҡты аҫрау, миҙгел араларында файҙалыныуға артыҡ продукт йыйыу, һатыу, алыштырыу мөмкинлеге бирә. Эшмәкәрлеге ауыл хужалығы менән бәйле булмаған фермерҙарҙың күп халыҡты туйҙыра алыу мөмкинлеге регуляр армияның барлыҡҡа килеүендә хәл иткес фактор була[6].

Ҡытайҙа дөгө һәм тары б.э.т. 8000 йылда йортлаштырыла, артабан легум һәм соя алына. Сахель өлкәһендә б.э.т. 5000 йылда урындағы дөгө һәм соргум үҫтерелә, шулай уҡ унда картуф һәм татлы картуф та алына.[5] Ерле халыҡ мәҙәниәттәре Көнбайыш Африкала, бәлки, Яңы Гвинеяла һәм Эфиопияла үҙ аллы йәшәгәндәр. Беҙҙең эраға тиклем 6-сы мең йыллыҡта бойҙай булыуы тураһында дәлилдәр Инда үҙәнендә табылған. Оранжереяны шул уҡ мең йыллыҡта үҫтергәндәр. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 4000 йылда үҙәндә үҫтерелгән культуралар араһынан бойҙай, борсаҡ, сесам орлоғо, арпа, даталар һәм манголар булған. Беҙҙең эраға тиклем 3500 йылға үҙәндә мамыҡ һәм туҡыма үҫтереү ярайһы уҡ алға киткән. Б. э. т. 3000 йылға дөгө үҫтереү башлана. Ҡая шәкәрен дә бер үк ваҡытта үҫтерә башлағандар. Б. э. т. 2500 йылға дөгө Ғәрәбстан диңгеҙе янындағы Мохенджо-дарола мөһим аҙыҡ булып тора. Индеецтар иген һаҡлағысы булған ғалалар төҙөгөн. Американың өс төбәгендә кукуруз, цукчини, картуф, ҡыҙыл борос һәм көнбағыш үҙ аллы йортлаштырла.[5]


1942 йылда донъяла Колумб алмашыуы кеүек билдәле булған үҫемлектәр һәм хайуандар менән киң таралған алышыныу барлыҡҡа килә. Бары тик Иҫке Йыһанда ғына билдәле булған ауыл хужалығы культуралары һәм хайуандары, Яңы Йыһанға индерелә һәм киреһенсә[3]. Башлыса томат, помидор Европа кухняһының фавориты булып китә. Шулай уҡ кукуруз менән картуф та киң массаға билдәле була[6].

XIX быуат аҙағында һәм XX быуат механизацияның тиҙ үҫеше, тракторҙарҙың[7], һуңғараҡ комбайндарҙың барлыҡҡа килеүе ауыл хужалығы эштәрен киң масштабта, ҙур тиҙлектә алып барырға ярҙам итә. Әлеге ваҡытта ғалимдар ауыл хужалығының тарихи үҫешен аңлатыу өсөн бер нисә гипотеза килтерә:

  • Оазис теорияһы.
  • Пира теорияһы.
  • Демографик теория.
  • Эволюцион гипотеза һ. б.

Иҡтисадта ауыл хужалығының роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дөгө террасалары, Филиппин
Трактор менән ер һөрөү. Швеция.
Йорт хайуандары ярҙамында ер һөрөү. Индонезия.

Күпселек илдәр ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамды аграр сәйәсәттә өҫтөнлөклө тип иҫәпләй. Евросоюз илдәрендә һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын финанслау кимәле ауыл хужалығы биләмәләренең һәр гектарына 300 доллар тәшкил итте, Японияла - 473 доллар/га, Америка Ҡушма Штаттарында - 324 доллар/га, Канадала - 188 доллар/га, Рәсәйҙә - 10 доллар/га. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә тулайым ауыл хужалығы продукцияһы хаҡынан етештереүселәргә дөйөм бюджет ярҙамы 32-35 процент тәшкил итә, әммә Рәсәйҙә һәм үҫешеүсе илдәрҙә - 7 проценттан да артыҡ түгел.[2].

