Абдуллин Ильяс А.
| Абдуллин Ильяс А. | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған урыны | Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 22 февраль 1943 |
| Вафат булған урыны | Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Абдуллин Ильяс А. (рус. Абдуллин Ильяс А.) (? — 22 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Рядовой, ҡыҙылармеец, телефонист (элемтәсе)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллин Ильяс Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңауыл ауылында тыуған.
Яңауыл район хәрби комиссариаты уны Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡыра.
Ҡыҙылармеец Ильяс Абдуллин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында телефонист вазифаһын үтәгән, разведка эшенә лә йәлеп ителгән[2].
1943 йылдың 22 февралендә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһендәге (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Юлино-2 станцияһы янында хәбәрһеҙ юғалған[2][3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильяс Абдуллиндың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Яңауыл районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Абдуллин Ильяс А. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Янаульские шаймуратовцы 2021 йыл 6 июнь архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0