Аббасов Азат Зиннәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аббасов Азат Зиннәт улы
Азат Зиннәт улы Аббасов
Төп мәғлүмәт
Тыуған

19 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, Татар АССР-ы
Алабуға ҡалаһы

Үлгән

11 октябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (81 йәш)

Үлгән урыны

Татарстан Республикаһы Ҡазан ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

Йырлау тауышы

лирик тенор

Коллективтар

Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры

Наградалар
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1977 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1966|| РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1957
Ғабдулла Туҡай премияһы

Аббасов Азат Зиннәт улы (19 ғинуар 1925 йыл — 11 октябрь 2006 йыл) — опера йырсыһы, СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1966) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Зиннәт улы Аббасов 1925 йылдың 19 ғинуарында Татар АССР-ы (хәҙер Татарстан Республикаһы) Алабуға ҡалаһында тыуған. Ҡазан авиация техникумын тамамлап, вертолет заводында конструктор булып эшләй. 1944 йылда Сәлих Сәйдәшев кәңәше буйынса Мәскәү консерваторияһының татар милли опера студияһына уҡырға керә. Уны тамамлағас, 1950 йылда Ҡазанға ҡайта һәм 1990 йылғаса Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белгестәр билдәләүенсә, йырсының тауышы лирик-драматик тенор. Театрҙа эшләү дәүерендә төрлө билдәле операларҙа 100-ҙән ашыу партия башҡара. Шуларҙан айырыуса Самат («Самат», Хөснулла Вәлиуллин), Alfredo Gérmont («La traviata», Джузеппе Верди), Сергей («Катерина Измайлова», Дмитрий Шостакович) бигерәк тә уңышлыларҙан һанала.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татар АССР-ының халыҡ артисы
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1966)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1977)
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бикчурина Ф. Аббасов Азат Зиннатович// Народные артисты. — Казань: Татар. кн. изд-во, 1980. — С. 381—387.
  • Народный артист СССР Азат Аббасов: «Ищу гармонию …»/ Беседу вела Э.Кудрецкая// Сов. Татария. — 1985. — 23 июня.
  • Полвека в искусстве/ Беседу вел А. Малахальцев// Казан. ведомости. — 1995. — 28 окт.
  • Валентинова Т. Народный артист// Известия Татарстана. — 1995. — 24 янв.
  • Малахальцев А. Его огромная любовь — опера// Казан. ведо-мости. — 1995. — 24 окт.
  • Бикчурина Ф. В расцвете таланта// Сов. Татария. — 1971. — 14 апр.
  • Клокова Э. Талант и труд// Сов. Татария. — 1970. — 1 апр.