Ауыл хужалығының ил йәки төбәк иҡтисадындағы роле уның структураһын һәм үҫеш кимәлен күрһәтә. Ауыл хужалығы әһәмиәте күрһәткесе булып, унда купме халыҡтың шөғөлләнеүе һәм ауыл хужалығы сағыштырма ауырлығының тулайым эске продукт структураһындағы кимәле тора. Алға киткән илдәрҙә ауыл хужалығы экстенсив юл менән үҫешә, йәғни продукцияны арттырыу сәсеү майҙандарын, мал һәм ошо тармаҡта шөғөлләнеүсе халыҡ иҫәбен күбәйтеү юлы менән башҡарыла. Иҡтисады аграр тибына ҡараған бындай илдәрҙә механизация, химизация, мелиорация һ.б. күрһәткесе түбән. Был илдәрҙә «йәшел революция» XX быуат уртаһында уҡ үтә. Ауыл хужалығы етештереү хеҙмәтен күтәреүсе, яңы технологиялар, ауыл хужалығы машиналары системаһын, пестицидтттарҙы һәм минераль ашламаларҙы ҡулланыусы[2], генлы инженерияны, биотехнологияларҙы, робот техникаһын, электрониканы файҙаланыусы һәм интенсив юл менән үҫешкән, фәнни яҡтан нигеҙләнгән ойошма кеүек характерлана.

Бындай прогрессив үҙгәрештәр индустриаль типҡа ҡараған илдәрҙә бара. Әммә интенсификация кимәле уларҙа күпкә түбән, тармаҡта шөғөлләнеүселәр постиндустриаль илдәргә ҡарағанда күберәк.

Шул уҡ ваҡытта үҫешкән илдәрҙә артыҡ аҙыҡ-түлек етештереү кризисы күҙәтелә. Аграр илдәрҙә киреһенсә, иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып, туймау, аслыҡ тора.

Үҫешкән ауыл хужалығы илдең хәүефһеҙлек факторы булып тора, сөнки илде башҡа илдәргә буйһонмаусан итә. Шул арҡала, иҡтисади яҡтан ҡарағанда әллә ни үҫешмәгән илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереү файҙалыраҡ булһа ла, ауыл хужалығына дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә, субсидиялана.

Төбәк һәм тармаҡ үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ява утрауынды сәй плантациялары

Ауыл хужалығы тармағы шундай үҙенсәлектәргә эйә:

  1. Иҡтисади етештереү процессы тәбиғи үҫеш процессы һәм биологик закондар нигеҙендә үҫешкән тере организмдар үҫеше менән ҡушыла.
  2. Тәбиғи үҫештең циклик процесы һәм үҫемлектәр, хайуандар үҫеше ауыл хужалығы хеҙмәтенең миҙгеллеген сикләй.
  3. Сәнәғәттән айырмалы рәүештә ауыл хужалығындағы технологик процесс тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән. Бында ер етештереү сараһы булараҡ мөһим роль уйнай.

Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы белгестәре, ерҙең 78 проценты игенселек менән булышыуҙа етди тәбиғәт сикләүҙәре кисерә, 13 проценты түбән, 6 проценты уртаса, 3 проценты юғары һөҙөмтәле, тип һанай. 2009 йылда ауыл хужалығында ҡоро ерҙең 37,6 проценты файҙаланыла, шул иҫәптән 10,6 проценты һөрөнтө ер, 25,8 проценты көтөүлек һәм 1,2 процентына күп йыллыҡ культуралар сәселә[8].

Ауыл хужалығының махсуслаштырылыу һәм агроресурс ситуацияһы үҙенсәлеге төбәктәр буйлап айырыла. Бер нисә термик бүлкәт бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы үҙенсәлеге буйынса характерлана:

1 Һыуыҡ бүлкәт. Евразия төнъяғының, Төньяҡ Американың ҙур өлөшөн алып тора. Йылы етешмәгәнлектән һәм оҙаҡ йылдарға һуҙылған туңлыҡ арҡаһында игенселек сикләнгән. Үҫемлекселек менән бары тик ябыҡ ерҙә генә шөғөлләнергә мөмкин. Түбән продуктлы көтөүлектәрҙә болансылыҡ үҫешкән.

