Башспирт
| «Башспирт» ААЙ | |
| Файл:Bashspirt.jpg | |
| Төрө |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
|---|---|
| Нигеҙләнгән | |
| Элекке исеме |
ГУП «Башспирт» (2006 йылға тиклем) |
| Уранлашыуы | |
| Төп фигуралар |
Урал Фарвазоы, генераль директор |
| Тармаҡ |
Аҙыҡ сәнәғәте |
| Продукция |
спирт-араҡы изделиеһы |
| Килем |
▼363,9 млн. һум (2013 йыл)[1] |
| Хеҙмәткәрҙәр һаны |
2500-ҙән артыҡ |
| Аудитор |
ЯСЙ «Аудит-хәүефһеҙлек»[2] |
| Сайт | |
«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан Рәсәй этил спирты һәм спиртлы продукция етештереүсе предприятие[3]. 2008 йылда Илдә араҡы етештереү күләме буйынса дүртенсе урында[4].
Фирманың тулы атамаһы — Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Башспирт»; алдағы исеме — «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы. Штаб-фатиры — Өфө ҡалаһында.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылда Башҡортостандың ете завод-етештереүсе «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы берҙәм структураһына берләшә: Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, Ишембай шарап-араҡы заводы, Бөрө спирт-араҡы комбинаты, Ермолай спирт-араҡы комбинаты, Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты, Өфө спирт-араҡы комбинаты, Өфө шарап-араҡы заводы.
2006 йылдың 22 майында «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә, унда баш ойошма, күмәртә складтар һәм 4 филиал инә[5].
«Башспирт» ААЙ директорҙар советының 2006 йылдың 9 авгусындағы ҡарары менән филиалдар юҡҡа сығарыла: Ишембай ҡалаһындағы Ишембай шарап-араҡы заводы, Өфө ҡалаһындағы Өфө шарап-араҡы заводы «Ирәмәл». Ишембай шарап-араҡы заводы «Башспирт» ААЙ филиалы — «СТАЛК» Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатының шарап-араҡы производствоһына үҙгәртеп ҡорола[6].
2012 йылда Nemiroff компанияһы "Башспирт"тың Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Өфө спирт-араҡы комбинаттарында араҡы сығара башлай[7][8]. Предприятие Башҡортостандың иң яҡшы етештереүселәре исемлегенә инә[9].
Милекселәре һәм етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берҙән-бер акционеры — Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы йөҙөндә (100 % өлөшө) Башҡортостан Республикаһы.
Генераль директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башспирт» ААЙ дүрт филиалды үҙ эсенә ала[12]:
- Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты (1895 йылда нигеҙләнгән предприятие), Бәләбәй ҡалаһы[13].
- Бөрө спирт-араҡы комбинаты (1894 йылда нигеҙ һалынған предприятие), Бөрө ҡалаһы[14].
- Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты (предприятие 1796 йылда нигеҙләнгән), Стерлитамак ҡалаһы[15]
- Өфө спирт-араҡы комбинаты (1894 йылда нигеҙ һалынған предприятие), Өфө ҡалаһы[16].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Годовой отчет за 2013 год (pdf). «Башспирт» ААЙ рәсми сайты. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Аудитор общества (doc). Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 18 август архивланған.
- ↑ О предприятии. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ А. Ъ-Рябова, Г. Ъ-Ханнанова «Башспирт» укрепили на 80 % (рус.) // Коммерсантъ : газета. — Москва, 2008. — 21 марта. — № 46.
- ↑ Как это делается в «Башспирте» у Николая Князева // Русская водка плюс : журнал. — Москва, 2012.
- ↑ Ликвидация филиалов ОАО «Башспирт». Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2015 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Nemiroff перенес производство на «Башспирт». Sostav.ru. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
- ↑ Водочное возвращение: «Башспирт» начал производство Nemiroff. РБК. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
- ↑ Пахомов Л. Республика определила 100 лучших товаров России // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2012.
- ↑ Компанию «Башспирт» возглавил Урал Фарвазов. ИА Башинформ, 18 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
- ↑ Руководство. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑ Филиалы. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ История Белебеевского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ История Бирского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йыл 21 март архивланған.
- ↑ История Стерлитамакского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ История Уфимского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йыл 29 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башспирт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
- Главная страница. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.