Исем (һүҙ төркөмө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Исем (урыҫ имя существительное) — төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын (кеше, әйбер, үҫемлек, хайуан, тәбиғәт күренештәре һ.б. ) белдергән үҙ аллыһүҙ төркөмө. Ул кем, нимә, ни, кемдәр, нимәләр һорауҙарына яуап бирә.Мәҫәлән: Ҡар яуа (нимә яуа? ҡар. Ҡар -исем). Бала йоҡлай (кем йоҡлай? бала. Бала- исем).

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр[үҙгәртергә]

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар,ҡушаматтар,хайуан, китап-журнал исемдәре,географик атамалар инә. Улар баш хәреф менән яҙыла.

Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә керә. Улар, әгәр һөйләм башында килмәһә, бәләкәй хәреф менән яҙыла.

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше[үҙгәртергә]

Исемдәр һан буйынса берлектә һәм күплектә торалар.


Исемдәрҙең эйәлек заты[үҙгәртергә]

Исемдәрһең эйәлек заты теге йәки был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата. Миҫалдар: туғаным, минең туғаным, балаларыбыҙ, һинең олатайың, уның күлдәге, ағайымдың машинаһы, был ҡәләм һеңлемдеке һ.б.

Эйәлек заты ишетелгәнсә яҙыла.

Иҫкәрмә:

  1. Тороу-ым, тороу-ың, тороу-ы; көлөү-ебеҙ, көлөү-егеҙ, көлөү-е.
  2. Ирек- ирк-ем, ирк-ең, ирк-е.
  3. Поезд- поез-ым, поез-ығыҙ, автомобиль- автомобил-ең, автомобил-дәре.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше[үҙгәртергә]

Башҡорт теле грамматикаһында алты килеш бар.

Килештәр Килеш һорауҙары
Төп килеш' Кем? Нимә?
Эйәлек килеш Кемдең?Нимәнең?
Төбәү килеш Кемгә? Нимәгә? Нигә? Ҡайҙа?
Төшөм килеш Кемде? Нимәне? Ниҙе?
Урын-ваҡыт килеш Кемдә?Нимәлә? Ниҙә? Ҡасан?
Сығанаҡ килеш Кемдән?Нимәнән? Ниҙән? Ҡайҙан?

Исемдәрҙең хәбәрлек заты[үҙгәртергә]

Башҡорт телендә исемдәр хәбәр булып та килә. Һөйләмдең хәбәре функцияһын үтәгән исемдәр ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын ҡабул итеүе лә, итмәүе лә мөмкин. Мин 5-се класс уҡыусыһымын

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1