2 Һалҡын бүлкәт. Евразия, Төньяҡ Америка территорияһының күп өлөшөн һәм Көньяҡ Американың коньяғындағы Андтың тар һыҙатын ала. Артыҡ йылы булмау сәсеү культураларын һайлау мөмкинлеге бирмәй. Бында ҡара ашлыҡ, йәшелсәләр, ҡайһы бер тамыраҙыҡтар, иртә өлгөргән картуф үҫтерергә була.

3 Уртаса бүлкәт. Көньяҡ ярымшарҙа — Патагонияла, Чили яр буйында, Тасмания, Яңы Зеландия утрауҙарында, ә төньяҡ ярымшарҙа — алыҫ Көнсығыш, Монголия, Тибет, төньяҡ-көнсығыш Ҡытай, Көньяҡ Канада, АҠШ штатының төньяҡ-көнсығышы. Был бүлкәт киң игенселек бүлкәте. Территория рельефының бөтә өлөшөн тиерлек һөрөнтө ерҙәр алып тора. Уның сағыштырма майҙаны 60-70 процентҡа етә. Бында бик күп сәсеү культуралары бар: бойҙай, арпа, арыш, һоло, етен, картуф, йәшелсәләр, тамыраҙыҡтар, көнбағыш, дөгө, виноград, емеш-еләк ағастары. Көтөүлектәр майҙаны буйынса сикләнгән. Мал күбеһенсә тауҙарҙа, арид зоналарҙа көтөлә. Ҡыуғын малсылыҡҡа, дөйә аҫрауға өҫтөнлөк бирелә.

4 Йылы бүлкәт. Субтропик географик бүлкәткә тура килә. Уға Антарктиданан башҡа бөтә материктар ҙа ҡарай. Бында йылына ике тапҡыр уңыш алалар — ҡышын (бөртөклө культуралар һәм йәшелсәләр), йәйен — тропик бер йыллыҡтар (мамыҡ), йәки күп йыллыҡтар (зәйтүн ағасы, цитрустар, сәй, грек сәтләүеге, инжир һ.б.). Бында түбән продуктлы, ныҡ деградацияланған көтөүлектәр өҫтөнлөк ала.

5 Эҫе бүлкәт. Африканың, Көньяҡ Американың, Төньяҡ һәм Үҙәк Австралияның, Малай Архипелагының, Аравий ярымутрауының, Көньяҡ Азияның ҙур өлөшөн алып тора. Кофе, шоколад ағастары, финик пальмаһы, батат, маниок һ. б. үҫтерелә. Субарид зоналарҙа әҙ генә үҫемлектәре булған, ҙур майҙанлы көтөүлектәр бар.

Ауыл хужалығы структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йәйге көтөүлектә һыйырҙарҙы ҡул менән һауыу. ГДР.
1950 йылғы фотография Германия федераль архивынан
Эксперименталь сусҡа фермаһында. ГДР.
1950 йылғы фотография Германия федераль архивынан

Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексы составына инә һәм үҙ эсенә төп тармаҡтарҙы ала:

Үҫемлекселек. Үҫтергән үҫемлектәр буйынса айырым тармаҡтарға бүленә:

Бөртөклө культуралар — бойҙай, арпа, арыш, һоло, дөгө, шәкәр кукурузы, ҡарабойҙай, сорго һ. б.

Бөртөклө ҡуҙаҡлылар — борсаҡ, фасоль, чечевица, соя һ. б.

Мал аҙығы культураһы — мал аҙығы үләндәре, силос культуралары, мал аҙығы тамыраҙығы, мал аҙығы баҡса культуралары.

Техник культуралар:

а) аҙыҡ-түлек культураһы — шәкәр сөгөлдөрө, ҡомалаҡ, крахмаллы культуралар, дарыу үләндәре; б) туҡыу культуралары — мамыҡ, етен, джут, киндер; в) каучуклы үҫемлектәр — гевея.

Йәшелсә-баҡса культуралары: а) картуф; б) япраҡлы культуралар — баҡса кәбеҫтәһе, салат, шпинат, укроп, япраҡлы петрушка һ. б.; в) емеш культуралары — томат, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, патиссон, баклажан, борос; г) һуған культуралары — һуған, һарымһаҡ; д) тамыраҙыҡтар — кишер, аш сөгөлдөрө, пастернак, петрушка, сельдерей, шалҡан, редис, торма һ. б.; е) баҡса культуралары — ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ һ. б.

