Яҡуп (Көйөргәҙе районы)
Координаттары: 52°37′39″ с. ш. 55°33′08″ в. д. (G) (O) (Я
Ауыл | |
Яҡуп Яҡуп | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Климат тибы |
континенталь |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Яҡуп — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны — 424 кеше булған[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 22 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 22 км
- Шайтан (Уяҙы) һәм Оло Көйргәҙе йылғалары араһында (буйында) урынлашҡан.
- Ауыл янында Оло Көйөргәҙе, Кесе Көйөргәҙе, Шайтан-(Уяҙы), Санйын (Ерекле ҡаран) йылғалары ҡушыла.
- Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ауылдың түбәнге осонан тау армыттары башлана. Улар яйлап ҡына бейегәйә бара.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда йәшәүселәрҙең күпселеген башҡорттар тәшкил итә, шулай уҡ килен булып төшкән бер нисә татар ҡатыны, 1928 йылда күсеп килеп ултырған сыуаштар, бер ҡасаҡ урыҫ йәшәй, 18-19 быуатта ауыл халҡы башҡорт-вотчинник булып һаналған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 590 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | - | - | - | ||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 400 | 181 | 219 | ||
2002 йыл 9 октябрь | 386 | 185 | 201 | ||
2010 йыл 14 октябрь | 322 | 153 | 169 | 47,5 | 52,5 |
… Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- 1816 −223
- 1842—536
- 1859—690
- 1920—551+ новая деревня 38
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, күпләп ҡош-ҡорт аҫырай. 2000 йылдан Яҡуп ауылы Яҡшымбәт ауылына ҡараған «Искра» ауыл хужалығы коперативына инә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1770 йылда ауылда академик И. И. Лепёхин булып үтә, ул урындағы мәҙрәсәлә күренекле абыҙҙың күп шәкерттәре булыуы тураһында яҙа[1].
Ауыл 18 быуаттарҙа Бөрйән улусы үҙәге булып торған. 1920 йылға хәтле ауыл Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Етеырыу улусына керә. 1920 йылдан БАССР-ҙың Йылайыр кантонында, 1930 йылдан Көйөргәҙе районында. 1955 йылда Күмертау районына кертелә(үҙәге Күмертау ҡалаһы), 1962 йылда Мәләүез районына инә, ләкин ул 1964 йылда Күмертауға кире ҡушыла. 1990 йылда тарихи исеме кире ҡайтарыла, район үҙәге лә кире Ермолаево ауылына күсерелә. Революциянан һуң, ауылдың халҡы ныҡ кәмей. Быға Граждандар һуғышы, 21-се йылғы аслыҡ ныҡ тәьҫир итә. Ауыл халҡы 1928 йыл Бишбүләк ауылынан килгән күскенселәрҙе ҡабул итә. 1927-28 йылдарҙа Ҡыҙыл Бөрйән колхозы төҙөлә. 1935 йылда 1-се Кинйәабыҙ менән берләштерелеп, «Каганович» исемен ала. 1957 йылдан 2000 йылғаса «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозының 4-се бүлексәһе була.
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)) — иң оҙон урам — 101 хужалыҡ
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица)) — 11 хужалыҡ
- Көйөргәҙе урамы (рус. Куюргазинская (улица)) — 9 хужалыҡ
- Сиражетдинов урамы (рус. Р.Сиразетдинова (улица)) — 10 хужалыҡ
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)) — 5 хужалыҡ һәм ауыл фермаһы[2]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйәкәев Сабир Мөьмин улы, Көйөргәҙе районы гәзите мөхәррире, шағир, поэмалар авторы
- Диҡҡәт Бураҡаев — геолог
- Абдуллин Кинйәғәли Әбүбәкир улы (16.09.1941—14.01.2020), агроном, журналист, шағир, йәмәғәтсе. 2010 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1988—2001 йылдарҙа Көйөргәҙе район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 2001 йылдан Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе. Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011), райондың почётлы гражданы (2018).
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хитрау туғайы — был туғайлыҡ ауылдан ике км самаһы алыҫлыҡта ята. Урыҫ күскенселәре килгәс, Абдул халҡына бирелгән булған. Аҙаҡ кире алғандар. Әле ул бесәнлек булараҡ файҙаланыла.
- Тигеҙ уй — ауылдан уны Ғәфәр тауы айырып тора. Ул тип тигеҙ булып ята. Элек электән ауыл халҡы иген сәскән. Әле лә игенлек ролен башҡара. Яҙ көнөндә бик ажғырып ирегән һыу аға һәм Оло Көйөргәҙегә ҡушыла.
- Палата (плато һүҙенән үҙләштерелгән)- Туғай Кинйәһе ауылына барған юл ошо Палата аша уҙа. Тау башы тип-тигеҙ, унда Кинйә ауылы халҡы иген сәскән булған.
- Ғәфәр тауы — ауылдың йәме булған тау. Ауыл ошо тау итәгендә урынлашҡан. Ул ауылды ыжғыр бурандарҙан һаҡлаған. Иртә яҙ мал көтөүгә уңайлы. Легендаһы былай. Ауылда оҫта гармунсы йәшәгән. Ул ошо тау итәгенә сығып гармун тарта башлаһа, йәштәр уйынға йыйылған. Был нисәнсе йылдар икәне билдәһеҙ. Моғайын октябрь түңкәрелешенән һуңдыр инде. Ошо тауҙа һәр саҡ гармунда уйнар булған. Йәштәр уйынға йыйылған. Тик Ғәфәр бик йәшләй генә вафат булған. Бәлки аслыҡтандыр. Миңә быны Имелов Сәмирхан ағай һөйләгән ине.
- Хәйҙар төбәге
- Иҫке ырма(Иҫке ыҙма)
- Ҡараҡбаҫҡан
- Йәшен атҡан
- Ҡалмыҡҡырған
- Һәлтәш
- Оло туғай
- Сатыра
- Тышҡы сатыра
- Әсе
- Үле Шайтан
- Дамба
- Тирмән төбәге
- Татар туғайы
Айгөл балалар баҡсаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡуп мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡуп мәктәбе тураһында 1770 йылда Иван Лепёхин яҙмаларында телгә алына.
1917 йылда ла мәктәп барлығы әйтелгән архив һаҡлағыстарҙа. 1918 йылдан ул ШКМ тип үҙгәртелә һәм, элекке волос бинаһы бирелә. Ете йыллыҡ мәктәп булған. Тик ауылдың киләсәген уйламаған ауылдаштарыбыҙ уны һатҡан. Аҙаҡ бер ҡатлы бина булараҡ башланғыс мәктәп төҙөлә. 1970 йылда совхоз эшселәре өсн төҙөлгән ике ҡатлы күп фатирлы йорт, мәктәп итеп үҙгәртеп ҡорола. 2007 йылда тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ваҡытында ике ҡатлы заманса мәктәп төҙөлдө.
Мәсет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда ауылдан сыҡҡан эшҡыуар Зиннур Исхаков төҙөттө. Әсәһенең иҫтәлегенә «Зөлхиә» исемен бирҙе.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ә. Әсфәндиәров Башҡорт ауылдары тарихы
- М. Усманова. Имя отчизны моей