Әбүзәров Салауат Нәзир улы
Салауат Әбүзәр | |
Исеме: |
Әбүзәров Салауат |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, драматург, журналист |
Ижад йылдары: |
1984 йылдан |
Йүнәлеше: |
шиғриәт, драматургия, журналистика |
Жанр: |
шиғриәт, драматургия |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Еремә йыр», 1991 |
Әбүзәров Салауат Нәзир улы, Салауат Әбүзәр (29 ғинуар 1967 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2017) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Нәзир улы Әбүзәров 1967 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуған. Имәндәш урта мәктәбен тамамлаған. СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәре составында илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Ғафури районы мәктәптәбендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә килеп, «Башҡортостан» гәзите, «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдары редакцияһында эшләй, әлеге көндә «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған Салауат Әбүзәров әҙәбиәткә ныҡлап уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында килә. Үҙенең «Еремә йыр» (1990) исемле тәүге шиғри йыйынтығы менән үк ул уҡыусылар иғтибарын йәлеп итә, ә 1995 йылда ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Әүҙем ижад итеп, ул артабан бер-бер артлы тағы ла өс китап сығара: «Ыҙғыш алмаһы» (2002), «Туғыҙынсы тулҡын» (2004) һәм «Йыһан емеше» (2009).
Шиғриәт менән бер рәттән Салауат Әбүзәров драматургия жанрында ла үҙен өлгөргән әҙип итеп танытты. 1996 йылда уның тәүге драма әҫәрен яҡташтары — Ғафури районының «Ҡаран» халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштерһә, алдағы тиҫтә йылда өмөтлө драматургтың пьесалары билдәле театрҙар репертуарында ныҡлы урын алды. Был йәһәттән уның «Хыялый» лирик комедияһын тәү сиратта билдәләргә кәрәк. Әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе түбәндәгесә: Ғиззәт исемле төп герой тәбиғәттең хозур бер мөйөшөндә урынлашҡан ауылында ҡатыны Шәфиҡә менән көн күрә. Ғиззәт бабай шиғри күңелле, хыялдарға бай кеше, ул бар булмышы менән гелән күккә һәм йондоҙҙарға тартыла. Ул йыр-моңға ғашиҡ, өҙҙөрөп гармунда уйнай, шиғырҙар ижад итә. Ауылдаштары уны «хыялый» тип йөрөтә (әҫәрҙең исеме нәҡ шунан алынған да инде). Һәүәтемсә генә барған көндәрҙең береһендә ауылға эшкә яңы табип килә — Йондоҙ исемле йәш һылыу ҡыҙ. Ғиззәт бабай менән Шәфиҡә әбейгә йәш белгесте үҙҙәренә фатирға индерергә тәҡдим итәләр. Улар шатланып риза була. Тап шунан башлана ла инде комедияның төп ваҡиғаһы: Йондоҙҙоң төпһөҙ күҙҙәренә, ҡояштай йөҙөнә һәм матур ҡарашына тәү күреүҙән иҫе киткән Ғиззәт бабай ҡыҙға ғашиҡ була. «Бына ул уның күптәнге хыялы! Матурлыҡ һәм камиллыҡ!» Күңелендә ҡабынған һөйөү хистәре бабайҙы кеше ышанмаҫлыҡ хеҙмәт батырлығына этәрә. Ул ысын мәғәнәһендә күккә күтәрелерлек осҡос — ысын самолет эшләй башлай. Бына ошолар тураһында ышандырырлыҡ итеп бәйән иткән хәл-ваҡиғаларҙы тамашасы иҫе китеп ҡараһа, театр һәм тел белгестәре пьесаның бай һәм сағыу телдә яҙылғанына ла иғтибар итте. Һәр образдың үҙенсәлекле телмәре төрлө тамашасыны ныҡлап арбай, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тәрән кисерештәр менән ҡабул итергә ярҙам итә. Шуға ла был әҫәр Башҡортостандың төп сәхнәһе булған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры менән бер рәттән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театры һәм Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт театрҙарында ҙур уңыш менән ҡуйылды.