Цитрус культуралар — әфлисүн, грейпфрут, мандарин, лимон, бергамот һ. б.

Тонусты күтәреүсе культуралар — наркотик культуралар, сәй, кофе, какао;

Майлы һәм эфир майлы культуралар: а) көнбағыш, кенә уты, гәрсис, рапс, кунжут, киндер, етен, кокос пальмаһы, майлы пальма, зәйтүн ағасы; б) эфир майлы культуралар — кориандр, әнис, тмин һ. б.

Ҡомалаҡсылыҡ

Виноградсылыҡ

Баҡсасылыҡ

      • Емешселек
      • Декоратив баҡсасылыҡ
    • Болонсолоҡ — малсылыҡ өсөн яраҡлы көтөүлектәр булдырыу
  • Бәшмәкселек
  • Малсылыҡ
    • Йәнлекселек
      • Йорт ҡуянсылығы
    • Аквакультура
      • Балыҡсылыҡ
    • Малсылыҡ. Эре мөгөҙлө мал үрсетеү.
    • Һарыҡсылыҡ
    • Кәзәселек
    • Йылҡысылыҡ
    • Ҡортсолоҡ
    • Инкешселек
    • Болансылыҡ
    • Ҡошсолоҡ
    • Сусҡасылыҡ
    • Дөйәселек
    • Ҡасырсылыҡ

Рәсәй ауыл хужалығының административ структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы яуап бирә[9]. Уға 14 департамент буйһона — ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт, балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ һәм ҡайһы бер подведомство ойошмалары.

Ауыл хужалығының экологик проблемаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы башҡа етештереү тармаҡтарына ҡарағанда, тәбиғи мөхиткә ҙур йоғонто яһай. Бының сәбәбе — тармаҡтың бик күп ер майҙанын биләүе. Һөҙөмтәлә континенттарҙың географик ландшафты үҙгәрә. Мәҫәлән Европала агроландшафт киң япраҡлы урманды ҡыҫырыҡлаған, Украинала баҫыуҙарҙы дала алыштырған. Ауыл хужалығы ландшафты тотороҡло түгел, шуға күрә күп кенә төбәктәр экологик катастрофа кисерә. Дөрөҫ булмаған мелиорация боронғо Месопатаминың эшкәртелгән күп ерҙәренең юҡҡа сығыуына, тупраҡтың тоҙланыуына, тәрән һөрөү Ҡаҙағстанда, Америкала саң бурандарының барлыҡҡа килеүенә, игенселек һәм мал көтөү Африканың Сахель зонаһының сүлгә әйләнеүенә сәбәпсе булған. Тәбиғәт мөхитенә бигерәк тә игенселек ҙур йоғонто яһай. Уның йоғонто яһау факторы түбәндәгесә:

  • ауыл хужалығы биләмәләренең үҫемлектәр донъяһы, ер һөрөү буйынса мәғлүмәт;
  • тупраҡты эшкәртеү, бигерәк тә кәҫтаҡталы һабан менән;
  • минераль ашламаларҙы, ағыулы химикат пестицидтарҙы ҡулланыу;
  • ерҙәрҙе мелиорациялау;
  • тупраҡ экосистемаһының боҙолоуы;
  • гумустың юғалыуы;
  • тупраҡ структураһының боҙолоуы һәм тығыҙланыуы;
  • тупраҡтың ел һәм һыу эрозияһы

Ауыл хужалығын алып барыуҙа негатив факторҙарҙы бөтөрөүсе йәки йомшартыусы билдәле бер алымдар һәм технологиялар бар. Малсылыҡ тәбиғәткә тәбиғәткә аҙыраҡ йоғонто яһай. Уның факторҙары түбәндәгесә:

  • көтөүлекте кире тергеҙеп булмаҫлыҡ итеп, мал көтөү;
  • малсылыҡ комплекстарының эшкәртелмәгән ҡалдыҡтары;

Ауыл хужалығынан килгән дөйөм зыянға инә:

  • һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы, һыу экосистемаһының деградацияланыуы; ер аҫты һыуҙарының бысраныуы;
  • урмандар тураһында мәғлүмәт һәм урман экосистемаһының деградацияланыуы, яланғасланыуы;
  • ҙур территорияларҙа һыу режимының боҙолоуы (киптереү һәм һуғарыу ваҡытында);
  • тупраҡ һәм үҫемлек ҡатламының комплекслы боҙолоуы арҡаһында ерҙең сүллекә әйләнеүе;
  • күп кенә тере организм төрҙәренең йәшәү урынын юҡҡа сығарыу һөҙөмтәһендә уларҙың һирәк төрҙәренең юғалыуы;

XX быуаттың икенсе яртыһында тағы бер актуаль проблема килеп сыға: үҫемлекселек продукцияһында витаминдарҙың, микроэлементтарҙың кәмеүе һәм үҫемлекселек, малсылыҡ продукцияларында зыянлы матдәләрҙең (нитраттар, пестицидттар, гормондар, антибиотиктар) күбәйеүе. Бының сәбәбе — микроэлементтарҙың, етештереү ҡеүәтенең кәмеүенә килтереүсе деградацияланған тупраҡ. Был бигерәк тә малсылыҡта йыш күҙәтелә. «Рәсәй Федерацияһы иҫәп палатаһының 2005—2007 йылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау аудит эффектлығы» һөҙөмтәләренә ярашлы, 60 млн кеше йәшәгән ил территорияһының яҡынса алтынан бер өлөшө экологик яҡтан уңышһыҙ, тип һанала.

Ауыл хужалығы проблемаларын хәл итеү юлдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экологик проблемаларҙы хәл итеүҙең төп юлы булып, ер менән файҙаланыу культураһын күтәреү, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуға яуаплы ҡарау тора. Шулай уҡ, ерҙе оҙаҡ ваҡытҡа шәхси милек итеп файҙаланыуға алыусы фермер хужалыҡтарын үҫтереү ҙә ерҙең етешетереү потенциалын һаҡлауға стимул булыр ине.

  • Аныҡ игенселек
  • Тупраҡты һаҡлаусы игенселек
  • Органик ауыл хужалығы
  • Ауыл хужалығында ГМО
  • Хомобиотик әйләнеш
  • Ауыл хужалығын камиллаштырыу
  • Пермакультура

Ауыл хужалығының киләсәге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн ауыл хужалығын алып барыуҙы камиллаштырыу буйынса селекция, генлы инженерия алымдары ярҙамы менән тикшереүҙәр алып барыла. Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы торорлоҡ, сыҙамлы, юғары уңыш биреү сифаттарына эйә булған яңы төр үҫемлек, хайуандар уйлап сығарыла.

Константин Эдуардович Циолковский XX быуат башында уҡ, үҙаллы кислород һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе автоном станциялар төҙөмәйенсә алыҫ космосты үҙләштереп булмай, тип раҫлай.

Киләсәк перспективаһында кешегә яраҡлы йәшәү шарттары һәм биосфера булдырыу өсөн планетаның климатик шарттарын үҙгәртеү мөмкинлеге ҡарала

  • Горкин А. П. (Гл. Ред.). Сельское хозяйство // География: Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн, 2006. — 624 с. — ISBN 5353024435.
  • [ Сельское хозяйство] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  • The Oxford Companion to Food / Alan Davidson, Tom Jaine. — Oxford University Press, 2014. — ISBN 978-0-19-104072-6.
  1. (unspecified title)doi:10.1080/00438243.1985.9979955
  2. 2,0 2,1 2,2 Абакарова Р. Ш. Регулирование сельского хозяйства. Положительные стороны зарубежного опыта // Вестник Иркутского государственного технического университета. — 2015. — № 1 (96). — С. 129—133.
  3. 3,0 3,1 Oxford, 2014, p. 209
  4. Oxford, 2014, p. 210
  5. 5,0 5,1 5,2 Oxford, 2014, p. 211
  6. 6,0 6,1 Oxford, 2014, p. 212
  7. Oxford.Microscopic striations on flint sickle‐blades as an indication of plant cultivation: Preliminary results , 2014, p. 211
  8. Changes in the wider economy and macroeconomic policies affect the performance of the agricultural economy. Higher economic growth raises incomes and hence demand. ://www.fao.org/docrep/015/i2490e/i2490e01c.pdf
  9. Министерство сельского хозяйства Российской Федерации. Структура. 2013 йыл 27 апрель архивланған.