Эстәлеккә күсергә

Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 октябрь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Үткер миелобласт лейкоз[d]
Ерләнгән урыны Баязит
Әлшәй районы
Башҡортостан Республикаhы
Туған тел башҡортса‎
Һөнәр төрө композитор, йырсы, радио алып барыусы
Эш урыны «Юлдаш» радиоһы
Башҡортостан (телерадиокомпания, БРДТРК филиалы)
Уҡыу йорто Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы (15 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}), Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы31 октябрь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш), Өфө) — журналист, йырсы, композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай[1].

Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.

1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй.

1996 йылда «Башҡортостан» ДТРК-һына радио дикторы итеп ҡабул ителә.

Йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.

2024 йылдың 31 октябрендә Өфөлә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге йәш башҡарыусылар конкурстары лауреаты
  • Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән «Дуҫлыҡ йыры» конкурсы дипломанты