Абаринов Пётр Тимофеевич
| Абаринов Пётр Тимофеевич | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1905 |
| Тыуған урыны | Краснодар крайы, РСФСР |
| Вафат булған көнө | 17 ноябрь 1943 |
| Вафат булған урыны | Речица районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | Сержант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Абаринов Пётр Тимофеевич — (1905 йыл-17 ноябрь 1943 йыл) 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Гвардия өлкән сержанты[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Тимофеевич Абарников 1905 йылда Краснодар крайы Рязань районында тыуған.
1941 йылдың сентябрендә Тажик ССР-ы Гарм өлкәһе (шунда уҡ Төркмән ССР-ы Марый өлкәһе тип тә бирелгән?) Комсомолабад район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2].
1943 йылдың 18 сентябренән алып 24 октябргә тиклем «үҙен бик хәстәрлекле һәм тилбер старшина итеп күрһәтте. Шуның өсөн һуғыш барғанда ла эскадрон аҙыҡ-түлек, фураж менән тәьмин ителде. Усохи ауылы эргәһендәге Днепрҙың көнбайыш яры өсөн барған һуғышта иптәш Абарников яугирҙәргә тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлекте кәмәләрҙә алып сығып, артабан башҡалар ярҙамында яурындарына йөкләп килтерҙе һәм һалдаттарҙы туҡландырҙы. Эскадронды һуғыш боеприпастары менән тәьмин итеүҙе лә һәйбәт ойошторҙо»[3][4].
Абаринов Пётр Тимофеевич 1943 йылдың 17 ноябрендә һәләк була. Белоруссия ССР-ы Гомель өлкәһе Речица районы Головки ауылында ерләнгән[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1943 йыл — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[6]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абаринов Пётр Тимофеевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7] һәм Краснодар крайы Рязань районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Абаринов Пётр Тимофеевич
- Память народа. Абаринов Пётр Тимофеевич
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941-1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. - Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Список погибших воинов 112-се Башкирской кавалерийской дивизии
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шайморатовсылар
- ↑ Память народа. Абаринов П. Т.
- ↑ Память народа. Абаринов Пётр Тимофеевич
- ↑ ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 951
- ↑ Память народа. Абаринов.П. Т.
- ↑ Шаймуратовцы. Абаринов Пётр Тимофеевич
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941-1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. - Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0