Киҫәксә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Башҡорт телендә айырым һүҙҙәргә, шулай уҡ бөтә һөйләмдең йөкмәткеһенә өҫтәлмә мәғәнә биҙәктәре биреүсе ярҙамсы һүҙҙәр бар. Улар киҫәксә тип атала.

Киҫәксә тураһында төшөнсә[үҙгәртергә]

Улар айырым һүҙгә йәки бөтә һөйләмгә көсәйтеү, раҫлау, сикләү, һорау, икеләнеү һ.б. мәғәнә биҙәктәре бирәләр.

Киҫәксәләрҙең бүленеше[үҙгәртергә]

Мәғәнә үҙенсәлектәренә ҡарап, киҫәксәләр түбәндәге төркөмсәләргә бүленеп йөрөтөлә.

Көсәйтеү, раҫлау[үҙгәртергә]

ла/лә(варинттары: та/тә, да/дә, ҙа/ҙә), таһа/тәһә(варианттары: даһа/дәһә. ҙаһа/ҙәһә, лаһа/ләһә), та баһа/тә баһа(варианттары: ҙа баһа/ҙә баһа, да баһа/дә баһа), бит, тағы, иң, ап-, һап-, йәп-, йәм-, сы/се, со/сө, һ.б. Мәҫәлән: Аһа, Байрасты бөтөнләй алып китмәйҙәр ҙә баһа! (З.Биишева.)

Сикләү[үҙгәртергә]

ғына/генә, ҡына/кенә, уҡ/үк. Мәҫәлән:Һыу ярҙың ситенә үк күтәрелгән. (Ф. Иҫәнғолов.)

Икеләнеү[үҙгәртергә]

-тыр/-тер(-дыр/-дер,-ҙыр/-ҙер, -лыр/-лер). Мәҫәлән: Аҡтарҙыр... Ыласындарымдың башын ашар өсөн килгәндәрҙер...(З,Биишева.)

Һорау[үҙгәртергә]

-мы/-ме(-мо/-мө),-мы ни/-ме ни(-мо ни/-мө ни), -мы икән/-ме икән(-мо икән/-мө икән). Мәҫәлән: Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ошо үҙе батырлыҡ түгелме ни?(Н.Мусин.)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә]

Киҫәксәләрҙең бер нисә мәғәнәһе булыуы мөмкин, уларҙың мәғәнә биҙәктәре телмәр ағышында ғына асыҡлана. Мәҫәлән:Һай, иҫәүән, һорамай ҙа ҡалдымсы...(З.Биишева.)-ғәжәпләнеүҙе көсәйтеү; Бирешмәсе, зинһар, бирешмәсе...(М.Кәрим.)- үтенеүҙе көсәйтеү. "Әлләсе, тине Бибеш, ҡыҙарынып.-Белмәйемсе"(З.Биишева.)-икеләнеү һ.б.

Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы[үҙгәртергә]

  • да/дә, ҙа/ҙә, ла/лә, та/тә киҫәксәләре һәр ваҡыт айырым яҙыла.

Был киҫәксәләрҙе урын-ваҡыт килеш ялғауы менән бутарға ярамай. Килеш ялғауҙары кемдә? нимәлә? ҡайҙа? һорауҙарына яуап бирәләр һәм ҡушылып яҙылалар. Был һорауҙарға яуап бирмәгәндә, улар киҫәксә булып киләләр һәм айырым яҙылалар.

  • да баһа/ҙа баһа, та баһа/ ла баһа, даһа/таһа, ҙаһа/лаһа, ғына/генә, ҡына/кенә, уҡ/үк киҫәксәләре айырым яҙыла.

Түбәндәге осраҡтарҙа ҡайһы берҙәре бергә яҙыла.

1.ғына/генә, ҡына/кенә киҫәксәләре иркәләү-кесерәйтеүҙе белдереп, зат ялғауҙары менән ҡулланғанда:малғынам, бергенәм һ.б.

2.-уҡ/-үк киҫәксәһе әйҙә, иртә, бер һүҙҙәре менән килгәндә: әйҙүк, иртүк, берүк.

3. ап-, һап-, йәп-, йәм-, ҡап-, көп-, һ.б. көсәйтеү киҫәксәләре һыҙыҡса аша яҙыла: ап-аҡ, көпә-көндөҙ, һап-һары.

4.Түбәндәге киҫәксәләр ҡушып яҙыла:

а)һорау киҫәксәһе:һөйләйме? хатамы?;

б)-сы/се киҫәксәһе:килсе, ҡуйсы;

в) икеләнеү киҫәксәһе: ҡайтҡандыр, аттыр.

5. -мы ни, -мы икән,-ме ни, -ме икән формаларында килеүсе киҫәксәләрҙең икенсе өлөшө айырым яҙыла: барҙыңмы ни, барғанмы икән һ.б

Иҫкәрмә[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1