Миҫал өсөн Яр Саллы театрының Өфөлә 2013 йылдың октябрендә үткән гастролдәре тураһында әйтеү ҙә етә. «Башҡортостан» гәзите билдәләүенсә (2015, 30 октябрь), дүрт көн дауам иткән был гастроль «билдәле башҡорт шағиры, драматург Салауат Әбүзәрҙең „Хыялый“ лирик комедияһы менән асылды. Авторҙың тәрән йөкмәткеле тәүге пьесаһы үтә лә бәхетле булып сыҡты. Хәҙер был әҫәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының, шулай уҡ Ырымбур, Яр Саллы, Сибай театрҙарының репертуарын байытып тора.» Был йәһәттән театрҙың баш режиссеры, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Йәлил исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фаил Ибраһимовтың һүҙҙәре лә иғтибарға лайыҡ: «Беҙ гастролебеҙҙе юҡҡа ғына Салауат Әбүзәрҙең „Хыялый“ пьесаһы менән асманыҡ. Был әҫәрҙе тамашасыларыбыҙ күптән яратып өлгөрҙө, уны ҡарарға халыҡ эркелеп йөрөй. Салауат Әбүзәр — саф күңелле, ихлас ижадсы. Шуға уның әҫәрҙәре лә шәп килеп сыға. Талантлы драматургтың яңы пьесалары киләсәктә лә беҙҙең репертуарҙы биҙәр тип ышанам». Тамашанан һуң ошо әҫәр буйынса фекер алышыуҙа Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы доценты, ғалим Рәүф Иҙрисов түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
«Әбүзәрҙе беҙ тәү сиратта ялҡынлы шағир булараҡ беләбеҙ. Уның һәр әҫәре еренә еткерелеп ижад ителә. Мин Салауат Әбүзәрҙе башҡорт йә иһә татар халҡының ғына түгел, тотош төрки донъяһының хазинаһы, тип атар инем».
Авторҙың ошолай киң билдәлелек яулаған һәм юғары баһаға лайыҡ булған «Хыялый» лирик комедияһы менән бергә «Әсир» драмаһының "Сәхнә әҫәрҙәренең республика конкурсы"нда беренсе урын алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. 2013 йылда «Әсир»ҙе тәүгеләрҙән булып тағы ла драматургтың яҡташтары сәхнәләштерҙе. Был әҫәрҙең Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда «Ҡаран» халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре күрһәткән премьераһы ҙур уңыш менән үтте һәм ысын мәғәнәһендә тамашасы күңелен әсир итерлек тамаша булды. Салауат Әбүзәровтың «Байраҡ аҫтында» пьесаһы ла, 2012 йылда Ейәнсура районының «Үҫәргән» халыҡ театры тарафынан бик матур сәхнәләштерелеп, уны ҡараусыларҙың һөйөүен яулағайны. Драматургтың Сибай дәүләт башҡорт драма театрының танылған режиссеры Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән «Ғүмерлек ғазап» спектакле лә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә лә күп тамашасыны йыйҙы.
Йыйынтыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәмәл дәфтәре. Шиғырҙар. — Өфө, 2017.
- Мөхәббәт баҡсаһы. Пьесалар — Өфө. 2016
- Йыһан емеше. Шиғырҙар. — Өфө, 2009.
- Туғыҙынсы тулҡын .Шиғырҙар. — Өфө, 2004.
- Ыҙғыш алмаһы. Шиғырҙар. — Өфө, 2002.
- Еремә йыр. Шиғырҙар. — Өфө, 1990.
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡоролтайға көйлө хитап. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь[1].
- Моң. Шиғри хәтирә. «Ағиҙел» журналы, 2012, № 2.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2018)
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Маҡтау грамотаһы
- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2017)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь 2018 йыл 3 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Издательство «КИТАП»|Салават Абузаров 2016 йыл 4 март архивланған.
- Салават Абузаров. Биография 2014 йыл 13 апрель архивланған.
- «Башкортостан гәзите». Редакция 2014 йыл 24 декабрь архивланған.
- Күңелдәрҙе әсир итерлек тамаша булды 2016 йыл 6 март архивланған.
- Яр Саллынан «Хыялый» килде. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 30 октябрь. 2016 йыл 6 июль архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 29 ғинуарҙа тыуғандар
- 1967 йылда тыуғандар
- Ғафури районында тыуғандар
- Башҡорт шағирҙары
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт драматургтары
- Алфавит буйынса журналистар
- Башҡортостан журналистары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Рәсәй Журналистар союзы ағзалары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары