Теркәүес
Теркәүес — Һөйләм киҫәктәрен, һөйләмдәрҙе бер-береһенә теркәү өсөн ҡулланылған ярҙамсы һүҙ; һөйләм эсендә һөйләм киҫәктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе берҡушма һөйләм итеп төҙөүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө.
Төҙөлөшө яғынан теркәүестәр ябай һәм ҡушма була.
1. Ябай теркәүестәр: әммә, ләкин. йәғни, шуға, бәлки. тимәк, хатта, һәм һ.б.
2. Ҡушма теркәүестәр: әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн, шуның арҡаһында һ.б.
Теркәүестрҙең бүленеше [үҙгәртергә]
1. Теҙеү теркәүестәре һөйләм эсендә тиң киҫәктәрҙе, шулай уҡ ҡушма һөйләм эсендәге тиң мәғәнәле һөйләмдәрҙе үҙ-ара теркәп килә. А) йыйыу теркәүестәре,Б)ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре, В) бүлеү теркәүестәре, Г) аныҡлау теркәүестәре
2. Эйәртең теркәүестәре эш-хәлдең булыуы йәки булмауының сәбәптәрен, шартын, шулай уҡ уларҙың оҡшашлығын һәм һөҙөмтәһен аңлатып, бер-беоеһенә эйәреп килгән һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе үҙ -ара теркәй.
Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы [үҙгәртергә]
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
- Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
|
||||||||||||||