Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы
| Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы | |
| татар. Нурия Нәсибулла кызы Абдуллина | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 15 март 1957 |
| Тыуған урыны | Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 31 октябрь 2024 (67 йәш) |
| Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
| Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
| Үлем сәбәбе | Үткер миелобласт лейкоз[d] |
| Ерләнгән урыны |
Баязит Әлшәй районы Башҡортостан Республикаһы |
| Туған тел | башҡортса |
| Һөнәр төрө | композитор, йырсы, радио алып барыусы |
| Эш урыны |
«Юлдаш» радиоһы Башҡортостан (телерадиокомпания, БРДТРК филиалы) |
| Уҡыу йорто | Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы (15 март 1957, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы — 31 октябрь 2024 (67 йәш), Өфө) — журналист, йырсы, композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай[1].
Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.
1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй.
1996 йылда «Башҡортостан» ДТРК-һына радио дикторы итеп ҡабул ителә.
Йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.
2024 йылдың 31 октябрендә Өфөлә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге йәш башҡарыусылар конкурстары лауреаты
- Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән «Дуҫлыҡ йыры» конкурсы дипломанты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә». Башҡортостан (29 май 2012). Дата обращения: 16 март 2018. 2018 йыл 21 март архивланған.
- ↑ Башҡортостан радиоһы ветераны Нурия Абдуллина вафат булған 2024 йыл 11 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беҙҙең кумирҙар (башҡ.). «Йәшлек» газета сайты (29 ноябрь 2013). Дата обращения: 16 март 2018.
- Сәриә РАМАЗАНОВА. “Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә” (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите сайты (29 май 2012). Дата обращения: 16 март 2018. 2018 йыл 21 март архивланған.
Видеояҙмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Ағиҙелгә ай төшкән
- YouTube сайтында Видео Ғүмер үтә
- YouTube сайтында Видео Ҡайтайым ауылыма
- YouTube сайтында Видео Тыуған көнөң менән
- https://ok.ru/video/3417901113 Әүлиә шишмәһе
- https://ok.ru/video/3414100025 Һин минең үкенесем
- 15 мартта тыуғандар
- 1957 йылда тыуғандар
- Әлшәй районында тыуғандар
- 31 октябрҙә вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡортостанда ерләнгәндәр
- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан композиторҙары