Сифат
Сифат — һүҙ төркөмө. Предметтың билдәһен белдерә. Ул ниндәй, ҡайһы, ҡайҙағы, ҡасанғы һорауҙарына яуап бирә. Ул исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай
Йөкмәткеһе |
Сифат тураһында дөйөм төшөнсә [үҙгәртергә]
Морфологик йәһәттән сифатар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифатар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.
Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде.(М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев. --95.110.46.24 08:47, 25 октябрь 2012 (UTC)
Сифаттарҙың яһалышы [үҙгәртергә]
Башҡорт телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот- болотло, оял- оялсан, эш- эшсән. Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһалма сифат, ҡушма сифат.
Тамыр сифат [үҙгәртергә]
тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.
Яһалма сифат [үҙгәртергә]
Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:
исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.
ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).
һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.
исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.
үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси
Ҡушма сифат [үҙгәртергә]
Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.
парлы: аҡлы- ҡаралы, яҙлы -көҙлө.
ҡабатлау:көслө- ҡөслө, һылыу- һылыу.
бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй,
Төп һәм шартлы сифаттар [үҙгәртергә]
Сифатар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, икегә- төп һәм шартлы сифаттарға бүленә.
Төп сифаттар [үҙгәртергә]
Туранан тура билдәһен белдееә: аҡ сәскә, киң өҫтәл, һәйбәт кеше, тәртипле бала.
Төп сифаттар предметтың ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ-ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара- ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл-ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл.
Шартлы сифаттар [үҙгәртергә]
Предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт. йөн күлдәк, таш йорт, йәйге эҙе, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, өйҙәге кешеләр. Шартлы сифаттарға урыҫ теленән ялғауҙарҙы ҡыҫҡартып алынған сифаттар ҙа инә: социалистик, революцион, индустриаль.
Шартлы сифат дәрәжә менән үҙгәрмәй. Ул предметтың үҙгәрмәй торған билдәһен белдерә:Ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.
Сифат дәрәжәләре [үҙгәртергә]
Предметтың билдәһе төрлөсә, төрлө кимәлдә, йәғни төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. тел саралары ярҙамында предмет билдәләренең төрлө булыуын күрһәтеп була. Төп сифаттың дүрт дәрәжәһе була.
Төп дәрәжә [үҙгәртергә]
Төп дәрәжәләге сифат предмет аңлатҡан билдәнең төп мәғәнәгә тура килеүен белдерә, йәғни был предмета сифат белдергән билдә артыҡ та. кәм дә түгел. Мәҫәлән: аҡ-аҡ төҫтө белдерә:аҡ йорт, аҡ ҡағыҙ, аҡ күлдәк. Төп дәрәжәләге сифатҡа бер ниндәй ялғау ҡушылмай.
Тамыр һәм яһалма сифаттар төп дәрәжәлә килә.
Сифаттарҙың мәғәнәен тамыр, яһалма сифаттар белдерә.
Сағыштырыу [үҙгәртергә]
Бер предметың билдәһен икенсе предметҡа күберәк йә аҙыраҡ булыуын күрһәтә:матурыраҡ һүрәт, ағыраҡ тауар.
Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе ике төрлө юл менән яһала:а)тамыр(нигеҙ) сифат һуҙынҡы өнгә бөтһә, -раҡ, -рәк, тартынҡы өнгә бөтһә -ыраҡ, -ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: аҡсалы- аҡсалыраҡ, белемле- белемлерәк, киң- киңерәк, тоҙло- тоҙлораҡ,
Артыҡлыҡ [үҙгәртергә]
Аҙһытыу [үҙгәртергә]
Иҫкәрмә [үҙгәртергә]
Бөтә төп сифаттар ҙа аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай, мәҫәлән: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур.
Синоним сифаттар [үҙгәртергә]
Уртаҡ мәғәнәле йәки мәғәнәләре яҡын булған сифаттарҙы синоноим сифаттар тип йөрөтәләр. Мәҫәлән: матур. сибәр , һылыу, зифа, нәфис, гүзәл.
Исемләшкән сифаттар [үҙгәртергә]
Сифаттарға грамматик анализ яһау тәртибе [үҙгәртергә]
- Сифаттың башланғыс формаһы
- Сифаттың төрө(төп, шартлы)
- Яһалышы(тамыр, яһалма, ҡушма)
- Дәрәжәһе(төп, аҙһытыу. артыҡлыҡ, сағыштырыу)
- Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә.
Анализ өлгөһө [үҙгәртергә]
Көнбағыш баҫыуы һап- һары келәм менән ҡапланды. (Я. Хамматов.)
Телдән [үҙгәртергә]
Һап- һары, сифат, башланғыс формаһы- һары, төп сифат. тамыр сифат, артыҡлыҡ дәрәжәһендә, һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.
Яҙма [үҙгәртергә]
Һап- һары- төп сифат, там. сифат, арт. дәр., аныҡлаусы.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
- Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
- В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек.Өфө-2009 й ISBN 5-295-02834-8
|
||||||||||||||