Илаһ һүҙе иңеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Илаһи һүҙ иңеү (асылыу) - русса откровение, диндә һәм теологияла — Илаһи көстөң кешеләргә үҙен һәм үҙенең ҡанундарын асыуы, белдереүе. Былар Илаһи көстөң туранан-тура үҙенән дә,аралашсылары (пәйғәмбәрҙәре, нәбиҙәре) аша ла мәғлүм ителеүе мөмкин. Ҡайһы бер диндәрҙә Илаһи көстән иңгән тип һаналған изге яҙмалар бар. Ғәҙәттә Аллаһтан иңгән яҙмалыларға өс ибраһими динде  — йәһүдилек, христианлыҡ һәм Исламды индерәләр. Мәгәр Илаһи һүҙ иңеүгә яҡын төшөнсәләр башҡа инаныстарҙа ла осрай (мәҫәлән, зороастризмда, индуизмда).

Илаһи һүҙ иңеү төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәттән тыш иңеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иңеү тураһында иң таралған күҙаллау - кешеләргә Илаһи һүҙ юғарынан ғәҙәттән тыш юл менән тапшырылыу(en:Supernatural revelation).

Универсаль иңеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Христианлыҡта универсаль, йәғни дөйөм тәғәйенләнешле Илаһи һүҙ (Universal revelations) иңгән тигән ҡараш бар, быға Библия, Изге Яҙмалар индерелә. Сиркәү улар дөйөм кешелекте ҡотҡарыр өсөн иңдерелегән тип һанала [1].

Христианлыҡтан тыш Изге яҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүдилектә ғәҙәттән тыш юл менән Тәүрат, артабан Танахтың башҡа китаптары иңдерелгән тип һанала. Йәһүдиҙәр 613 васыяттан торған Тәүрат улар өсөн генә, ә бына Нух пәйғәмбәргә иңдерелгән 7 васыят барлыҡ кешелек өсөн тип иҫәпләй [2].

Исламда Ҡөрьән Илаһи һүҙ тип таныла.

Зороастризмда юғарынан иңгән изге китап тип Авеста һанала.

Индуизмда шулай уҡ изге китаптар бар. Улар араһында Монотеизм идеяһы булғаны ла осрай. Иң билдәлеләре - дүрт Веда һәм Бхагавадгита.

Изгеләргә иңгән һүҙҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дини йолаларҙа изге һаналған кешеләргә иңгән (en:Private revelation) ғәҙәттән тыш риүәйәттәр һәм хәтирәләр һаҡлана. Улар динлеләрҙең рухи тормошонда ярҙам итә, әммә үлемдән һәм тамуҡтан ҡотолоу мөмкинлеге бирмәй [3].

Дауамлы иңеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер диндәрҙә юғарынан иңеү (en:Continuous revelation) дауам итә тигән инаныс йәшәй, тик ул традицияларға ҡаршы килергә тейеш түгел [4][5]. Бындай традицияларға, мәҫәлән, квакерҙар, пятидесятниктар һәм харизматтар, мормондар, бахаи инә.

Тәбиғи иңеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Христиан традицияһында Юғары Көстөң кешенең үҙендә үҙен асыу һәләте (Natural revelation) биреү, выждан буйынса йәшәүҙе аңлау тигән төшөнсә бар. Бының өсөн ғәҙәттән тыш йоғонто кәрәкмәй, бары кешенең аңы эшләүе етә [6].

Экзистенциональ теология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер теологтар Илаһ һүҙе иңеүҙе экзистенциализм фәлсәфәһе менән аңлатып ҡарай. Мәҫәлән, Мартин Бубер Илаһ һүҙе иңеүҙе кеше менән Илаһ араһында диалог тип һанай. [7][8]. Франц Розенцвейг да диалог концепцияһы яҡлы була, ул Илаһи һүҙ төрлө эпохала һәм төрлө кешеләргә төрлөсә асыла тип иҫәпләй[9][10]. Пауль Тиллих Илаһты күктән эҙләмәҫкә кәрәк тип яҙа. Гонаһ ҡанундарҙы боҙоу ғына түгел, үҙеңде юғалтыу[11].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Протоиерей Серафим Слободской.О сверхъестественном Божественном Откровении. О Священном Предании и Священном Писании
  2. Зеэв Гейзель. Еврейская традиция. Мир заповедей
  3. Private Revelations // Catholic Encyclopedia.
  4. B. A. Robinson Progressive revelation 2011 йыл 28 июнь архивланған. // Ontario consultants of religious tolerance
  5. Hodge, Charles. Systematic Theology. Vol. 1.Peabody: Hendrickson Publishers, 2003. — P. 446. ISBN 1-56563-459-4
  6. Протоиерей Серафим Слободской. О естественном откровении
  7. Бубер М. Я и Ты
  8. Бубер Мартин — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  9. Розенцвейг Ф. Звезда спасения
  10. Розенцвейг Франц — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  11. Тиллих, П. Систематическое богословие, т. 1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]