Эстәлеккә күсергә

Башспирт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(«Башспирт» йәмғиәте битенән йүнәлтелде)
«Башспирт» ААЙ
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

2000

Элекке исеме

ГУП «Башспирт» (2006 йылға тиклем)

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө

Төп фигуралар

Урал Фарвазоы, генераль директор

Тармаҡ

Аҙыҡ сәнәғәте

Продукция

спирт-араҡы изделиеһы

Килем

363,9 млн. һум (2013 йыл)[1]

Хеҙмәткәрҙәр һаны

2500-ҙән артыҡ

Аудитор

ЯСЙ «Аудит-хәүефһеҙлек»[2]

Сайт

http://www.bashspirt.ru

«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан Рәсәй этил спирты һәм спиртлы продукция етештереүсе предприятие[3]. 2008 йылда Илдә араҡы етештереү күләме буйынса дүртенсе урында[4].

Фирманың тулы атамаһы — Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Башспирт»; алдағы исеме — «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы. Штаб-фатиры — Өфө ҡалаһында.

2000 йылда Башҡортостандың ете завод-етештереүсе «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы берҙәм структураһына берләшә: Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, Ишембай шарап-араҡы заводы, Бөрө спирт-араҡы комбинаты, Ермолай спирт-араҡы комбинаты, Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты, Өфө спирт-араҡы комбинаты, Өфө шарап-араҡы заводы.

2006 йылдың 22 майында «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә, унда баш ойошма, күмәртә складтар һәм 4 филиал инә[5].

«Башспирт» ААЙ директорҙар советының 2006 йылдың 9 авгусындағы ҡарары менән филиалдар юҡҡа сығарыла: Ишембай ҡалаһындағы Ишембай шарап-араҡы заводы, Өфө ҡалаһындағы Өфө шарап-араҡы заводы «Ирәмәл». Ишембай шарап-араҡы заводы «Башспирт» ААЙ филиалы — «СТАЛК» Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатының шарап-араҡы производствоһына үҙгәртеп ҡорола[6].

2012 йылда Nemiroff компанияһы "Башспирт"тың Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Өфө спирт-араҡы комбинаттарында араҡы сығара башлай[7][8]. Предприятие Башҡортостандың иң яҡшы етештереүселәре исемлегенә инә[9].

Милекселәре һәм етәкселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берҙән-бер акционеры — Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы йөҙөндә (100 % өлөшө) Башҡортостан Республикаһы.

Генераль директорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фарвазов Урал Нур улы (2022 йылдың 18 майынан)[10]
  • Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы (01.2019—05.2022)
  • Князев Николай Иванович[11].

«Башспирт» ААЙ дүрт филиалды үҙ эсенә ала[12]:

  1. Годовой отчет за 2013 год (pdf). «Башспирт» ААЙ рәсми сайты. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Аудитор общества (doc). Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 18 август архивланған.
  3. О предприятии. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 10 апрель архивланған.
  4. А. Ъ-Рябова, Г. Ъ-Ханнанова «Башспирт» укрепили на 80 % (рус.) // Коммерсантъ : газета. — Москва, 2008. — 21 марта. — № 46.
  5. Как это делается в «Башспирте» у Николая Князева // Русская водка плюс : журнал. — Москва, 2012.
  6. Ликвидация филиалов ОАО «Башспирт». Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2015 йыл 19 апрель архивланған.
  7. Nemiroff перенес производство на «Башспирт». Sostav.ru. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
  8. Водочное возвращение: «Башспирт» начал производство Nemiroff. РБК. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
  9. Пахомов Л. Республика определила 100 лучших товаров России // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2012.
  10. Компанию «Башспирт» возглавил Урал Фарвазов. ИА Башинформ, 18 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
  11. Руководство. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 23 ғинуар архивланған.
  12. Филиалы. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
  13. История Белебеевского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йыл 10 ноябрь архивланған.
  14. История Бирского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йыл 21 март архивланған.
  15. История Стерлитамакского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йыл 10 ноябрь архивланған.
  16. История Уфимского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йыл 29 декабрь архивланған.