Эстәлеккә күсергә

Абдулов Марсель Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдулов Марсель Хабибович битенән йүнәлтелде)
Абдулов Марсель Хәбиб улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡуранса ауылы[d], Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 ноябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абдулов Марсель Хәбиб улы (8 май 1930 йыл23 ноябрь 2007 йыл ) — инженер-урмансы, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры, БАССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы (1978), Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Марсель Хәбиб улы Абдулов 1931 йылдың 8 майында Башҡорт АССР-ыны Өфө кантоны [2] Ҡуранса ауылында (хәҙер бөткән) тыуған.

1953 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, белеме буйынса инженер-урмансы.

  • 1953-54 — Нуриман урман хужалығында өлкән урмансы;
  • 1954—1961 йылдар — Ҡыҙыл Шишмә урман хужалығы директоры, Башҡорт АССР-ы урман хужалығы һәм урмандарҙы яҡлау инспекцияһы башлығы;
  • 1966—1991 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры;
  • 1991—1996 йылдарҙа — Халыҡ-ара урман институтының Башҡортостан региональ үҙәге директоры.

Марсель Хәбиб улы Башҡоpтостан Республикаһы урман хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индерә:

  • урмандарҙы тергеҙеү һәм ағас ултыртыу эштәре башҡарыла;
  • урман орлоҡ базаһы туплана;
  • ауыл хужалығы ерҙәрендә һаҡлағыс урман булдырыла;
  • тәбиғәт зоналарында урман хужалығын комплекслы алып барыу ысулы уйлап табыла һәм практикаға индерелә;
  • текә ярҙарҙы емерелеүҙән һаҡлау өсөн һәм йырындарҙың киңәйеүен туҡтатыу сараһы итеп ағас ултыртыу технологияһы эшләнә;
  • дарыу үҫемлектәренең сәнәғәт плантациялары булдырыла.

Уның инициативаһы менән Рәсәйҙә беренсе лимонарий һәм урман аҙыҡтарын эшкәртеү цехы (әлеге ваҡытта ла эшләүсе)[3] төҙөлә, 1973 йылда Өфө урман музейы асыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

56 баҫма, шул иҫәптән 2 монографик эш авторы.

2015 йылдың майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Урманды һаҡлау үҙәге бинаһына, элек Башҡорт АССР-ның Урман хужалығы министрлығы урынлашҡан йортта, мемориаль таҡта ҡуйылған.

  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы
  3. Лимонарий город Уфа | О лимонарии. Дата обращения: 21 февраль 2013. Архивировано 15 март 2013 года. 2012 йыл 29 декабрь архивланған.
  4. Музей леса в Уфе: увлекательное знакомство с природой для детей и взрослых